Ҡурайсының улы булып ҡара!14.04.2017
Ҡурайсының улы булып ҡара! Бик үк оҙаҡ булмаһа ла, мәҙәниәт, сәнғәт өлкәһендә апаруҡ ваҡыт эшләп ташланылған икән. Быны шуның өсөн әйтәм, һәр төр сәнғәт әһелдәренең үҙенә генә хас холоҡ-фиғеле бар икәненә йылдар үткән һайын нығыраҡ инанам. Ҡурайсылар хаҡында һөйләгәндә бигерәк тә был фекер тап килгәндәй. Юҡҡа улар Ҡурайсы кодексы – халҡының намыҫына тоғролоҡ ҡануны, тигән һүҙ әйтмәй, күрәһең. Ҡурайсылар – тәбиғәттән талантлы, улар халыҡ моңона, ижадына, башҡорт көйөнә генә түгел, ә хатта бер-береһенә булған яҡты мөнәсәбәтенә тоғро зат­тар. Бер-береһе хаҡында һоҡланып, тәрән ихтирам менән кемдәр һөйләй? Әлбиттә, ҡурайсылар! Азат Айытҡолов, Ришат Рәхимов, Юлай Ғәйнетдинов, Ишморат Илбәков, Рәсүл Ҡарабулатов, Роберт Юлдашев, Ринат Рамаҙанов, Азат Биксурин кеүек үҙ эшенең оҫталары, ғәжәйеп моң эйәләре, мәшһүр сәнғәт әһелдәре менән бер заманда йәшәүем менән бәхетлемен! Әҙеһәм ағай Исҡужинды ла күреп ҡалдыҡ бит әле беҙ.
Ҡурайсының улы булып ҡара!Бер ҡурайсы дуҫым моңдашы, ҡурай эшләү оҫтаһы Риф ДИЛМӨХӘМӘТОВ менән күптән таныштырырға ниәтләй ине, әммә бер нисек тә форсат сыҡмай ҙа ҡуя. Бына әле яңыраҡ оҫталарҙың күргәҙмәһе ойошторолдо бит Өфөлә, ана шунда барып таптым Риф Сәйфулла улын. Эйе, дөрөҫ аңланығыҙ, мәшһүр ҡурайсы Сәйфулла Дилмөхәмәтовтың улын. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә әңгәмә ҡороп өлгөрөргә тырыштыҡ. Шуны һеҙгә лә тәҡдим итәм.
– Хәйбулла районынан килдең­ме, Риф? Йәшәүегеҙ шундалыр бит?
– Эйе, шунда йәшәп ятҡан көн. Атамдан ҡалған шөғөлдө дауам итеп, ҡурай эшләйем. Һөнәрем буйынса бының өсөн махсус белем алманым, әммә төрлө уҡыу йорттарында уҡып сыҡҡанға тиклем үк ҡурайҙар яһау, балаларға уйнарға өйрәтеү менән шөғөлләнә инем, әле лә был эшемде дауам итәм. Өйҙә нимә күреп үҫәһең, шул һеңә бит күңелгә.
Ҡурайсының улы булып ҡара!– Һин ҙур ғаиләлә үҫкәнһең түгелме әле? Ҡурайсы Сәйфулла Дилмөхә­мәтовтың балалары күп булған, тиҙәр?
– Беҙ, атам менән әсәмдең ун балаһы, бергә ҡайнашып үҫтек: биш малай һәм биш ҡыҙ. Мин – иң кесеһе. Атам менән тығыҙ аралашып, уның һәр тын алышын, һөнәрен үҙемә һеңдереп үҫкәнмендер, тим. Ул яҡты донъянан киткәндә, миңә 35 йәш ине, шуға күрә уның менән бергә ҡурай эшләп, уйнап буй еткерелде. Бал ҡорттары тотто. Беҙҙең халыҡта әйтәләр бит – егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ тип. Шуның кеүек ул һәр эште тота ла үҙе башҡара торғайны, аптырап, нисек, ни ҡылырға, тип иҫе китеп ултырманы. Ҡулы оҫта ине. Күп нәмәгә өйрәтте ул мине. Балалар менән эшләү алымы ла үҙенсә булды. Уларға яҡшы, йомшаҡ мөғәмәләлә булды, ҡаты бәрелмәне, көй тарихына ҙур иғтибар бүлер ине, уларҙы ҡыҙыҡлы итеп һөйләй белде. Ҡурай менән йәшәне, тын алды ул. Шул уҡ ваҡытта башҡа төрлө оҫталыҡтары ла булды.
