Күршем әйтмешләй, “алма, беш, ауыҙыма төш” тип урындыҡта тик кенә ятырға ине лә бит, әммә ундай ғәмһеҙ тормош алып барыу мөмкин түгел. Донъя көткәс, арҡырыны буй алып һалырға ла тейешһең. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, баҡтиһәң, ҡыл да ҡыбырлатмайынса тереклек итергә мөмкин. Нисек тиһегеҙме? Миҫал эҙләп йыраҡ йөрөйһө түгел, яҡташыбыҙ Анна Черданцева шикелле.
Мебель компанияһының “Диван һынап ҡараусыларҙы эшкә саҡырам!” тигән сәйер иғланы менән таныштыра уйламағанда уны ире. Ҡатын оҙаҡ уйлап тормай, тота ла ҡатнашыу теләген еткерә, әлбиттә, бер нисә фәһемле тәҡдимен дә өҫтәп яҙырға онотмай. Ҡыҫҡаһы, илебеҙҙәге биш мең тирәһе конкурсант араһынан тик уны ғына һайлап алалар. Ошо бәхет түгелме ни?! Өҫтөнлөк ни өсөн Өфө ҡыҙына бирелгән? Мәсьәләгә ижади ҡарағаны һәм конкурс мәлендәге әүҙемлеге өсөн.
Биреп ҡуйылған диван Анна Черданцеваға оҡшаған. Улай ғына түгел, яңы һөнәренән ул тулыһынса ҡәнәғәт. Йомшаҡ диванда ултырып китап уҡыу, рәхәтләнеп йоҡлау, ҡырын ятып телевизор ҡарау кемгә оҡшамаһын, ти?! Мебель компанияһы ҡатын менән өс айға хеҙмәт килешеүе төҙөп, хеҙмәткәргә айына 56 мең һум эш хаҡы түләргә вәғәҙә иткән. Иң мәрәкәһе – аҙаҡтан диван Аннаға бүләк ителәсәк.
Мажара артынан ҡыуыусылар танауын төшөрмәһен. Страховкалаусы, бар буйынса гид, диңгеҙ йәнлектәре менән эш итеүсе тренер, офис менеджеры, водитель кеүек вакансияларға ла конкурс иғлан ителгән. Әммә, кем әйтмешләй, быларҙың бурыстары тик кенә ятып аҡса эшләүҙән әҙме-күпме айырыла.