Башҡортостанда 300-ҙән ашыу кеше “Смарт-Тау” республика йәштәр белем биреү форумында ҡатнашырға теләк белдерҙе. “Смарт-Тау” Өфөлә 27–29 апрелдә уҙғарыла. Был форум белем алыуға, тәжрибә уртаҡлашыуға, фекерҙәштәр менән осрашыуға, төбәктә йәштәрҙең башланғыстарын үҫтереүгә йүнәлтелгән майҙансыҡты тәшкил итә. Бынан тыш, “Смарт-Тау” – “iВолга”, “Таврида”, “Мәғәнәләр биләмәһе” кеүек йәйге форумдарҙың грант конкурстарында проекттар менән таныштырыу мөмкинлеген дә бирә. Бында профессиональ тренерҙарҙың, сәйәсмәндәрҙең, йәмәғәт эшмәкәрҙәренең, ғалимдарҙың һәм эшҡыуарҙарҙың фекерен, баһаһын ишетергә мөмкин.
– Әлеге сара бөтә Рәсәй кимәлендәге форумдар юҫығына инеү, үҙеңде күләмле кампанияла ҡатнашыусы итеп тойоу мөмкинлеген бирә. Төп маҡсат – төбәк вәкилдәренең тейешле кимәлдәге сығышын ойоштороу. Былтыр республикабыҙҙан ҡатнашыусылар проекттарын тормошҡа ашырыуға 3 миллион һумдан ашыу аҡса отто. Был – бик яҡшы һөҙөмтә. Муниципаль форумдарҙы үҫтереү һөҙөмтәһендә тағы ла юғарыраҡ күрһәткестәргә өлгәшербеҙ, проекттарыбыҙ лайыҡлы баһа алыр, тип ышанабыҙ, – тине Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Руслан Хәбибов.
Өфөләге эш йомғаҡтары буйынса иң яҡшы проекттарҙың авторҙары һәм иң әүҙем ҡатнашыусылар округ һәм федераль форумдарға юлланасаҡ. “Смарт-Тау”ҙа үҙ проекты йәки идеяһы булған 18 йәштән 30 йәшкә тиклемге һәр кеше ҡатнаша ала. Ентеклерәк мәғлүмәтте “Бәйләнештә” селтәрендәге рәсми төркөмдән табырға мөмкин.