Төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов социаль селтәрҙә донъя күргән үҙенең отставкаға китергә йыйыныуы тураһындағы хәбәргә ҡарата фекерен белдерҙе.“Социаль селтәрҙәргә һирәк күҙ һалам. Мөмкинлек булғанда мәғлүмәттәрҙе уҡып барам, шул иҫәптән үҙем тураһында ла. Ике көн элек отставкаға китергә тейеш булғанмын. Шул хаҡта уҡыным. Ҡайһы бер коллегаларыбыҙҙың фантазияһы бик бай, әлбиттә. Быны шаяртыу тип ҡабул иттем. Эшемде дауам итәм. Мине биш йылға һайланылар, был йәһәттән барыһы ла асыҡ һәм аңлайышлы”, – тине ул.