Ҡара ҡайын ҡайғы төҫөмө?12.04.2017
Ҡара ҡайын ҡайғы төҫөмө? Башҡорт халҡын милләт булараҡ барлыҡҡа килтергән һәр ырыуҙың йәшәгән урынына ғына хас тәғәйен ағасы, ҡошо, тамғаһы, яу ораны, изге тәбиғәт ҡомартҡылары булыуы тураһында мәғлүмәттәр быуаттар аша быуындан быуынға тапшырылып килгән һәм юғалтмай һаҡланған. Ырыу атрибуттарын тикшереү һәм тергеҙеү буйынса фәнни хеҙмәттәр яҙған ғалимдарыбыҙ Раил Кузеев, Рим Янғужин башҡорт халҡына баһалап бөткөһөҙ хазина булырлыҡ алтын ҡомартҡы ҡалдырҙы.
Өмөтбай ауылындағы Әүлиә тауы тураһында матбуғатта мәғлүмәттәр баҫылғанға күрә, был турала туҡталып тормайым, тик тауҙың түбәһендә Әүлиә ҡәбере булыуы, ә төньяҡ битендә ҡурған ҡәберенең таш бағанаһы – менгир булыуы хаҡында уҡыу­сы­ларҙың хәтеренә төшөрәм. Ауы­рыуҙарҙан, төрлө сирҙәрҙән дауалаған Әүлиә тауы, ҡәбере, күле тураһында тирә-яҡ ауылдар ғына түгел, күрше райондарҙа, хатта республикабыҙҙың төрлө тарафтарында йәшәгәндәрҙең хәбәрҙар булыуын ишетеп торабыҙ.
Машиналарҙың тау юлын тапап бөтөүе килгән кешенең күп булыуын иҫбатлап тора. Тауҙың итәгендә, урман эсендә ҙур булмаған аҡлан бар, әйтерһең дә, тәбиғәт тап ошонда транспортты ҡалдырып, сәй эсергә ишаралай кеүек. Артабан тауҙың түбәһенә тик йәйәүләп күтәрелергә мөмкин. Унда менгәс, кешеләр ҡыҙыл кирбес менән ҡоролған Әүлиә ҡәбере янында әруахтарға бағышлап аят уҡый, ил-йортҡа именлек, үҙҙәренә һаулыҡ теләп хәйер тарата. Ауырыуҙарынан дауаланған Өмөтбай ауылы кешеһе Ғилфан Ишмырҙин, әйткән аманатына тоғролоҡ һаҡлап, Әүлиә ҡәберен ҡыҙыл кирбес менән бураған.
Сәй эскәндән һуң ергә ятып серем итеп алыу – мотлаҡ үтәлергә тейешле йола. Фәҡәт шул саҡта ғына Әүлиә дауаһы килешә, тип һөйләй ололар. Тау итәгендә беҙҙең яҡта һирәк осраған ҡара ҡайындар үҫә. Уҡыу­сыларым менән сауҡалыҡты тикшереп сыҡҡандан һуң, бында өс ҡара ҡайын булыуын асыҡланыҡ. Ни өсөн тәбиғәттә бындай ҡайындар һирәк осрай, халҡымдың был ағас­тарға ҡарата мөнәсә­бәте нисек икән, тигән һорау эҙләнеү эшемә сәбәп булды.
Элек-электән ха­лыҡ­та аҡ ҡайындың матурлығын ҡатын-ҡыҙ гүзәллеге менән сағыштырыу киң та­рал­ған. Күп кенә йырсылар, ап-аҡ ҡайын­дар­ҙы ҡосоп, йыр баш­ҡарырға ярата. Ә ҡара ҡайындар тураһында халыҡ фольклоры ни һөйләй?
Рәсәй халыҡ­тары­ның легендалары ме­нән танышып сыҡҡан­дан һуң, ҡара ҡайындың һөйгәнен, мөхәб­бәтен юғалтҡан ҡыҙ образы булыуын асыҡлайһың. Һөйгәнен һуғышҡа оҙатҡан ҡыҙ үлем хәбәре алғас, аҡ ҡайын янында ергә ятып күҙ йәшен түгеүе һәм таң атыуға был бисараның ҡара ҡайынға әүерелеүе тураһындағы хәбәр тетрәндерә. Тик яҙҙар еткән һайын ҡара ҡайын, һөйгәнен һағынып, саф йәштәрен ҡоя, уның ҡайғыһын уртаҡлашып, аҡ ҡайындар ҙа йәшкә мансыла, имеш...
