Юл – тормош көҙгөһө14.04.2017
– Бер мәл районға юл ыңғай осраған машинаға ултырып ҡайтҡайным. Шофер ҡыҙыҡ кеше булып сыҡты. “Ниңә хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәйһегеҙ?” – тип һорағайным, “Ә ни өсөн мин шәхси машинамда үҙ-үҙемде сикләп, бәйләп йөрөргә тейеш? Аллаһ һаҡлай ул. Ә туҡтатһалар, бер нисә тәңкәне ни түләрмен әле!” – тип яуапланы. Был кешегә ҡарата ни әйтерһегеҙ, Нурмөхәмәт хәҙрәт?
Р. ЙӘРМӨХӘМӘТОВ.
Шишмә районы.
Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Был ҡәрҙәшебеҙ, һеҙ әйткәнсә, бер ҙә ҡыҙыҡ кеше түгел. Әйткәндәренән уйламайыраҡ фекер йөрөтөүе, тәкәбберерәк булыуы асыҡ һиҙелә. Бер нисә һыҙатын тикшереп китәйек.
“Аллаһ һаҡлай ул”, – ти ҡәрҙәшебеҙ. Ә динебеҙ юлға бөтөн яҡлап әҙерләнеп сығырға ҡуша. “Техникағыҙ төҙөк булһын”, – тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм дә. Бынан тыш, сәфәргә сығыр алдынан доға ҡылыу – динебеҙгә хас изге ғәмәл. Әгәр ҙә ки рулдәге кеше үҙе генә түгел, янында башҡалар ҙа бар икән, был яуаплылыҡты тағы ла нығыраҡ арттыра. Үҙеңә ышанып ултырғандарҙың һаулығы, ғүмере һинең ҡулға тапшырыла бит. Тимәк, бында һаҡһыҙлыҡҡа, уйламай-нитмәй, ашыҡ-бошоҡ башҡарылған ғәмәлдәргә урын юҡ. “Һаҡланғанды һаҡлармын”, тиелә динебеҙҙә. Ә әлеге ҡәрҙәшебеҙ, хәүефһеҙлек ҡайышын да эләктермәйенсә, “юғары” фекер йөрөтөп китеп бара. “Гел булмай, бер була”, ти халҡыбыҙ. Аллаһтың ҡаты һынау ебәреүе лә ихтимал бит.
“Ниңә үҙ машинамда бәйләнеп йөрөргә тейешмен?” – ти ҡәрҙәшебеҙ. Был донъяла “минеке” тигән һүҙҙе әйтеүҙән һаҡ булырға кәрәк – барыһы ла Аллаһ Тәғәлә тарафынан бирелә. Ә Раббыбыҙҙың ниғмәттәренә ҡарата иғтибарлы, хәстәрлекле булырға кәрәк. Үҙ йортом – ни ҡылһам да, хаҡым бар, тип аҡыллы әҙәм өйөндә башбаштаҡлыҡ ҡылып йөрөмәйҙер бит, шуның шикелле машиналы кешенең дә, шөкөр итеп, ҡанун-ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәүе зарур. Был уның ғына түгел, башҡаларҙың да именлеге өсөн мөһим. “Бер нисә тәңкәне ни түләрмен!” – тип эре сирттерә әлеге ҡәрҙәшебеҙ. Эш аҡсаламы һуң? Тәкәбберлегеңә бәйле ғүмереңде һуңғы сиккә килтереп еткерһәң, ул тәңкәләреңдең ни баһаһы ҡалыр?
Юл – ул тормош, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Бормалы-бормалы булыуының да үҙенсәлеге бар: туп-тура барһа, машиналағы кеше битарафҡа, ғәмһеҙгә әйләнер, хатта ки йоҡлап китер ине. Тормошта ла шулай бит. Һис ниндәй ауырлыҡҡа, ҡаршылыҡҡа осрамаһа, әҙәм балаһы еңеллеккә өйрәнә, күптәрҙең танауы сөйөлә, баяғы хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәгән ҡәрҙәшебеҙҙеке һымаҡ мин-минлеге ҡалҡып сыға. Шуға ла Аллаһ Тәғәлә һынауҙарын ебәреп тора. Бормалы юлдан үткән, Аллаһ ебәргән имтихандарҙы лайыҡлы күтәргәндәр генә ысын Кеше тип аталыуға хаҡлы.
Эйе, юл тормош көҙгөһө кеүек. Унда башҡалар ыңғайына хәрәкәт итеүселәр ҙә, арттан яйлап килгәндәр ҙә, барыһын йырып үтеп, әрләшә-әрләшә беренсе булырға ынтылғандар ҙа бар. Кемдең кем икәне тап ошонда беленә лә. “Ирҙе һынағың килһә, юлға сыҡ”, тип юҡҡа ғына әйтелмәгән бит.
Һөйләгәнде пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең билдәле хәҙисе менән тамамлап ҡуяйыҡ. Бер ир дөйәнән төшкән дә: “Раббым, үҙеңә тапшырҙым”, – тип йәһәт кенә китергә булған, ти. “Ашыҡма, – тип туҡтатҡан уны Пәйғәмбәребеҙ. – Дөйәңде тәүҙә яҡшылап ҡара, бәйлә, унан Аллаһ Тәғәләгә тапшырырһың”. Эйе, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, хәүефһеҙлек тәү сиратта үҙебеҙгә, яуаплылығыбыҙға бәйле. Тәкәбберлеккә бирелмәй, ҡанун-ҡағиҙәләрҙе тотоп, башҡаларҙың ышанысын юғалтмай йәшәйек. Үҙебеҙҙең дә, бүтәндәрҙең дә ғүмере өсөн ҙур яуаплылыҡ тояйыҡ. Юлдарыбыҙ хәйерле, бәрәкәтле булһын! Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.