“Ниңә ваҡыт тапманым?”14.04.2017
Бер ҡатындың балаларына ваҡыты етмәгән. Эш, карьера, шәхси тормош... Шулай ҙа улы менән ҡыҙы һис нигә мохтажлыҡ кисермәй, муллыҡта үҫкән. Әсәй кеше балаларының бәләкәй “шуҡлыҡ”тарына күҙ йомған, ә улары быға ҡыуанған ғына.
Сабый саҡ тиҙ үткән. Үҫмерлек осоро еткән. Беренсе дәғүәләр, ғәйепләүҙәр, асыҡтан-асыҡ еткерелгән хис-тойғо... Әсәй кеше шул саҡ үҙе өсөн аяныслы асыш яһаған: балалары һөйөүһеҙ үҫкән бит! “Уларҙы тәрбиәләүгә ниңә ваҡыт тапманым? Насарлыҡтан ни өсөн араламаным? Яҡшылыҡ менән яуызлыҡты ниңә ваҡытында айырырға өйрәтмәнем? Ниңә, ниңә?..”
Балалары менән сираттағы аңлашылмаусанлыҡҡа юлығып, уларҙы йәнә тыңлата алмағас, ҡатын аш бүлмәһенә сығып илай башлаған. Быны һиҙҙермәҫ өсөн һуған әрсергә тотонған. Әсәһе килеп ингән:
– Ниңә илайһың?
– Бигерәк “яуыз” һуған эләкте... Шундай төрҙәре була ла инде: илатмай ҡуймай.
– Күрәһең, үҫкәнендә һыуҙы аҙ һипкәндәр...
Эйе, балалар менән дә шулай. Бәләкәй саҡтарында һөйөү-наҙға мохтажлыҡ кисертәһең икән, ҙурайғас, әсе күҙ йәшеңде түктерерҙәр.