Бәхет исемле фәрештә18.04.2017
Бәләкәс ҡыҙым менән Өфө буйлап китеп барабыҙ. Юлда әхирәтем тап булып, бер аҙ бергә атланыҡ. Бәләкәс ҡуймай, коляскаһынан төшөп, үҙе этеп бара башланы. Көсө етеңкерәмәгәндә, боролоп миңә ымлай, йәнәһе лә, ярҙам ит. Йә йүгереп күгәрсендәрҙе баҫтырып китә, йә эттәрҙе күреп ҡалып, ауыҙын асып туҡтап ҡала. Осраған кешеләрҙе сәләмләгән була үҙ телендә, үтеп китһәләр, һаубуллашып ҡулын болғай. Ҡарап-ҡарап килде лә әхирәтем, ихлас йылмайып:
– Эй бәхетлеһең дә инде һин! – тип ҡуйҙы.

– Аллаға шөкөр, бәхетлемен, – тинем һәм әллә ҡасан бәләкәй саҡта өләсәйем һөйләгән бер ҡисса иҫкә төштө.
Һәр кеше донъяға килгәндә уға ныҡлап БӘХЕТ фәрештәһе беркетеп ҡуйыла, имеш. Кешенең тап баш осонда күҙгә күренмәй генә оса ул. Берәй яҡшы эштәр ҡылһа, ҡыуанһа, башҡаларҙы шатландырһа, был фәрештә шул тиклем уға нығыраҡ яҡынлай икән. Әлбиттә, Бәхет фәрештәң эргәңдә генә булғас, йәшәүе лә рәхәтерәк, күңеллерәк, еңелерәк. Ул тағы ла ҡанаттарын ҡағып, үҙенең кешеһен изге кешеләргә юлыҡтыра, тормоштоң бөтә матурлығын аса, осраған ауырлыҡтарҙы еңергә көс һәм дәрт бирә, ти.
Тағы ла иң иҫтә ҡалғаны: Бәхет яҡшылыҡтың ҡәҙерен белгәнде ярата икән! Ниҙәр генә булһа ла, уға рәхмәт әйтеп барырға кәрәк, ти. Мәҫәлән, ҡолап киттең икән: “Уй, рәхмәт, Бәхеткәйем, тубыҡ ҡына һыҙырылды, төҙәлә ул!” – тип әйтеп ҡуйыу ҙа уға етә.
Ә Бәхетте иң ҡурҡытҡаны – кешеһенең төшөнкөлөккә бирелеүе. Ауыр, яман уйҙар, ҡурҡыныс әҙәпһеҙлек – уның өсөн сит нәмә. Кешеһенең ошондай хәлгә юлыҡҡанында ла ул ярҙамға ашыға, ҡанаттарын елпә-елпә уның йөрәген, күңел күҙен асырға тырыша. Ул һаман болоҡһоп, яманһыулап йөрөһә, үҙенең хәлһеҙлегенән Бәхет тә арый... Кеше беренсе тапҡыр: “Юҡ минең бәхетем!” – тиһә, ул тертләп ҡала. Тырышып, Кешегә уның бөгөн шатланырға бик күп сәбәп бар икәнен күрһәтә: атай-әсәйең, дуҫтарың, туғандарың-яҡындарың имен, үҙ ҡыйығың, өҫтәл тулы ризығың... Кеше инде икенсегә шул уҡ һүҙҙе ҡабатлай икән, Бәхет алыҫлаша, сөнки уға ла ҡыйын була башлай икән. Шулай ҙа ул йыраҡтан булһа ла Кешегә: “Әйләнеп ҡара! Ошо көндә һинән дә ауырыраҡ хәлгә ҡалғандар бар! Улар бит тырыша, еңә, тик төшөнкөлөккә бирелеп, мине ситләтмәй! Зинһар, күтәр башыңды, тирә-яҡҡа күҙ ташласы”, – тип ялбара икән. Кеше инде өсөнсөгә лә шул һүҙҙәрҙе әйтһә, Бәхет үпкәләп, ирекһеҙҙән осоп китә...
Өләсәйемдең ошоно һөйләгәнендә мин хатта Бәхетте йәлләп илап алғайным. Минең шул тиклем бәхетле булғым килгәндер инде: ятһам да, торһам да, абынып ҡолаһам да, “өслө” алып илаһам да, әхирәттәрем менән үпкәләшеп китһәм дә, әсәйем әрләп ҡуйһа ла, ғөмүмән, ни генә булһа ла, гел эстән генә уға рәхмәт әйтә торғайным.
Үҫә килә өләсәйемдең кинәйәләп әйткән һүҙҙәренең бар асылы аңлашылды – кеше бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай тормошонан йәм һәм тәм таба белә икән, ошо үҙе БӘХЕТ! Бирешмәҫкә, көслө рухлы, ихлас кеше булырға, шатлыҡ-ҡыуаныстар менән уртаҡлаша белергә өндәй был ҡисса.
Бәхетле булайыҡ!



Вернуться назад