РЕСПУБЛИКА БАШЛЫҒЫ МЕНӘН ҺӨЙЛӘШЕҮ13.04.2017
РЕСПУБЛИКА БАШЛЫҒЫ МЕНӘН ҺӨЙЛӘШЕҮӨфөләрҙе етәкселектең балалар баҡсалары, поликлиникалар төҙөү буйынса пландары ҡыҙыҡһындыра. Мәҫәлән, Дим биҫтәһендә йәшәгән Ольга Филиппова урындағы халыҡ өсөн яңы поликлиника кәрәк тигән фекерҙә. 47-се поликлиниканың төрлө урындарҙа урынлашҡан бүлексәләренә сирлеләргә барып етеү бик ҡыйын.

Яңы медицина учреждениеһының проекты әҙер. Бөтә нәмә объектты финанслауға бәйле. Рөстәм Хәмитов, киләсәктә поликлиника мотлаҡ буласаҡ, уның хатта республиканың 100 йыллығына ҡарата төҙөлгән социаль әһәмиәтле 100 объект иҫәбенә инеүе лә ихтимал, тип билдәләне.


Вернуться назад