“Беҙҙең әсәй — иң яҡшыһы!”05.04.2012
“Беҙҙең әсәй — иң яҡшыһы!”Сәхнәгә сыҡҡан әсәләрҙең уңғанлығын әйт әле! Һәр кеме үҙе менән бөхтә кейенгән, күҙҙәре уйнап торған балаларын алып сыға. Шунан башлана инде күркәм тамаша! Балалар дер һелкетеп бейей, береһенән-береһе матур шиғыр һөйләй, әсәһе хаҡында йылы һүҙҙәр әйтә:
— Беҙҙең әсәйебеҙ иң яҡшыһы!
— Уны сикһеҙ яратабыҙ!
— Аҡыллы ла, яғымлы ла!
— Өйгә эштәрҙе гел бергә эшләйбеҙ, шуға ла уҡыуыбыҙ ҙа яҡшы!
Ошо ваҡыт сәхнә, әйтерһең дә, йондоҙсоҡтар майҙанына әүерелә. Ә сибәр ханым ни, шуҡ-шаяндарҙың өлгөрлөгөнә кинәнеп, эстән ләззәт кисерә, шатлығы йөҙөнә сыҡҡан. Был көндә шундай сығыштар аҙ булманы. Ҡайҙан тапҡандар бындай уңғандарҙы?!
Һүҙем — Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се республика балалар йортонда үткән “Иң яҡшы педагог” республика конкурсы хаҡында. Барлыҡ көсөн етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға бағышлаған хеҙмәткәрҙәр араһындағы бәйге дүртенсе йыл ойошторола. Быйылғы конкурста утыҙҙан ашыу ҡатнашыусы булған. Улар араһында тәрбиәсе, психолог, директорҙың уҡытыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары, логопед та бар. Финалға үтеү ҙә еңелдән түгел. Шуға ла ҡатнашыусыларҙың бары тик 12-һе генә өсөнсө турға үтә алды. Бәләбәй, Бөрө, Благовещен, Учалы, Бүздәк, Белорет районынан — Үҙән, Ишембайҙан — Петровск, Стәрлетамаҡтан — Ҡуғанаҡ, Өфө районынан — Чесноковка һәм баш ҡаланың 1-се, 2-се балалар йорто педагогтары еңеүгә яҡынлашыуы менән хушһынды.
— Бер ҡайҙа ла балалар йортонда эшләүсе тәрбиәселәрҙе әҙерләмәйҙәр. Етемдәрҙе аяҡҡа баҫтырыу, оло тормошҡа сығарыу өсөн ҙур тәжрибә кәрәк. Ә бына бөгөнгө сара нәҡ ошо талаптарға яуап бирә, педагогтарға яңы алымдар менән уртаҡлашырға булышлыҡ итә, — ти Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се республика балалар йорто директоры Фәнисә Бәҙретдинова.
Көсөргәнешле ярыштарҙан һуң иң яҡшы педагогтар билдәләнде. Улар — Рәсимә Тоҡомбәтова (Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се республика балалар йорто), Светлана Белоусова (Өфөнөң 2-се балалар йорто), Наталья Кривохижина (Благовещен), Светлана Чикишева (Бөрө). Ә Стәрлетамаҡ районының Ҡуғанаҡ балалар йорто директорының уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Светлана Бурда еңеүсе тип танылды. Быға конкурсанттарҙан да нығыраҡ балалар ҡыуанды:
— Беҙҙең әсәй — иң яҡшыһы! — тип шатланып һикереп ҡуйҙы көләс йөҙлө малай.
Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ


Вернуться назад