Бына ҡайҙан килә икән ҡатын-ҡыҙҙарҙың бер-береһенең күҙендә йәш тамсыһы күреү менән күңелдәре нескәреп бергәләшеп йәшкәҙәүҙәре? Ҡайын миндегенең йомшаҡ­лығында ҡатын-ҡыҙ ҡулдарының шифаһын тояһың, ә утын-күмеренең эҫелеге гүзәл заттарҙың мөхәббәт ҡайнарлығын күрһәтә кеүек.
Урман белгестәренең, тәбиғәт феномены булараҡ, ҡара ҡайындар тоҡом ҡалдырмай, тигән фекере лә иғтибарға лайыҡ. Был ағастарға ҡарата халыҡ та бер төрлө генә ҡарашта түгел. Быны Таһир ауылы ҡара ҡайыны миҫалында күрергә була. Баймаҡ – Өфө юлының Солтанһырты түбәһендә ҡара һылыуҡай үҫә ине... Уны ауыл кешеләре ауыл күрке тип ҡабул итте, кәртәләп алды, янына ултырғыстар ҡуйҙы. Янына юлсылар туҡтап ял итә, теләк теләп, ҡайын төбөнә тәңкә һала, ботаҡтарына ал таҫмалар үрә ине, ә йәш парҙар тоғролоҡҡа ант биреү йолаһын үтәне. Тик бер ваҡыт ағасты бысып ҡолаталар... Ололар, ҡайынға яман кеше­ләрҙең күҙе тейҙе, шуға ул ҡороно, тигән фекерҙә булһа, йәш быуындың үҙ фекере – ошонда биргән антын үтәмәй кейәүгә барған ҡыҙына мөнәсәбәтен белдереп, әрме хеҙмәтенән ҡайтҡан һалдат ҡырҡҡан, имеш...
Ә шулай ҙа иң тапҡыр яуапты Таһир ауылы янындағы туҡталышта торған ҡатын еткерҙе, тип уйлайым. Был телдәр, алсаҡ юлдаш Солтанһыртҡа еткәнсе ауыл яңылыҡтарын һөйләп өлгөрҙө. Ҡара ҡайын тураһында һорауыма ябай ғына итеп: “Ҡайынды ирҙәрен көнләшкән ҡатындар ҡырҡты”, – тип яуап бирҙе. Минең аптыраулы ҡарашыма уйынлы-ысынлы итеп: “Ҡайһы бер ирҙәр бер “ярты”һы булһа, икенсе яртыһына ҡайын янына барыр ине”, – тип өҫтәп ҡуйҙы. Бына бит, аңла ҡатын-ҡыҙҙы, әле илай, әле көлә, әле көнләшә...
Был хәбәрҙе, әлбиттә, көләмәс шартында теркәп үтәм, ә мәҡәләмдең тәүге юлында телгә алған һәр ырыуҙың үҙ ағасы, ҡошо, ораны булыуы – тарихи факт. Билдәле күҙ табибы Эрнст Мулдашев бер әңгәмәһендә ырыу ҡоштары мәрхүмдәрҙең йәнен ахирәткә оҙатыусы хеҙмәтен үтәй тигән фекерен әйткәйне. Ә бына мин ырыу ағасы һәр ҡә­үемдең тамырҙарының быуаттар тәрәнлеген күрһәтә, тыуған ер тупраҡ менән бәйләнеште сағылдыра, тип уйлайым. Ысынлап та, “тамыры ныҡ” тигән һоҡланыу һүҙе лә, “тамыры ҡороно” тигән ләғнәте лә ағасҡа түгел, әҙәмгә ҡарата әйтелә бит.
Ағастарға ҡарата һаҡсыл ҡараш быуаттар аша үтеп, беҙҙең көндәрҙә лә һаҡланған. Мәҫәлән, өйлөк ағасты тик ҡышын ҡар яуып, тәбиғәт йоҡоға талғас ҡына башҡарғандар. Урманға ингәс, “бисмилла” һүҙе менән ҡороған ағасты ҡолатыу йола булып торған (ҡоро ағас ҡолатҡан, ҡармаҡҡа балыҡ ҡаптырған, ҡорбан салған һүҙбәйләнеше бер үк фекер ебе түгелме икән?). Яҙ еткәс бөрө тирткән япраҡ ағастарын, ылыҫ бөрккән (теш бөрккән) ҡарағай-ҡарағасты күпләп ҡырҡыу ҡәтғи тыйылған. Быуындар берлеген күрһәткән шәжәрәнең дә ағас рәүешендә эшләнеүе бушҡа түгелдер, шуға күрә һәр кем ырыу ағасын ҡәҙерләгән, солоҡ ағастарына ырыу тамғалары һуғып, аҫабалыҡ хоҡуғын раҫлаған.
Ата-бабаларыбыҙҙың элек-электән ағас, ҡош атрибуттары аша тәбиғәтте һаҡларға өндәүе бөгөн дә көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала.


Вернуться назад