РЕСПУБЛИКА БАШЛЫҒЫ МЕНӘН ҺӨЙЛӘШЕҮ13.04.2017
РЕСПУБЛИКА БАШЛЫҒЫ МЕНӘН ҺӨЙЛӘШЕҮТура бәйләнеш барышында Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, ауыл хужалығы даими иғтибар үҙәгендә. Көйөргәҙе районынан эшҡыуар төбәк Башлығынан ауыл хужалығы предприятиеларына субсидия биреү хаҡында ҡыҙыҡһынды.

“2017 йылдан ауыл хужалығында субсидияны һалым буйынса бурысы булмаған предприятиелар ғына ала. Беҙ хәлде өйрәндек. Асыҡланыуынса, ауыл хужалығы предприятиеларының яртыһынан күберәге һалымды түләп еткермәгән. Әгәр предприятие һалым түләмәгән икән, субсидия бирелмәй, – тине Рөстәм Зәки улы. – Ауыл хужалығы беҙҙең өсөн бик яуаплы, мөһим эш зонаһы. Киләһе йылдарҙа ошо тармаҡҡа ярҙам күрһәтеләсәк. Быйыл федераль, республика бюджетынан субсидия рәүешендә 3-4 миллиард һум бүленә. Шулай уҡ льготалы кредитлау тәҡдим ителә”, – тине Рөстәм Хәмитов.


Вернуться назад