Йыл башында дәүләт власы органдарының һәр тармағы үҙенең үткән йылғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһай. Был Эске эштәр министрлығына ла ҡағыла. Енәйәтселек кәмейме, әллә артамы? Ошо үҙгәрештәрҙең сәбәбе нимәлә? Полиция хеҙмәткәрҙәренә ихтирам һәм уларҙың эшенә баһа ниндәй кимәлдә? Ҡануниәт һағында торғандарҙың үҙҙәренең хәле нисек?– Эске эштәр министрлығы – енәйәтселеккә ҡаршы көрәшеүҙә һәм илдә тәртипте һаҡлауҙа төп орган. Был уға йөкмәтелгән бурыс күләменә ҡарағанда ла, башҡарылған эштең күплеге буйынса ла асыҡ күренә, – тине Рәсәй Президенты Владимир Путин, ошо министрлыҡ коллегияһының уҙған йыл һөҙөмтәләренә арналған ултырышында сығыш яһап.
Ил етәксеһенең әйтеүенә ҡарағанда, былтыр ауыр һәм үтә ауыр енәйәттәр һанының кәмеүе дауам итте, юл-транспорт ваҡиғалары ла аҙайҙы, бәлиғ булмағандар менән иҫкәртеү эше алып барыуҙа ла ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә. Был күрһәткестәргә енәйәт тәфтише хеҙмәткәрҙәренең, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекцияһының һәм башҡа ойошмаларҙың етди шөғөлләнеүе, шулай уҡ министрлыҡтың хоҡуҡ һаҡлау структуралары һәм власть органдары менән килешеп эшләүе һөҙөмтәһендә өлгәшелгән.
Шул уҡ ваҡытта Владимир Путин енәйәттәрҙең яртыһының асылмай тороп ҡалыуын да билдәләне. Тимәк, министрлыҡтың мөмкинлектәре тулыһынса файҙаланылмай. Шул иҫәптән коррупцияға ҡаршы көрәш, граждандарҙы яҡлау, уларҙың милкен енәйәтселәрҙән ҡурсалау кеүек өлкәләргә ҡарата ошоно әйтергә була.
– Йәмәғәт урындарында ҡылынған енәйәттәр һаны кәмеүен ыңғай күренеш тип баһалаһаҡ та, был тынысланыу өсөн нигеҙ була алмай, – тине Президент. – Киреһенсә, өлгәшелгән һөҙөмтәне эҙмә-эҙлекле нығыта барыу талап ителә. Кешеләр урамда ла, шәхси йортонда ла үҙен тыныс һәм хәүефһеҙ шарттарҙа тойорға тейеш, кәрәк саҡта полицияның кисекмәҫтән килеп етәсәгенә ышаныс юғалмаһын.
Йәмәғәтселек тәртибен нығытыу өсөн Владимир Владимирович Рәсәй гвардияһы менән тығыҙ бәйләнеш урынлаштырырға ҡушты. Үткән йыл аҙағында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеүҙе еңелләштереүҙе маҡсат итеп ҡуйған Федераль закон да ҡабул ителгәйне, сиратта – ошондай иҫкәртеү сараларына мониторингты камиллаштырыу, мәғлүмәт йыйыу һәм эшкәртеүҙең тармаҡ-ара килешелгән механизмын булдырыу.
Тағы бер мөһим мәсьәлә – экстремизмға ҡаршы тороу. Башҡа хоҡуҡ һаҡлау һәм көс структуралары менән берлектә эске эштәр хеҙмәткәрҙәренә лә заманса йоғонтоло эш алымдарын әүҙемерәк үҙләштереү, теләһә ниндәй экстремистик ысул ҡулланырға маташҡандарҙы алдан күреү һәм туҡтатыу талаптарын ҡуя. Ә бындай алымдар байтаҡ: ҡанһыҙлыҡ һәм вәхшилекте пропагандалау, ксенофобия, милләтселек, йәштәрҙе төрлө деструктив төркөмдәргә йәлеп итеү, халыҡ-ара террорсылыҡ ойошмаларҙың эшмәкәрлеге... Ил етәкселеге полиция хеҙмәтенә бындай осраҡтарҙа аяуһыҙ булырға ҡуша.
Бик йыш экстремистар һәм радикалдар үҙҙәренең емерткес эшен алып барыу өсөн Интернеттағы социаль селтәрҙе файҙалана. Ә был майҙанда күптән түгел балалар һәм үҫмерҙәр өсөн яңы хәүеф барлыҡҡа килде: суицидҡа саҡырған сайттар эш башланы. Улар тормошонда ауыр мәл кисергән бала-сағаның әле нығынып та өлгөрмәгән психикаһына йоғонто яһарға иҫәп тота. Үҙ-үҙеңә ҡул һалырға саҡырған өсөн енәйәт яуаплылығына тарттырырға мөмкин булған ғәмәлдәрҙең исемлеге бар. Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы яңыраҡ ошо ҡануниәтте тағы ла киңәйтеү – суицидҡа саҡырған өсөн дә хөкөмгә тарттырыу хоҡуғы биргән проект әҙерләй башланы.
Миграция хәрәкәттәрен контролдә тотоу өлкәһендә лә Эске эштәр министрлығына етди вәкәләттәр тапшырылған. Ҡануниәт Рәсәйгә килеп эшләргә теләгән сит ил кешеләренә аңлайышлы һәм ғәҙел шарттар тыуҙырған, әммә рөхсәт ителмәгән юлдарҙы файҙаланырға маташҡандарҙың был ынтылышы ҡырҡа туҡтатылырға тейешле. Ошо йәһәттән дә Эске эштәр министрлығына мәғлүмәт ресурстарын киң файҙаланыу, башҡа илдәр менән һәм, тәүге сиратта Европа Союзы ағзалары менән хеҙмәттәшлекте яйға һалыу бурысы ҡуйыла.
