РЕСПУБЛИКА БАШЛЫҒЫ МЕНӘН ҺӨЙЛӘШЕҮ13.04.2017
РЕСПУБЛИКА БАШЛЫҒЫ МЕНӘН ҺӨЙЛӘШЕҮРеспубликала эш хаҡы әкренләп, эҙмә-эҙлекле артасаҡ, тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов.

– Әле беҙ республиканың 2030 йылға тиклемге үҫеш стратегияһын төҙөйбөҙ. Ошо документта төп күрһәткестәрҙең береһе – эш хаҡын арттырыу, – тине ул.

“Росстат” мәғлүмәттәренә ярашлы, быйыл ғинуарҙа илебеҙҙә хеҙмәткәрҙәрҙең уртаса айлыҡ эш хаҡы 35 369 һум булған, Башҡортостанда иһә – 26 760 һум. Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, республикабыҙ һәр саҡ Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестәрҙән ҡалышты, сөнки беҙҙә халыҡтың 40 проценты ауылда йәшәй.

– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауыл бөгөн тейешенсә финансланмай, ауыл эшсәндәренең эш хаҡы түбән. Шуға күрә Башҡортостанда уртаса хеҙмәт хаҡы ла юғары тип әйтеп булмай. Тәү сиратта ауыл хужалығында эш хаҡын күтәрергә кәрәк, – тине төбәк етәксеһе.


Вернуться назад