Ҡотлайбыҙ!14.04.2017
Ҡотлайбыҙ!Баймаҡ районы Татлыбай ауы­лында тыуып, Сибай ҡала­һында йәшәүсе Байбулова Гөлнур Әбделғәзи ҡыҙын 60 йәшлек күркәм байрамы менән ҡотлайбыҙ! Гөлнур Әбделғәзи ҡыҙы 40 йыл инде һаулыҡ һаҡ­лау өлкәһендә эшләй, шуның 37 йылы тик бер урында – Сибай ҡала балалар поликли­ни­каһының лор кабинетында шәфҡәт туташы вазифаһында.
Уны ҡыҙы, ейәне, кейәүе, бөтә туғандары сикһеҙ яра­табыҙ, коллегалары, дуҫтары оло ихтирам һәм хөрмәт күрһәтә. Ул – яҡшы белгес, мөләйем өләсәй, яғымлы әсәй һәм ҡәйнә, изге күңелле апай, яҡшы дуҫ һәм ысын әхирәт.
Яҡын һәм ҡәҙерле кешебеҙ! Һине ысын күңелдән тыуған көнөң менән ҡотлайбыҙ, оҙон ғү­мер, иң мөһиме – ныҡлы һау­лыҡ теләйбеҙ, бәрәкәтле, мул тормошта һәр атҡан таңға ҡыуанып, яҡын­дарың араһында ҡәҙер-хөрмәт­тә генә донъя­лыҡтың рәхәтлеген тойоп йәшәргә яҙһын!

Сәләмәтлек ташламаһын ине,
Һәр юбилей үтһен шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һиңә тормошта!

Иң изге теләктәр менән бөтә туғандарың.


Вернуться назад