Ҡурайҙы мин бишектән ишетеп үҫкәнмен. Ҡартатам Ишҡәле лә, олатам Ишмулла ла бик шәп уйнағандар. Атам аша миңә бик күп рухи мираҫ ҡалдырҙылар. Мин уларҙың юлын дауам итәм, тип тулы ышаныс менән әйтә алам. Үҙ ғаиләмдә өс ҡыҙым, бер улым бар. Мин дә бөтә ошо рухи байлыҡты улыма тапшырырмын, тип уйлайым. Ул иң кесеһе. Ҡыҙҙарым да уйнай ҡурайҙа.
– Шәхсән һинең өсөн нимә ул ҡурай?
– Минең өсөнмө икән инде, белмәйем, әммә ҡурай – ул беҙҙең халыҡтың тарихы, асылы, йыры, моңо, йәне. Башҡорт ҡурайы тигән һүҙбәйләнеш тә юҡҡа барлыҡҡа килмәгән бит инде. Башҡалар ҙа ынтылып ҡарай уны үҙҙәренеке итергә, әммә берәй боронғо ҡурайсыһын, мәшһүр оҫтаһын атаһындар ине. Ҡурай ни ул бөгөн килеп кенә һинеке булып китә алмай инде. Эйе, хәҙер бик күп башҡа милләттәр ҡыҙыҡһына ҡурай менән, өйрәнергә теләйҙәр, уның сихри көсөнә хайран ҡалалар. Бына ошо күргәҙмәлә ике-өс көн эсендә әллә күпме сит халыҡ вәкилдәре килеп, ҡурай һатып алды, уйнап күрһәтеүемде һораны.
– Ошо рәүешле башҡалар уны үҙләштереп, үҙенеке итеп ҡуймаҫмы һуң?
– Юҡ, күсеп китә алмаҫ ҡурай моңо. Уны музыка ҡоралы булараҡ һатып алырға, унда уйнарға өйрәнергә лә була, әммә моңо, рухы башҡорттоң асылы менән бәйле. Алда әйткәнемсә, боронғо ҡурайыбыҙ менән бергә бик күп мәшһүр ҡурайсыларҙың исемдәре лә бергә йәшәй.
– Ә күпмегә һатаһың ҡурайҙарҙы?
– Үлән ҡурай – өс йөҙ һум, эшләнгәндәрен дүрт, биш йөҙгә һатам. Ситтә йөрөгәндә ҡурайҙар ныҡ үтә. Әммә бынан сауҙа, байыу сығанағы яһарға йыйынғаным юҡ. Ҡайһы саҡ күреп тораһың, баланың уйнағыһы килә, ә ата-әсәнең аҡсаһы юҡ – бүләк итәм дә китәм. Унан ғына мин ярлыланып китмәйем, уның ҡарауы, бер ҡурайсы үҫеп сығасаҡ. Йәнә лә бала күңелендә анау ҡурайсы ағайҙың ҡурайҙары күп ине, исмаһам, береһен булһа ла ҡалдырманы тигән тойғо һаҡланыуы ихтимал. Ынтылып, ҡурайҙа уйнайым тип торған осҡон ҡарашлы малайҙы нисек моңдан мәхрүм итәһең инде. Әллә нисә тапҡыр һынағаным бар: бала рәхмәтле булып ҡалһа, инәһе байлыҡ башҡа ерҙән дә килеп керә ул.
Мәктәптә балаларҙы ҡурайҙа уйнарға өйрәткәндә бушлай тарата торғайным. Талантлы малайҙарҙың юлын асып ебәрергә кәрәк, киләсәктә улар халҡыбыҙға хеҙмәт итәсәк бит. Ҡурай – милләтебеҙ байлығы, уның өсөн һәр ерҙә аҡса һорап ултырып булмай инде.
Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта ҡиммәтерәккә лә китә ҡурайҙар. Кешеһенә ҡарап инде (көлә – авт.).
– Әй, оҡшай ул миңә шул һүҙбәйләнеш – кешеһенә ҡарап. Башҡорттар уны йыш ҡуллана, ишеткән һайын рәхәтләнеп көлөп алам!
