Хаттар... Редакцияға өҙлөкһөҙ килә улар. Гәзит уҡыусыларҙың әйләнә-тирәләге хәл-ваҡиғаларға битараф булмауы һоҡландыра, эшсән һәм өлгөлө ғаиләләр менән таныштырып тороуҙары шатландыра. Улар хат-хәбәрҙәре менән гәзитебеҙҙең йөкмәткеһен байытыуға тос өлөш индерә. Авторыбыҙ Белорет районының Манышты ауылынан Нурулла Миһранов ағайҙың әүҙемлегенә хайран ҡалырлыҡ. Нисәмә йыл беҙҙең дуҫлыҡ ептәре өҙөлмәй. Бына уның яҡташы тураһында яҙып ебәргән хаты: “Заһит Атауллин Белорет районының Сәфәрғол ауылында тыуған. Беҙҙең тирәлә эш булмаған. Урта Телмәйгә ғаиләһе менән күсә, унда эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, унда алына. Уға уҡырға тура килмәгән. Шуға күрә ғаиләһенә хаттарҙы үҙе яҙмаған, иптәштәрен үтенергә мәжбүр булған. Уны ғәрәп телендә лә, иҫке яҙмалар менән дә яҙғандар. Хаттарҙың йөкмәткеһе аңлашыла, тик ҡайһы бер һүҙҙәрҙе уҡып булмай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Заһит Атаулла улы һуғыштан әйләнеп ҡайтмай”.
Ҡулымдағы икенсе хат авторы ла гәзит уҡыусыларға яҡшы таныш. Силәбе ҡалаһынан Нурия Иҡсанова юллаған уны. Ул үҙенең төбәгендә йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашҡан, ғаилә усағын һаҡлаған ханымдарҙы тәбрикләүҙәре хаҡында яҙып ебәргән: “Номинанттар араһында күп балалы әсәләр ҙә, милли мәҙәниәтте үҫтереү буйынса ең һыҙғанып эшләгән йәш ҡыҙҙар ҙа булды. Әйтергә кәрәк, бындай сараларға Силәбе ҡалаһында 2010 йылда нигеҙ һалына. “Айгөл” башҡорт бейеүе һәм йыры коллективы һәм “Афарин” балалар студияһы гүзәл заттарға байрам концертын ойоштороуҙы үҙ өҫтөнә алһа, ҡатын-ҡыҙҙарҙы тәбрикләү тантанаһы өсөн Башҡортостан Республикаһының даими вәкиллеге, өлкә ҡоролтайы яуап бирҙе”.
Яңауыл ҡалаһынан Далария Хәйҙәршина ла гәзит менән бәйләнешен өҙмәй. Уның мәҡәләләре гәзиттә донъя күреп тора. Был юлы ла Далария апай уларҙың төбәгендәге китапханала үткән сара тураһында бәйән иткән: “Йәш быуынды үҙенең шәжәрәһе менән ҡыҙыҡһыныуға, әҙәп, әхлаҡ һәм милли традицияларҙы яңыртыу маҡсатынан китапханабыҙҙа “Шәжәрә – ул йәшәү тамырыбыҙ” тигән әҙәби кисә үтте. Уҡыусыларға шәжәрәләрҙең әһәмиәте хаҡында һөйләнек. Һәр кеше үҙ ырыуын, оранын, ағасын, тамғаһын, ҡошон, ете быуынын белергә тейеш. Шәжәрә, тарихи тамырҙарыңды белеп, киләсәгеңде күҙалларға ярҙам итә. Нәҫел ептәрен барлау, үҙ быуыныңдың тарихын тергеҙеү – өлкәндәр һәм уҡыусылар өсөн мауыҡтырғыс шөғөл. Шул уҡ ваҡытта ата-бабаларыбыҙҙың ниндәй шәхестәр булыуын асыҡлау һәр кешегә тәрбиә һабаҡтары ла бирә. Был беҙҙең өсөн генә түгел, беҙҙән һуң килгән быуын өсөн дә кәрәк”.
Дыуан районының Мәсәғүт ауылынан Айҙар Ғәзизов та гәзит менән хәбәрләшеп тора. Уның үҙ фекерен еткереп йә булмаһа төбәгенең өлгөлө кешеләре хаҡында яҙған мәҡәләләре йыш донъя күрә. Был юлы ла ауылдарында тырыш, оҫта Ынйы Йәһүҙина хаҡында хәбәр иткән. “Үҙенсәлекле шәхес ул, яҡын-тирәлә оҫта булыуы, шәлдәр бәйләүе менән данлыҡлы”, – тип яҙа автор.
Кемдер үҙенең яңылығын хәбәр итһә, икенсе гәзит уҡыусыбыҙ баҫмаға яҙырға мәжбүр иткән проблемаһы менән уртаҡлаша. Шундай хаттың береһенә күҙ һалайыҡ. Баймаҡ районының Йомаш ауылынан Әхтәм Ишбулатов яҙған уны. “Ауылда донъя көтөргә, мал аҫрарға, балалар үҫтерергә тырышалар. Колхоз бар саҡта утын, бесән алам тиһәң, техникаһын бирҙе. Хәҙер колхоз юҡ. Һәр кем үҙенсә йәшәй. Һәр кем үҙе техника алырға тырыша. Миндә лә шул уҡ хәл. Аҡса түләп эшләткәнсе, 1977 йылғы ГАЗ-53 автомобиле алдым. Ярай, быға ла ризамын. Тик ошо 40 йыл йөрөгән техникаға һалым түләтеүҙәре бер нисек тә аңлашылмай. Йәйгеһен утын, бесән алабыҙ, иң күбе 15 көн йөрөйбөҙ. Шуның өсөн йыллыҡ һалым түләйбеҙ. Шуға ОСАГО, техосмотр, бензин, алмаш частар хаҡын ҡушһаң, бесән бик ҡиммәткә төшә. Ауылда хәҙер ҡайһы бер кешеләр мал да көтмәй башланы”, – тип борсола ул.
Ғөмүмән, һәр хат ҙур ихласлыҡ һәм күңел ҡушыуы буйынса яҙылған. Киләсәктә лә гәзит уҡыусыларыбыҙҙан йөкмәткеле, көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелгән һәм заман рухы сағылған мәҡәләләр көтөп ҡалабыҙ.