Рәфит Зәйнишев ҡәрҙәш (“Эш һөйөргә өйрәтте”, “Башҡортостан”, № 44, 2012 йыл) совет иленең ыңғай яҡтарын иҫкә ала, СССР тарҡалыуында әлеге лә баяғы Аллен Даллесты һәм Борис Ельцинды ғәйепләй. Был бер яҡлы һәм үтә ябай ҡараш хаҡында һүҙ ҡуйыртып тормайым.
Совет заманының кире яҡтарын да һанап сығырға уйламайым. Шуны әйтмәксемен: тоталитар система тарафынан халыҡҡа һеңдерелгән ҡоллоҡ рухы һаман да йәшәй әле. Әйтәйек, Рәсәй граждандары, эшһеҙ ҡалыуҙан ҡурҡып, етешһеҙлектәр хаҡында ауыҙ асып һүҙ әйтеүҙән ситтә тора, гәзиттәргә яҙыр булһа, маҡтау йә хуплау һүҙҙәре генә оҙата. Рәфит туғанға бер һорау бар: совет заманында колхоздарҙа киң рәүештә ҡулланылған ағыулы матдә — гербицид запастары хәҙер ҡайҙа, ни хәлдә һаҡланыла йә ҡайҙа күмелгән? Ул нәмәнән
ағыуланып яфа күреүселәр ҙә аҙ түгел бит. Әлеге көндә эсәр һыуыбыҙҙы ағыулап ятмаймы икән был рак ауырыуы тыуҙырыусы матдәләр? Әлбиттә, был һорауҙы мин тейешле органдарға йүнәлтер инем. Был мәсьәләне Аллен Даллесҡа япһарып булмаҫ.
Дауыт АМАНГИЛДИН.
Ырымбур ҡалаһы.