РЕСПУБЛИКА БАШЛЫҒЫ МЕНӘН ҺӨЙЛӘШЕҮ13.04.2017
РЕСПУБЛИКА БАШЛЫҒЫ МЕНӘН ҺӨЙЛӘШЕҮРеспублика Башлығына Бөрйән районынан урман хужалығындағы проблемалар тураһында һорау бирҙеләр.

“Бөрйәндә урман хужалығы менән шөғөлләнеү өсөн мөмкинлектәр ғәйәт ҙур. Бөрйән ағасын алыуға сират туғыҙ мең кешегә етте тиһәләр, был районда урмандың юғары сифаты тураһында һөйләй. Бөтәһенә лә Бөрйән ағасы кәрәк, әммә был мөмкин түгел, – тине төбәк етәксеһе. – Шуға күрә сиратта торғандар башҡа райондарға йүнәлтелә. Бүтән төрлө төҙөлөш материалдарын да эҙләйҙәр. Урман хужалығынан алынған килемдең райондан китеүе – көнүҙәк мәсьәлә. “Селена” – урманды ҡуртымға алған (шул иҫәптән – Бөрйәндә лә) компания. Һуңғы ваҡытта ул эшен яйға һалды, беҙҙең уға дәғүәбеҙ юҡ. “Башлеспром”ға килгәндә, һуңғы ваҡытта уның эше әллә ни алға бармай. Унда хеҙмәт хаҡы буйынса ла, һалым түләү йәһәтенән дә бурыс бар. Иң мөһиме, “Башлеспром” эшләгән ерҙә кешеләр иҡтисади тормошҡа йәлеп ителмәгән. Бөрйәндәргә мөрәжәғәт итеп, урманға ғына иҫәп тоторға ярамай, тип әйтмәксемен”.


Вернуться назад