Ун өс йәштә орден таҡтым14.04.2017
Ул ваҡытта миңә 13 йәш ине. Бер төркөм малайҙар менән урамға сыҡтыҡ. Элек детдомдыҡылар гел генә иҫке клуб эргәһендә өйөрөлә ине. Шуның артында йәшенмәк уйнайбыҙ, баҫтырышабыҙ. Был юлы ла күнегелгән урыныбыҙға киттек. Йәйге матур көн, ҡояш битте ҡыҙҙыра.
Клуб артына сыҡһам, ниндәйҙер пакет ята. Уны-быны уйламайынса тибеп тә осорҙом. Эсендәге әйберҙәр сыңлап китте. Ҡолағым ҡарп итеп ҡалды. Нимәләр ята икән унда? Әллә аҡсамы икән? Ипләп кенә пакетты астым... Күргәнемә күҙҙәрем бәзләп китте. Тоҡсайҙың эсе тулы миҙал һәм ордендар! Тиҙ генә башҡалар мине уратып алды. Миҙалдарҙы үләнгә һалдыҡ та иғтибарлап ҡарай башланыҡ. Бына, исмаһам, хазина! Ниндәй генә орден юҡ! Һуғыш ветерандарының “Батырлыҡ өсөн”, “Берлинды алған өсөн”, “Ҡыҙыл Йондоҙ” ордендары ла бар. Тағы ла әллә ниндәй миҙалдар, уларын тәүгә күреп торам.
– Ҡара, “Халыҡ артисы” тигән миҙал да бар! – тип дуҫым ҡысҡырып ебәрҙе. – Бәй, быныһы тағы кемдеке?
Ярай, һуғыш һәм тыл ветерандары, Герой-әсәләр һәр ауылда тиерлек. Ә халыҡ артисы? Етмәһә, әллә ниндәй премия лауреаты тигән миҙалдары ла бар. Шулар араһынан Аҡмулла төшөрөлгәнен генә таныным. Тамам аптыраным.
Кем юғалтты икән уны? Әллә кәрәге ҡалмағанмы икән?
– Нимә эшләйбеҙ? – тип аптырашты малайҙар.
– Әйҙә бүлешеп алайыҡ та шуның менән вәссәләм! – тине берәүһе.
Үҙем тапҡас, бүтәндәргә былай ғына бирге килмәне. Ҡыҙыҡ күреп, уларҙы тағып ҡарарға булдым!.. Бер орденды ҡаҙаным, икенсеһен, өсөнсөһөн... Шулай итеп, күкрәгем тулыһынса орден-миҙалға тулды! Бронежилет та кәрәк­мәй! Етмәһә, улар ҡояш нурҙарында шул тиклем ялтырай, күҙҙе сағылдырып тора.
Шунан ул наградаларҙы систем дә ипләп кенә пакетка һалдым. Ә малайҙар һаман “бүлешәйек” тип аптырата.
– Юҡ, әйҙәгеҙ, музей директоры Рәмзиә апайға алып барайыҡ! Миҙалдар музейҙа ятырға тейеш! – тинем.
– Эй, ошо Айгиз һәр ваҡыт килештерә инде ул, – тине кемдер.
– Яҡшы уҡый, имеш.
Күмәкләшеп музей директорының өйөнә киттек. Һыҙғырып апайҙы саҡырып сығарҙыҡ.
– Нимә кәрәк һеҙгә? – тип һораны ул беҙҙе күреү менән.
– Апай, бына һеҙгә бер төргәк алып килгәйнек...
Ул пакеттың эсен ҡараны ла ауыҙын асып өнһөҙ ҡалды. Уның шунда уҡ йөҙө үҙгәрҙе. Беҙ ҙә баҙап ҡалдыҡ. Бер аҙ шымып торғас, һорашырға тотондо:
– Һеҙ быны ҡайҙан алдығыҙ?
– Клуб артынан. Үлән араһында ята ине...
– Үәт, суҡынсыҡтар! – тип әрләне апай. – Кемдең ҡулынан килгән был эш! Шундай ҡомартҡыға тейергә оялмағандар. Ҡулдары ҡороғоро...
Апай барыһын да беҙгә һөйләп биргәс, эштең ниҙә икәнен аңланыҡ. Баҡтиһәң, бынан бер нисә көн элек ауыл музейына бурҙар төшкән. Төнөн ундағы булған бөтөн орден-миҙалдарҙы һепереп алып сыҡҡандар. Бер нәмә лә ҡалмаған. Батша заманындағы, шулай уҡ ҡайһы бер совет ордендары “ҡара баҙар”ҙа бик ҡиммәт тора икән. Бурҙар ана шул иң кәрәклеләрен алған да быларын ырғытып киткән икән...
– Ярай һеҙ быларын тапҡанһығыҙ әле. Ауыл тарихы өсөн бик кәрәкле бит улар. – Апай рәхмәттәрен әйтә-әйтә арҡабыҙҙан һөйөп алды.
– Ә Айгиз ошо ҡыҙыҡ миҙалдарҙы тағып ҡараны, – малайҙар мине оялтырға тырышып, көлөшөп алды.
– Ә-ә-ә, улар бит композитор Заһир Исмәғилевтең миҙалдары, – тип һүҙен дауам итте апай. – Бына, мәҫәлән, ошоноһо – Аҡмулла премияһының миҙалы. Уны Заһир ағайға “Аҡмулла” операһы өсөн биргәндәр.
Беҙ шатланышып детдомға ҡайтып киттек. Урланған наградаларҙың ниндәйҙер өлөшөн ҡайтара алғаныбыҙға һөйөнөп бөтә алманыҡ. Етмәһә, кемдеке бит әле – Заһир Исмәғилевтеке!
Ошо хаҡта берәүгә лә һөйләгәнем юҡ ине. Бөйөк композиторҙың ордендарын тағып ҡарағанды иҫемә төшөрһәм, ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та булып китә.



Вернуться назад