Ауыл ҡалаға ҡушылырмы?18.04.2017
Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы яңыраҡ урындағы үҙидара тураһындағы ҡануниәткә үҙгәреш индергән закон проектын өсөнсө уҡыуҙа ҡабул итте. Ул төбәк властарына ауыл һәм ҡасабаларҙы, муниципаль райондарҙы тарҡатырға, артабан ҡала округтарына ҡушырға рөхсәт итә.
“Берҙәм Рәсәй” партияһының ил парламентындағы фракцияһы белдереүенсә, “берләшеү процесы” төбәктәрҙә күптән бара, был проект ошо күренеште фәҡәт ҡануни яҡтан аныҡлай, ә башҡа ҡайһы бер фирҡә вәкилдәренең был үҙгәреш, йәнәһе, урындағы үҙидараны бөтөрөүгә алып бара тип күрәҙәлек ҡылыуы дөрөҫлөккә тап килмәй.
Ҡайһы бер сәйәсмәндәрҙең фекеренә ҡарағанда, ауылдарҙы эргәләге ҡалаға ҡушыу муниципаль ҡаҙнаның мөмкинлектәрен һис арттырмаясаҡ. Өҫтәүенә биләмәгә идара итеүҙә мәшәҡәттәр өҫтәләсәк, йәғни хәл ҡатмарлашасаҡ. Дөрөҫ, буш ятҡан ерҙе иҡтисади яҡтан йоғонтолораҡ файҙаланыу форсаты ла барлыҡҡа киләсәк.
– Бөгөн беҙ аңлашылмаған мәсьәләләрҙе бөтөрөү йәки башҡа ҡануни актҡа алмаштырыу өҫтөндә эшләйбеҙ, – тип ошо проекттың кәрәклеген иҫбатлай “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһе вәкиле Сергей Пахомов. – Ауыл биләмәләрен ҡала округтарына ҡушыу буйынса илдең 36 төбәгендә шөғөлләнәләр, ә был проекттың тормошҡа ашырылыуын муниципалитеттар күптән инде көтә. Ҡала округына инеү-инмәү мәсьәләһен тәғәйен ауылда йәки ҡасабала йәшәгәндәр йыйылышта үҙҙәре хәл итәсәк.