Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостандағы социаль-иҡтисади хәлгә баһа бирҙе.– Дөйөм алғанда, республика һәр йәһәттән үҙен ышаныслы тоя. Беҙҙә хәл ителмәгән мәсьәләләр юҡ, тип әйтә алмайым, улар байтаҡ. Әле тап шулар хаҡында һүҙ алып барасаҡбыҙ. Маһайыу түгел, әммә республикабыҙҙың Рәсәйҙә ҡеүәтле, ныҡлы, көслө төбәк булыуын билдәләргә тейешбеҙ. Бөгөн беҙ ҡулдан килгәндең барыһын да эшләргә тырышасаҡбыҙ, – тине ул.
Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, республика алға барыуын дауам итә.
– Былтыр беҙ ярайһы уҡ яҡшы эшләнек. 2017 йылдың башы ла ыңғай булды. Сәнәғәт етештереүе үҫеше лә республикабыҙ өсөн насар түгел, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Бынан тыш, һалым килемдәре лә арта. Һалым йыйыу буйынса 2016 йылдың беренсе кварталы менән сағыштырғанда 15 процентҡа үҫеш күҙәтелә.
Республикала инвестиция йәлеп итеү ҙә ярайһы уҡ яҡшы бара.
– Инвестиция – киләсәктең нигеҙе. Ул – яңы предприятиелар, төҙөлөштәр, өр-яңы мөмкинлектәр. 2016 йылды яҡшы күрһәткестәр менән тамамланыҡ – 2015 йылға ҡарата 4,5 процентҡа үҫеш менән. Волга буйы федераль округында иң яҡшы һандар – беҙҙә. Шул уҡ ваҡытта күршеләребеҙ ҙә һүлпән түгел бит, – тине төбәк Башлығы.