РЕСПУБЛИКА БАШЛЫҒЫ МЕНӘН ҺӨЙЛӘШЕҮ13.04.2017
РЕСПУБЛИКА БАШЛЫҒЫ МЕНӘН ҺӨЙЛӘШЕҮРөстәм Хәмитов республикалағы күп балалы ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү артабан да дауам итәсәк, тип ышандырҙы.

“Ярҙам адреслы буласаҡ. Уны баҙар иҡтисады шарттарында үҙ аллы йәшәй алмағандар – тулы булмаған ғаиләләр, инвалидтар, халыҡтың башҡа категориялары алырға тейеш”, – тине ул.

Республика Башлығы ошо мәсьәләнең бюрократик аспекттарына ла туҡталды. Атап әйткәндә, ул Башҡортостандың мәғариф министрына белешмәләр йыйыу өсөн кәрәкле ваҡытты ҡайтанан ҡарарға ҡушты. Мәҫәлән, балалар баҡсаһына түләү буйынса ташлама алыу өсөн белешмә ҡағыҙҙарын йыйыу ғәмәлдәрен ул 1 майҙан 1 июлгә күсерергә тәҡдим итте.


Вернуться назад