– Башҡорт, борон-борондан ижади ҡарашлы халыҡ булараҡ, йә арттырып, йә кәметеп һөйләргә әүәҫ булған. Атам мәрхүм дә шулай була торғайны. Ике-өс көн берәй ерҙә булып килһәң, ай буйы ҡайҙа йөрөнөң, тигән булыр ине йылмайып. Бына әле бында ла ҡурайҙы осһоҙ һатҡанды күреп, ниңә ат башы хаҡы ҡуйҙың, тип көлгәндәр бар. Бөгөн илдә хәлдәр башҡасараҡ, халыҡта аҡса юҡ. Ауылда ҡайһы бер ғаиләләр биш кеше биш меңгә көн күрә. Уларға нисек итеп бер меңгә ҡурай һатмаҡ кәрәк? Балаларҙың теләге ҙурлығын күрһәң, бирәһең дә китәһең инде.
– Ә ҡурайҙарҙы ҡайҙан алаһың? Йыяһыңмы? Эшләйһеңме?
– Ҡурайҙың төйәге – Урал. Ишмулла олатамдың йыры ла бар “Шамаилда үҫә ҡырлы ҡурай” тигән. Халыҡ көйҙәренә бик күп мәғлүмәт һалынған. Ысынлап та, Һаҡмар буйлап барһаң, был ауылдар, ҡаялар тирәһендә ҡурайҙы осратырға мөмкин. Башҡортостандың ҡурай үҫмәгән районы юҡтыр ул, элегерәк башҡорт ерҙәре ҙур булған бит инде. Бөгөн ана шул биләмәләрҙә лә үҫә ҡурай. Төмәндә лә, Красноярскиҙа ла күргәнем булды. Сит өлкәләрҙәге башҡорттарға йыш йөрөлә, уларға ла бынан ҡурай алып барам.
Мәктәптә балаларҙы өйрәткәндә лә ҡайһа берҙәре башта илтифат итмәгәндәй йөрөй, шул рәүешле әрмегә сығып китәләр. Шунан әйләнеп ҡайталар ҙа ҡурай хаҡында миңә үҙҙәре һөйләй, бирелеп китеп уйнай башлайҙар.
Атам эшләргә өйрәтте бит инде. Унан ҡалған мираҫ булған был музыка ҡоралынан айырылғаным да юҡ. Ҡайҙа барһам да, юлда туҡтап, ҡурайҙа уйнап, күңелемде күтәреп алам. Себергә йөрөгәндә лә шулай итәм.
– Һин Себергә йөрөп эшләйһеңме ни?
– Юҡ, унда минең бер туған Таһир ағайым йәшәй. Бында эш бөтөп китһә, Себергә барып аҡса эшләп ҡайтам. Ағайҙың үҙенең төҙөлөш бригадаһы бар, ул берәй ярҙам кәрәк булһа, саҡырып ала. Бер-береңә таяныс та булыр кәрәк бит инде. Атам беҙҙе шулай өйрәтте.
– Үҙең дә ҡурай эшләү буйынса шәхси предприятие асырға уйлайһың­мы? Әллә башҡа юлын таптыңмы?
– Шәхси предприятием булды ул минең, әммә хәҙер улайтып эшләмәйем. Заказдар күп килә, халыҡта ҡурайға ҡыҙыҡһыныу ҙур, балаларын йәлеп итәләр, уйнау оҫталығына өйрәтергә тырышалар. Эшләһәң, эш бара. Сит илдәргә лә алып сыҡҡаным бар. 2011 йылда “Түңгәүер” ҡурайсылар ансамбле менән – Төркиәлә, 2015-тә Илдар Юнысов тигән ҡурайсы менән Венгрияла булдыҡ.
– Ҡурай менән бәйле берәй үҙенсәлекле хәл булғаны бармы? Бәлки, Сәйфулла ағайҙың ауыҙынан ишеткәнегеҙ булғандыр? Атам да атам, тип йән атып тораһығыҙ бит...
– Атам бер мәл һөйләгәйне ул. Сәхнәгә сығып ҡурай уйнап ебәрәм тиһә, көй сыҡмаған да ҡуйған. Ул быны былай тип аңлатты: әгәр ҡурайҙы нәҙек кенә энә менән берәй еренән тишһәң, ул уйнамай ҙа ҡуя икән. Борон шәп ҡурайсылар бик күп булған бит инде, шуға күрә улар дәғүәсеһен еңер өсөн был алымды үҙ-ара ярышҡанда ҡулланған. Моң эйәһен яңынан ҡулланышҡа ярашлы булһын өсөн һыуға тотоп, рәтләп алғандар.
