Бөтә Рәсәй “ш” хәрефен эҙләй18.04.2017
Бөтә Рәсәй “ш” хәрефен эҙләй Күптән түгел Таможня союзының автоһәүәҫкәрҙәр өсөн мөһим булған Техник регламенты ғәмәлгә инде. Уға ярашлы, юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә лә үҙгәреш индерелде. Быйыл 4 апрелдән ғәмәлгә ашырылған был талаптарҙы үтәмәгән өсөн ошо көндәрҙә Өфөлә дәүләт автоинспекторҙарының шоферҙарға бер-бер артлы штраф сәпәүен йыш күрергә тура килә.
Ҡыш йәйге шина менән йөрөһәң дә, шиплы тәгәрмәс ҡуйылыуы тураһында хәбәр иткән “ш” хәрефле билдәне йәбештермәһәң дә, хәҙер 500 һум штраф көтә. Шуға күрә автомобиль хужаларына ашығыс рәүештә ошо хәреф күрһәтелгән өс мөйөшлө тамғалар һатып алырға тура килә. Шаһиттар әйтеүенсә, элек 20 һум ғына торған был билдәнең хаҡын ҡайһы бер йылғыр сауҙагәрҙәр биш-ун тапҡырға күтәреп тә ебәргән.
Беҙҙең халыҡ юғалып ҡаламы ни: эмблеманы компьютерҙа яһап, төҫлө принтерҙан сығарып, автомобилдең артҡы тәҙрәһенә эске яҡтан йәбештереп тә ҡуялар. Үлсәме дәүләт стандарттарына тура килә икән, бәйләнергә урын юҡ.


Вернуться назад