Һүҙе менән – үҙе18.04.2017
Дауаханала даимилыҡ аҙ. Инәләр, шәбәйәләр, сығалар — тарих тәгәрмәсе яй, күҙгә бик күренгеһеҙ, әммә туҡтамай әйләнә лә әйләнә. Гәзитте ашъяулыҡҡа тиңләп рәнйеткән иптәш тә, һиҙелерлек арыуланып, районына ҡайтып китте.
Урынына килгән ағай тегенең шыр киреһе булып сыҡты — ғәләмәт уҡымышлы, хәтерле әҙәм. Ҡиәфәтенә күрә түгел, әй… Нимә әйтһә лә, тигәндәй, берәй классикка таяна.
Сер, хәйер, тиҙ асылды. Баяғы бушлай китапхананан алып уҡығанын, иң көслө урындарын, йәһәт кенә телмәрендә файҙаланып та ҡуя икән. Онотолмаҫ борон, уңлы-һуллы, бер нисәне ҡабатлай, шулай шиғыр ятлағандағы һымаҡ нығыта.
Эш бында ғына ла түгелдер инде — ниндәйҙер фекерҙе отор өсөн дә кәмендә уҡырға яратырға кәрәк тәбаһа. Ә был — тап шундай. Нимә ҡаҙағандары, ауырыу тарихындағы кәкерсәк яҙыуҙар менән бөтөнләй ҡыҙыҡһынмай, ә бына китапҡа юлыҡтымы, кәнфит күргән балалай тамшана башлай, үрелә һала, тәмләп асҡыларға керешә.
Алыҫтан, бәләкәс бер ҡаласыҡтан, килгән ул. Бөтөн туғандары ошонда, мәркәздә, булһа ла, ифрат хәлле тормош көтһәләр ҙә, күптән, үҙе әйтмешләй, “пенсия ашаһа ла”, шундағы ике бүлмәле осһоҙ фатирын, һәр хәлдә үҙе раҫлауынса, ташларға йыйынмай.
Юғиһә бит, бөгөн генә килеп киткән ипле мөғәмәләле, ауыҙын үлсәп кенә асыусы түрә ҡустыһы:
— Һине бында ҡалдырырға тигән тәҡдим бар, — тине.
Әйткәне кәңәшмәлә йәки профсоюз йыйылышындағы һымаҡ яңғыраны-яңғырауын, уның ҡарауы йөкмәткеһе арыу булды. Ҡолағы һау һәр кем яңы урында торлаҡ мәсьәләһен тегенең башкөлләй үҙ өҫтөнә алғанын аңланы.
Быға ағай, һүҙ ялтлатыр, телмәр менән тетрәтер өсөн йәнә уңай тыуыуға хайран шатланып, кәңәшмә, йыйылыш рухында яуап бирҙе:
— Мәсьәлә ентекле тикшереүҙе талап итә…
Ҡустыһы өндәшмәне, көлөмһөрәүен төпкә йомдо, кеҫәһенән ике биш меңлекте шыма ғына сығарып һалды ла, бүлмә хужалары менән ихлас, ләкин барыбер ҙә рәсми хушлашып, сираттағы осрашыуға ашыҡты.
Ишек ябылыу менән халыҡ “мәсьәләсегә” яуҙай ябырылды:
— Һин нимә?!
— Кеше һиңә “мә” тип торғанда!..
— Мин һине сәпсим аңламайым…
Быға ағай, ғәҙәтенсә, “баҫма хәрефле” шаулы һүҙҙәр менән яуапланы — йәшәгән урынының исемен атаны ла:
— … — донъялағы иң шәп ҡала! — тине.
Был мәлдә ул бүлмәнең уртаһына, гүйә, сәхнә түренә сығып баҫҡайны. Уң ҡулы тантаналы юғары һонолған, төҫ-ҡиәфәтенә, үҙе лә һиҙмәҫтән тип уйлайым, яһалмалыҡ, әртислек япмаһын килешле бөркәнгән.
Күмәк һаһылдауҙан стеналар зымбыр итте…
Был мәлдә кешеләр, ораторҙы маҡтап көлөшһә лә, эштең ысынында уның бай ҡустыһы планлаштырғанса килеп сығырына шикләнмәй ине — алдына алғанын үтәргә күнеккән теге, бөтә булмышынан шул аңҡый. Һәм ниәте төбөндә нимә ятҡанын да самалай халыҡ — бында, Өфөлә, ағай өҫтөнән күҙ-ҡолаҡ булыр өсөн уңайлы — асыҡ әйтелмәһә лә “әртистең” шешә яғына ныҡ ыңғай ҡарағаны һиҙелде. Әбейе үлеп киткән, балалары ил буйлап һибелгән.
Ләкин был әле тамсы ла мөһим түгел ине. Мөһиме ағайҙың һүҙе менән һаман үҙе булып ҡалыуы булды…