Боронғо ҡурайсылар үҙҙәре лә үҙенсәлекле булған. Атам улар тураһында бик мауығып һөйләр ине. Уларҙан һабаҡ алып, үҙе лә шуға балаларҙы өйрәтә башлаған. Совет осоронда башта оҫталар аҙ булған, әммә яйлап өйрәтә торғас, уларҙың һаны ете йөҙгә еткән. Ҡырҡлап ансамбль була ине, хәҙер берәй 15 ҡалғандыр. Район хакимиәте, мәҙәниәт бүлеге тарафынан ҡурайсыларға иғтибар ҙур ул. Атамдың музейын да булдырҙылар, иҫтәлекле таҡтаташ астылар, конкурс та ойошторҙолар.
Атам бит ғүмер буйы шул ҡурай менән булды: балалар өйрәтте, ҡурай яһаны, халыҡ менән аралашты. Уны һәр ергә саҡырып торалар ине. Әсәм: “Йөрөмә инде, өлкәнәйҙең бит”, – тиһә лә, йыйынып сығып китә һәм: “Ҡурай тигәндә мин ер сигенә китергә лә әҙер!” – тиер булды. Сәхнәлә яҡты донъя менән хушлашты бит мәрхүм...
– Сәхнәлә?
– Йөрәк сирле ине ул. Әммә ҡурайһыҙ йәшәмәне, халыҡ менән осрашып, аралашмай тора алманы. Сығыш яһап торғанда тотто бит йөрәге. Табиптар ҙа бер аҙ коньяк эсергә кәңәш итәләр ине, әммә ул эсмәне лә, тартманы ла. “Иҫерткес эсемлек ҡулланып, нисек ҡулыңа ҡурай алып, халыҡтың моң эйәһе менән аралашырға мөмкин? Балаларҙы нисек өйрәтмәк кәрәк?”– тиер ине. Атам мәрхүм ныҡ кеше булды, сумарт ине.
– Сумарт?
– Беҙҙең яҡта шулай тиҙәр, йомарт, йомшаҡ күңелле. Кешеләргә күп ярҙам итте. Беҙҙән халыҡ өҙөлмәне. Көн һайын кеше килде, әсәм мәрхүмә көнөнә икешәр-өсәр тапҡыр аш һала торғайны, самауыр йырлап ҡына ултырҙы.
– Кешене бит ашатырға ла бол кәрәк. Мал тотҡандарҙыр?
– Малды ныҡ күп тоттоҡ беҙ. Атам бал ҡорттары ҡараны, алда әйткәнемсә, теләһә ҡайһы эште тота ла эшләй ине. Электрик, сантехник, ташсы, ремонтлаусы һөнәрҙә­рен унан өйрәндем. Мал һуйыу менән дә шөғөлләнәм. Кеше менән нисек һөйлә­шергә кәрәклеген дә матур ғына итеп кәңәш әйтеп өйрәтер ине. Ҡыйыуһыҙыраҡ инем, әммә атам һәр эште яйлап һеңдерҙе. Атайлы булып үҫеүҙең нимә икәнен йылдар үткәс аңлайым.
– Әйткәндәй, хәҙер ҡайһы бер ауылдарҙа мал һуйырға ла кеше юҡ, тиҙәр?..
– Эйе, ауылда хәҙер күп ирҙәр ситтә эшләй бит. Унда ҡалғандары ла йүнләп элекке шөғөлдәрҙе белмәй. Мал ҡарау, тәрбиәләй белеү – ул бит халҡыбыҙҙың иң төп кәсебе.
– Әрмелә лә ҡурай уйнағанһы­ғыҙҙыр ул?
– Алып барып булманы шул, әммә унда бер торба табып алып, шуның менән һыҙғыртып йөрөнөм. Асҡын районынан яҡташым Владик Ғилемшин гармунда уйнаны. Шулай итеп икәүләп музыка ҡоралдарында уйнап, күңелебеҙҙе күтәреп ала торғайныҡ.
Хәҙер ҡурайһыҙ йәшәүҙе күҙ алдыма ла килтермәйем. Юлда йөрөгәндән тыш, ауыл эсендә, өйгә ҡайтып кергәнсе, йән сығырҙай булып йөрөйөм. Ҡабаланып ҡай­тып инәм дә, тиҙерәк ҡулыма ҡурай алып, уйнап алам. Йыуан ҡурай бар – Түңгәүер ҡурайы тип атала. Шунан башлап бөтә төр ҡурайҙарымда ла уйнап сы­ғам да донъям теүәлләнеп киткән кеүек була. Улымды ла өйрәттем. Ҡурай – беҙ­ҙең тоҡомдо оҙатып йөрөгән моң эйәһе ул.



Вернуться назад