Маңлайыңа ни яҙылған...18.04.2017
Маңлайыңа ни яҙылған...Эргә-тирәбеҙҙә күрәҙәселәр, бағымсылар, им-томсолар бихисап. Улар һинең үткәнеңде, киләсәгеңде әйтеп бирәсәк, теләһә ниндәй ауырыуҙан да терелтәсәк. Хатта һиңә янаған ҡайһы бер күңелһеҙлектәрҙе үҙгәртергә вәғәҙә бирә. Әлбиттә, быларҙың барыһы ла түләүле.
Күрәҙәселәр электән булған. Мәҫәлән, Мишель Нострадамус. Ул 1503 йылда Францияның Сан-Реми ҡалаһында тыуған. Беренсе күрәҙәселек китабын 1550 йылда сығарған, унда 3797 йылға ҡәҙәр күрәҙәлек иткән. Мишель 1566 йылдың 2 июлендә вафат булған, үҙенең ҡасан үлерен көнөнә-сәғәтенә тиклем алдан белгән, тиҙәр.
Данлыҡлы Вангелия Димитрова – бөйөк Ванга – 1911 йылдың 31 ғинуарында Македонияның Струмица ҡалаһында тыуған. Ул үткәнде әйтә алған, киләсәкте күргән. Вангаға баш эйеүселәр бер хәлде ҙурлап иҫкә ала: имеш, 1943 йылда уның янына Адольф Гитлер ҙа килгән. “Рәсәйҙе тыныслыҡта ҡалдыр, һин һуғышта отоласаҡһың!” – тигән уға Ванга.
1942 – 1996 йылдарҙа, баҡыйлыҡҡа күсеренә ҡәҙәр, Ванга күрәҙәлек ҡылған. Болгар әүлиәһе лә ҡасан фани донъя менән хушлашасағын алдан тойомлаған. Һуңғы һулышы алдынан ул үҙе кеүек көслө бағымсының Францияла йәшәүен, ул сабый балаға ни бары 10 йәш булыуын әйтеп өлгөргән.
Бик күп бағымсылар үҙҙәре ҡасан аяҡ һуҙасағын алдан белгән. Мәҫәлән, Вольф Мессинг ҡаты ауырыған, күп ғазап кисергән. Тик яҙмышын үҙгәртер, ғазраилға ҡаршы көрәшер өсөн бер сара ла күрмәгән. Ул үҙе әйткән 1974 йылдың 8 ноябрендә йән биргән.
Япон ғалимдары иһә, йондоҙнамәгә һәм башҡа фәндәргә таянып, әҙәм балаһының һәр аҙымын, хатта үлер ваҡытын алдан еткереп торған. Баҡтиһәң, бының өсөн уларға кешенең тыуған көнөн генә белергә кәрәк. Тик был аяуһыҙ ысул тәжрибәлә артыҡ күп ҡулланыла башлағас, үлер көнөн белергә теләгәндәр кәмегән.
Әҙәм балаһы ауыр хәлгә ҡалһа, йыш ҡына юғалып ҡалыусан. Ҡайҙа барып бәрелергә, кемгә мөрәжәғәт итергә белмәгәнлектән, һуңғы сарала бағымсыларға һәм күрәҙәселәргә, йә башҡа “белгес”тәргә мөрәжәғәт итә. Һәр береһен өмөт йәшәтә, уларҙа серле көс барлығына ысын күңелдән ышаналар. Был осраҡта яҙылмаған бер ҡанунды оноторға ярамай: бары тик Аллаһ Тәғәлә генә кеше яҙмышын алдан белеп тора.
Күрәҙәсе Гөлшат Ҡаҙыханова әйтеүенсә, Хоҙай биргән һәләткә эйә ул. Нәҫелдәрендә әбейе Мәрғүпъямал Миһран ҡыҙы – күрәҙәсе, ә уның атаһы – мулла. Ул һәр кемдең киләсәген бер аралашыуҙа еткереү һәләтенә эйә. Кешеләрҙең ярҙам һорап күп килеүен белдерҙе әңгәмәсем.
– Аҡса һорамайым. Кемдер үҙе теләп бирә, икенселәр әйберләтә ҡалдыра. Үҙ сиратында, аҡса – мәсеткә, аҙыҡ-түлек мәктәпкә һәм балалар баҡсаһына китә, – ти ул.
Ә үҙенең көнитмешен 35 умартаһы, өс һыйыры тәьмин итә икән.


Вернуться назад