РЕСПУБЛИКА БАШЛЫҒЫ МЕНӘН ҺӨЙЛӘШЕҮ13.04.2017
РЕСПУБЛИКА БАШЛЫҒЫ МЕНӘН ҺӨЙЛӘШЕҮБашҡортостан Башлығы республикабыҙҙа һәм, атап әйткәндә, Стәрлетамаҡ ҡалаһында 2013 йылда аҡсаһын алдаҡсы фирмаға тапшырып, торлаҡһыҙ ҙа, аҡсаһыҙ ҙа ҡалғандарҙың проблемаһын хәл итеү тураһында һөйләне.

“Был кешеләрҙең хәлен яҡшы аңлайым. Көрсөктән сығыу юлдарын эҙләйбеҙ. Һуңлап булһа ла фатир аласаҡһығыҙ, аҡсағыҙ юғалмаясаҡ”, – тине республика Башлығы.

Алданған өлөшсөләр мәсьәләһен төбәк етәкселеге даими контролдә тота, хәлгә мониторинг үткәрә. Әле республикала төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыу килешеүе буйынса 482 йорт һалына, шуларҙың 28-е – хәүеф зонаһында. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, 10 объект буйынса ҡарар бар, төҙөлөш аҙағына еткереләсәк, тағы ла 10 йорт буйынса финанслау алымдары эҙләнә. Ә бына 7-8 йорт төҙөлөшө әле булһа башланмаған. Намыҫһыҙ төҙөүселәр халыҡты алдап, аҡсаһын алған һәм юҡҡа сыҡҡан.

Рөстәм Зәки улы граждандарҙы ошо мәсьәләлә бик һаҡ һәм иғтибарлы булырға саҡырҙы. Әйткәндәй, илебеҙҙә алдаҡсы төҙөүселәрҙән зыян күргәндәргә ярҙам тик Башҡортостанда ғына күрһәтелә.


Вернуться назад