Йәлләнем18.04.2017
— Ҡарале, ней, гәзиттәр килтерерһең әле. Күберәк итеп. — Палаталаш шулай тип ныҡ ҡына аптыратты булыр, сөнки уның ҡасандыр нимәлер уҡып ултырғанын, валлаһи, күргәнем юҡ. Бушлай алып тормалы совет осоро китаптары кәштәһе янына ла барып та урамай. Гел ауырыуын һөйләй. Арттырғылай ҙа һымаҡ, табипты сығармай оҙаҡ йонсота.
— Ярай, — тинем дә ирекһеҙҙән йылмайып ебәрҙем — уҡыған кешегә мөнәсәбәтем һәр саҡ яҡшы минең. — Ҡайһылары кәрәк?
— Ниндәй булһа ла бара, айырма юҡ, — тамыры тамсы энәһенән хәтәр теткеләнгән ҡулын алыҫҡа һелтәне. — Бында, һатыуҙа, яман ҡыйбат әтеү.
— Алырмын һуң. Төрлөһөн ҡарармын.
Ишек тотҡаһына үрелгәндә:
— Ә былай электрон версияларын уҡырға була, — тип иҫенә төшөрҙөм, ҡулындағы еңелсә сатнаған быялалы смартфонға ымланым.
— Ә ю-у-ҡ, — күрше башын уколдан ҡурҡҡандай, ҡабалан сайҡарға тотондо. — Уҡырға түге-е-л, йәйергә. — Мөйөштәге буш карауатҡа ишараланы. — Кис шуны өҫтәл итеп сәй эсәбеҙ.
— Ә-ә-ә...
Аптырауым инде тамам, матбуғат өсөн ҡапыл ялтлаған ҡыуаныс, ҡан баҫымын көслө дарыу эсеп төшөрткәндәй, юҡҡа сыҡты.
— Иҫке гәзиттәр килтер һин, иҫке, — тип һуңғы мөһөрҙө баҫып та ҡуйҙы күрше артабан. Үҙе нисектер, һатыусынан самаһыҙ ташлама үтенгәндәй, түбәнһенеп тексәйгән.
Йомошто үтәнем. Тик гәзитләтә түгел — йәлләнем мин уларҙы, һаранландым — яңыларын да, һарғайғандарын да бер сәйлек кенә итеп күргем килмәне, тамаҡ ялғаныу менән, майланып, йомарланып, анауы мамыҡлы-марлялы кәрзингә бырғатылмаһындар.
Ашъяулыҡ тотоп барҙым.
Ошоно, төп сәбәпте, дөрөҫ аңлаһалар ине лә бит сәйхур туғандар, юғиһә үҙҙәре былай арыу ғына кешеләр ҙәһә, кешелеклеләр.