Башҡортостанда ла енәйәтселәрҙең әүҙемлеге һүрелә төшкән. Юлбаҫарлыҡ осраҡтары былтыр алдағы йыл менән сағыштырғанда – 1,1 процентҡа, талау – 2,7, кеше үлтереү һәм үлтерергә маташыуҙар – 9,9, күрәләтә ауыр тән йәрәхәте һалыу – 11,9, көсләүҙәр – 10,4, төрлө милеккә ҡараған урлашыуҙар 14 процентҡа аҙайған. Мутлашыуҙар былтыр хатта 24,8 процентҡа кәмегән, шул уҡ ваҡытта Рәсәй буйынса алғанда, ошо уҡ төр енәйәт һаны 4,2 процентҡа арта төшкән.
Шулай булыуға ҡарамаҫтан, полицейский һөнәре әлегә халыҡта бик ҙур абруй ҡаҙанған тип булмай. Былтыр Башҡортостан буйынса ул саҡтағы эске эштәр министры Михаил Закомалдин үҙенең бер сығышында әйтеп үткәнсә, бының сәбәбе ике-өс тиҫтә йыл элегерәк хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренең дәүләт биргән вәкәләттәрҙе йыш ҡына шәхси мәнфәғәттәрендә файҙаланыуына һәм шул арҡала тыуған насар тәьҫоратҡа ҡайтып ҡала.
– Мин был системала 30 йыл эшләйем һәм шуға ышандыра алам: ул саҡтағы хеҙмәткәрҙәр менән бөгөнгө полицияның эшмәкәрлеге бер-береһенән ныҡ айырыла, – тине Михаил Иванович. – Дөрөҫ, погонлы кеше образын ыңғай яҡҡа үҙгәртеү өсөн күпмелер ваҡыт талап ителәсәк әле. Шуныһын да онотмайыҡ: беҙҙең полицейскийҙар административ хоҡуҡ боҙоусыларҙы һәм енәйәтселәрҙе ошо насар ҡылыҡ өҫтөндә тота, тимәк, законды һанға һуҡмағандарҙың уларҙы күрә алмауы ла тәбиғи.
Әйткәндәй, намыҫһыҙ полицейскийҙар Эске эштәр министрлығының үҙ хәүефһеҙлек хеҙмәтенең тырышлығы һөҙөмтәһендә енәйәт яуаплылығына тарттырыла һәм суд эскәмйәһенә барып эләгә. Хеҙмәттәштәреңде фашлауҙы бик уңайлы эш тип булмай, әлбиттә, шулай ҙа үҙ хәүефһеҙлек хеҙмәте әүҙемлеген һәм һиҙгерлеген юғалтмай. Былтыр, мәҫәлән, республикала ике тиҫтәгә яҡын полицейскийға ҡарата енәйәт эше асылған. Рәсәй буйынса ла хоҡуҡ һаҡлаусылар араһында кадрҙарҙың эшен контролдә тотоу әүҙемләшә. Уҙған йыл эске эштәр органдарының бер нисә юғары дәрәжәле түрәһен етди хоҡуҡ боҙоуҙарҙа ғәйепләп ҡулға алыу шуға миҫал булып тора. Ил Президенты был хәлдең сәбәбен ентекләп асыҡларға күрһәтмә бирҙе.
Енәйәт осраҡтарына социаль күҙлектән ҡарағанда, уларҙың ҙур өлөшөнөң иҫерек килеш яһалғанын күрербеҙ – үткән йыл республикалағы барлыҡ хоҡуҡ боҙоуҙарҙың 52 проценты ошондай кешеләргә тура килгән. Былтыр эскеселәр 18 501 енәйәт ҡылған, ошонан алдағы йыл менән сағыштырғанда, ул 22,9 процентҡа артҡан (Рәсәй буйынса – 9,8 процентҡа күберәк). Наркотик тәьҫире аҫтында ҡылынғандары ла 20,4 процентҡа күберәк булған (Рәсәйҙә 14,9 процентҡа кәмегән). Беҙҙең төбәктә наркотик таратыуға ҡаршы көрәш һүлпәнәйә төшкәндер тип уйларға мәжбүр булаһың, сөнки наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә бәйле енәйәттәр республикала былтыр хатта 35,9 процентҡа артҡан. Рәсәйҙә, киреһенсә, 12,6 процентҡа кәмегән.
Уҙған йылда республикала террор акттарына, йәмәғәт тәртибен күмәкләп боҙоуҙарға юл ҡуйылмаған. Ойошҡан енәйәтселек төркөмдәре һәм экстремистик ниәттәр ҙә алдан иҫкәртелгән.
Эске эштәр министрлығына һәм уның урындарҙағы күп һанлы коллективтарына ил етәкселеге тарафынан яңы хәүефһеҙлек технологияларын индереү, хоҡуҡ боҙоуҙы теркәүҙең заманса сараларын ҡулланыу, шулай уҡ Ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтары, башҡа ойошмалар менән хеҙмәттәшлекте яйға һалыу бурысы ҡуйылған. Юлдағы тәртипһеҙлек, кешеләр ғүмеренең именлегенә янау закон менән генә түгел, ә барлыҡ йәмғиәттең уяулығы аша ла туҡтатылырға тейеш. Рәсәй Президенты Владимир Путин Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәренә ирекмәндәр, ижтимағи ойошмалар, әүҙем граждандар менән партнерлыҡ мөнәсәбәттәрен юғарыраҡ кимәлгә күтәрергә кәңәш итте.