Бөгөнгө тормошто гәзит-журнал, радио, телевизор, Интернетһыҙ күҙ алдына баҫтырыу мөмкин түгел. Донъя күләмендә, илдә, йәшәгән ерендә булып үткән, барған һәм киләсәктә көтөләсәк төрлө ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс яңылыҡтарҙы, үҙенсәлекле хәл-ваҡиғаларҙы түкмәй-сәсмәй һәм объектив рәүештә йәмәғәтселеккә еткереп тороу кеүек үтә яуаплы ла, етди ҙә бурыстарҙы үҙ иңенә алған егәрле һәм өлгөр хәбәрселәр. Гәзиттең һүҙ көсө иҫ киткес йоғонтоло. Быны бик яҡшы беләбеҙ.
Бөйөк Ватан һуғышынан һуңғы ауыр йылдарҙа тыуған ауылым Исҡужала мәктәп юҡ ине. Күрше Ҡашҡар мәктәбенә йөрөп уҡыныҡ. Шул мәктәптең VII класында уҡыған саҡта Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған йәш башҡорт яҙыусыһы Төхфәт Мораттың бер туған ҡустыһы Әмир Моратов башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытты, шулай уҡ беҙҙең класс етәксеһе лә булды.
Әмир ағай үҙенең дәрестәрендә башҡорт яҙыусылары һәм шағирҙарының ижады менән таныштырып, әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләне. Ағаһының өсмөйөшлө хаттарын күрһәтеп, окоптарҙа ултырып яҙған шиғырҙарын уҡып ишеттерә торғайны. Шиғыр һәм мәҡәләләр ижад итеп ҡарарға кәңәш бирҙе. Уның ошо һүҙҙәрен күңелемдә тотоп, мәктәптең стена гәзитенә мәҡәләләр яҙҙым. Өлкән кластарҙа Юлдыбай урта мәктәбендә уҡығанда ла был шөғөлөмдө ташламаным.
Өлгөргәнлек аттестаты алғас, Йылайыр районы халыҡ судында ултырыш секретары булып эш башланым. Бер йыл эшләнем унда. Шул осорҙа райондың ул саҡтағы “Коммунизм өсөн” гәзитенә “Суд залында” рубрикаһына мәҡәләләр ҙә яҙҙым. Шулай уҡ “Совет Башҡортостаны”, “Ленинсы” республика гәзиттәренә һәм “Һәнәк” журналына ла ҡулъяҙмаларымды ебәргеләнем.
“Коммунизм өсөн” гәзитенә яҙышҡанда гәзиттең ул саҡтағы мөхәррире Иван Карманов, фотохәбәрсеһе Ильяс Такалов, мөхәррир урынбаҫары Әхмәт Юланов һәм башҡалар менән аралаштым. Хатта Әхмәт Юланов менән бер фатирҙа йәшәнек. Нәҡ улар ҡәләмемде осларға ярҙам итте лә инде.
Ул заманда мәктәптәрҙә уҡытыусылар етешмәне. Мине Стәрлетамаҡ педагогия институтының бер йыллыҡ курсына уҡырға ебәрҙеләр. Уны бөткәс, ВЛКСМ райкомының сираттан тыш бер ултырышында икенсе секретарь итеп һайлап ҡуйҙылар.
Эшем буйынса район буйлап йыш йөрөнөм, хужалыҡтарҙа, ойошмаларҙа кешеләр менән күп аралаштым. Шулай уҡ мәктәптәрҙә лә йыш булдым, уҡыусыларҙың комсомол һәм пионер эше менән ныҡ ҡыҙыҡһындым, улар тураһында район гәзитенә генә түгел, республика гәзит-журналдарына ла яҙып барырға тырыштым.
1962 йылда райондарҙы берләштерҙеләр һәм мине ВЛКСМ-дың Хәйбулла район комитеты инструкторы итеп тәғәйенләнеләр.
Ҡыш мәлендә техниканы сәсеүгә әҙерләү, яҙғы сәсеү, мал аҙығы әҙерләү, уңыш йыйыу һәм башҡа мөһим ауыл хужалығы кампаниялары осоронда район хужалыҡтарында булып, етәкселәр, хеҙмәт кешеләре менән осрашыу-аралашыуҙарҙан яңы мәҡәләләр донъя күрә торҙо. Ул саҡта “Хеҙмәт байрағы” район гәзитендә ауылдарҙың мәҙәни һәм спорт тормошон, ауыл клубында йәштәрҙең концерт ҡуйыуын сағылдырған мәҡәләләр яҙҙым, сөнки кешеләр һәр ваҡыт ниндәйҙер яңылыҡ көтә.
1963 – 1968 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институтының ветеринария факультетын тамамлап ҡайтҡас, малсылыҡ өлкәһендә эшмәкәрлегемде “Аҡъяр” совхозының баш мал табибы булып эшләй башланым.
Ауыл хужалығы белгесе, йәғни ветеринар булараҡ, гәзиттәрҙә “Белгес кәңәштәре” рубрикаһында бик күп файҙалы һәм фәһемле материалдарым әле лә донъя күрә.
Бөгөн дә матбуғат менән бәйләнеште өҙмәйем, үҫеп килгән быуын өсөн үрнәк булырлыҡ ауыл кешеләре тураһындағы мәҡәләләрем даими баҫылып тора. Һау булһам, дүртенсе китабым донъя күрәсәк. Бына шулай, ҡайҙа һәм кем булып эшләһәм дә, үҙемдең ауыл хәбәрсеһе булыуымды онотмайым.
“Башҡортостан” гәзитенә яҙылып, уҡыусыларға, бигерәк тә йәштәргә, гәзит менән тығыҙ бәйләнеш тоторға кәңәш итәм. Юғиһә ҡуйын дәфтәремде һәм ҡәләмемде кемгә биреп ҡалдырам мин?..