РЕСПУБЛИКА БАШЛЫҒЫ МЕНӘН ҺӨЙЛӘШЕҮ13.04.2017
РЕСПУБЛИКА БАШЛЫҒЫ МЕНӘН ҺӨЙЛӘШЕҮ“Театрҙар, мәҙәниәт һарайҙары алдындағы майҙандар таҙартылмай”, – тине тура бәйләнеш барышында Рөстәм Хәмитов. Республика Башлығы Өфө халҡы өсөн иң сетерекле мәсьәләләрҙең береһе – ҡар таҙартыуға ҡағылды.

“Ниңә ҡар таҙартмайһығыҙ?”, – тип һорайым директорҙан. “Был ҡала биләмәһе, беҙҙеке түгел”, – тип яуаплай. Ләкин тамашасы һеҙгә килә бит! Ҡала власы өсөн түгел, тамашасығыҙ өсөн тырышығыҙ, ҡулығыҙға көрәк, һепертке алығыҙ. Беҙҙеке, һеҙҙекенә бүлеп ҡарамағыҙ. Былар барыһы ла үҙебеҙҙең халыҡ өсөн”, – тине Рөстәм Зәки улы.

Төбәк Башлығы билдәләүенсә, әүәлерәк күп кенә предприятиеларҙың, магазиндарҙың биләмәне тәртипкә килтереү өсөн техникаһы була торғайны. “Ҡаланың төҙөклөгө үҙебеҙгә, урындағы халыҡҡа бәйле”, – тине ул.


Вернуться назад