Күңел күҙе14.04.2017
Дауахана палатаһында ике кеше ятҡан. Берәүһенең карауаты тәҙрә эргәһендә, икенсеһенеке ишек төбөндә, ти.
– Тышта ниҙәр бар, һөйлә әле? – тип үтенгән һәр саҡ яҡ­тылыҡты күреүҙән мәхрүм ир.
Тегеһе иһә гелән ҙур ихласлыҡ менән бәйән иткән: эргәлә шундай матур быуа, уның аша һалынған семәрле күперҙә тороп, балыҡсылар ҡармаҡ һала, яр буйындағы ҡыуаҡтарҙа ҡоштар моң өләшә, ана үҙҙәрен бесәй аңдып тора, ҡырҙағы эскәмйәлә ғашиҡ ҡыҙ менән егет серләшә, күктә йөрәккә оҡшаған болоттар йөҙә... Көн һайын – бер-береһен ҡабатламаған ҡыҙыҡ­лы, мажаралы ваҡиғалар. Уларҙы тыңлай торғас, ишек төбөндә ятҡан сирленең күңелендә асыу, көнсөллөк тыуған: “Ниңә тормош ғәҙел­һеҙ? Ни өсөн нәҡ мин ишек төбөндә ятырға, яҡтылыҡты күрмәҫкә тейеш?”
Ирҙең нәфрәте шул ҡәҙәр көсәйгән, хатта ул бер төндә тәҙрә янындағы ауырыуҙың хәле ҡапыл насарайғанын ишетһә лә, ҡул һуҙымындағы сигнал төймәһенә баҫмаған. Йоҡлағанға һалышҡан. Иртән­сәк иһә санитарҙар күршеһенең мәйетен тейәп алып сығып киткәс, үҙен тәҙрә янына күсе­реүҙәрен һораған. Үтенесе үтәлгән. Тәҙрәнән сираттағы мажаралы күренеште ҡарайым тип уҡталһа, унда бейек иҫке ҡойманан башҡа бер ни ҙә юҡ, ти.
– Ә ҡайҙа быуа, семәрле кү­пер, серләшкән парҙар, моң­ло ҡоштар?! – тип ҡысҡырып ебәргән ир. – Миңә бит күршем әллә күпме мажара һөйләгәйне.
– Их, уларҙы үҙе күргән булһа... – тип көрһөнгән шәф­ҡәт туташы. – Тыумыштан һуҡыр ине бит мәрхүм. Тик һеҙҙең үтенесте кире ҡаҡма­ғандыр, тормоштоң матурлы­ғына инандырып, тиҙерәк һауығыуығыҙҙы теләгәндер...


Вернуться назад