Волга – Янцзы12.04.2017
Волга – ЯнцзыБөгөн Өфөлә “Волга – Янцзы” форматындағы берлектәге эш төркөмө рәйестәштәренең сираттағы осрашыуы булды. Рәсәй яғынан унда Волга буйы федераль округы төбәктәре, шул иҫәптән Башҡортостан вәкилдәре ҡатнашты.
– Бөгөн беҙ хеҙмәттәшлегебеҙҙең үҫешенә йомғаҡ яһаныҡ һәм “Волга – Янцзы” форматындағы Советтың икенсе ултырышына әҙерләнеү буйынса төп сараларҙы билдәләнек. Ултырыш быйыл йәй Ҡытайҙың Сычуань провинцияһында үтәсәк, – тине Рәсәй Президентының Вогла буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Алексей Сухов.
Уның әйтеүенсә, хеҙмәттәшлектең норматив-хоҡуҡи базаһы тулыһынса тиерлек төҙөлгән. Әле Волга буйы федераль округының һәм Янцзы йылғаһының үрге урта ағымы төбәктәре араһында 27 килешеү бар. Киләһе Совет ултырышында ошондай уҡ тағы ла 10 килешеү төҙөү күҙаллана.
– Инвестиция проекттарының яраштырылған исемлеге 58 позициянан тора. Шуларҙың 18-е әле тормошҡа ашырыла, 40 проект яҡтар тарафынан тикшерелә. Беҙҙеңсә, гуманитар өлкәлә үҙ-ара эш итеү айырыуса мөһим. Бөгөн гуманитар хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса юл картаһының 30-ға яҡын пункты үтәлгән, 70-кә яҡын яңы тәҡдим ҡарала. Әлеге ултырыш йомғаҡтары буйынса Рәсәй вәкилдәре Ҡытайҙағы партнерҙарына 100-ҙән ашыу тәҡдим индерҙе, – тине Алексей Суханов.
Башҡортостан Хөкүмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, республикала “Волга – Янцзы” форматындағы ғәмәлдәр һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән Ҡытай капиталы ҡатнашлығында 22 предприятие уңышлы эшләй.
– Агросәнәғәт комплексы, машиналар эшләү, төҙөлөш материалдары етештереү, медицина, туризм өлкәһендәге проекттарға өҫтөнлөк бирергә тырышабыҙ. Анығыраҡ әйткәндә, беҙ хеҙмәттәшлек концепцияһы төҙөүҙән проекттарҙы тормошҡа ашырыуға күстек, – тине республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Артур Шәйнуров.
“Волга – Янцзы” форматы идеяһы 2012 йылдың йәйендә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабичтың Ҡытай Халыҡ Республикаһы Дәүләт Советы вәкилдәре менән осрашыуында тыуа. Әйткәндәй, Ҡытай Рәсәйҙең төп 100 сауҙа партнеры исемлегендә өсөнсө урынды биләй.


Вернуться назад