Ғөрөф-ғәҙәттәргә тоғро ҡалып18.04.2017
Нефтекама ҡалаһында алты милли-мәҙәни ойошма эшләй. Ниндәй генә темаға арналған байрам үткәрелһә лә, барлыҡ милләт вәкилдәре әүҙем ҡатнаша.
“Һыйлан, халҡым!” конкурсына айырым туҡталып үткем килә. Атай-әсәйҙәр менән бергәләп ойошторолған был байрамға ниндәй генә аш-һыу әҙерләнмәгән! Һәр мәктәптән килгән ҡунаҡтар милли кейем кейгән. Балаларҙың сығышы йыр-бейеү менән үрелеп барҙы, ә һуңынан барыһы бергә үҙҙәре алып килгән күстәнәстәр менән сәй табынында күңелле гәпләшеп ултырҙы.
Тағы ла бер яңы проект тураһында әйтмәй булмай. Ул – “Хорҙар алышы”, ләкин был – һуғыш түгел, ә ҙур байрам. 1-се гимназия уҡыусылары, ике көн буйы ижад һарайында сығыш яһап, кластар араһында ярыш уҙғарҙы. Гран-при өсөн II, III класс уҡыусылары, атай-әсәйҙәр көрәште. Шығырым тулы зал “Нефтекама — минең ҡалам”, “Тыуған яҡ” йырҙарына ҡушылды. Бындағы үҙ-ара йылы мөнәсәбәт, төрлө милләт балаларының тыуған ерҙәре өсөн йөҙҙәрендә сағылған ғорурлыҡ хистәрен һүҙ менән һөйләп бөтөрөрлөк түгел.
Рус мәҙәниәте айлығын йомғаҡлау кисәһендә ҡаланың бөтә мәҙәни үҙәктәре сығыш яһаны. Ҡыҙыл Түбәнән килгән “Холмичи” балалар театрының сығышы ла байрамға йәм өҫтәне.
Ҡалабыҙҙағы Рус соборы башҡарма комитеты рәйесе Галина Копьеваға милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлап ҡалыуға, туған телде үҫтереүгә арналған ҙур эштәре өсөн рәхмәт әйтке килә. Күсмә “Халыҡтар дуҫлығы” кубогы удмурт милли-мәҙәни ойошмаһы рәйесе Фирүзә Фәйезоваға тапшырылды. Тимәк, сират — удмурттарға.