Һандыҡ ҡына тулы, һай, ҡорама...11.04.2017
Туҡылдатып теген машинкаһында ҡорама ҡорап ултырған Мәрзиә инәйгә һис тә туҡһанды бирерлек түгел: хәтере шәп, күҙе үткер, зиһене теүәл. Күҙҙәрен ҡыҫа биреп, йылмайып: “Әллә туҡһан да тулып киләме?!” – тип шаяртыуында уның тормошто яратыуын, дәртле, шаян һәм ихлас булыуын төҫмөрләргә мөмкин.
1927 йылда Баймаҡ районының Иҫәнбәт ауылында донъяға килгән Мәрзиә Усманова заман ауырлыҡ­тарына зарланырға яратмай, бары­һына шөкөр итеп, күргән-кисер­гәндәрен йәш быуынға һабаҡ булырлыҡ бәйән итергә күнеккәнгә күрә, был юлы ла тормош юлының яҡшы яҡтарына ғына туҡталды.

– Ишле ғаиләлә тыуып үҫтем, ике әсәйем булды, – тип башланы инәй һүҙен. – Атайыбыҙҙың тәүге ҡатыны Ҡотлобикә ныҡ ауырығас, туғандары, димләп, әсәйебеҙҙе алып бирә. Йәш кәләш килгәс тә, Өлкән әсәйҙе атайыбыҙҙан һарыҡ һуйҙыртып, шуның быуы бөркөп торған тиреһенә урап һала, үҙенсә тәрбиәләй. Бәхеткә күрә, сирле атайымдың оло ҡатыны йүнәлә, аяғына баҫа. Әсәйем кире китергә булғас, ул йәш ҡатынды (көндәшен) ҡалырға күндерә.
Бөтәбеҙгә таныш булған Мостай Кәрим әҫәрендәге Оло инәй образы, күрәһең, ул осорҙа күп кенә ғаиләләрҙә осрағандыр. Оло әсәйҙәрен (диалект буйынса – өлкән) балалар бигерәк ныҡ ярата, сөнки ике әсәнән дә тыуған сабыйҙарҙы ул ҡарай, тәрбиәләй, йәш әсәйҙәре көнө-төнө эштә була. Ул ваҡытта Иҫәнбәт ауылы халҡы һибелмә алтын йыуып, шуны алтын приискылары хужаларына тапшырып көн итә. Күпселек ир-ат Түбә ҡасабаһына рудникка йөрөп эшләй.
– Бала саҡтан атайыма эйәреп Түбәгә алтын йыуырға йөрөй торғайным. Дүр­тенсе класты бөткәнсе ауылда уҡыным, артабан Ишбирҙегә йөрөп белем алдыҡ. Етенсе класты тамамлап өлгөрмәнем, сөнки Өлкән әсәйҙе йәлләнем, йәш баланы ҡарарға тейеш, урмандан сана менән утын ҡырҡып, мейес яғыу ҙа уның өҫтөндә. Һуғыштан атайымды бронь менән ҡалдырҙылар, әсәйем менән көнө-төнө улар колхоз эшенән бушаманы. Хәтеремдә, атайым тапҡан алтынын тапшырып, бер арба итеп төрлө-төрлө тауар тейәп ҡайтты, әсәйемдәр унан беҙгә бик матур кейемдәр текте, артығын Түбә баҙарына алып сығып һатыр йәки ризыҡҡа алмаштырыр инек, – тип ғүмер юлын һүтә геройым.
Быуыны ла ҡатып өлгөрмәгән үҫмер ҡыҙ төрлө урында эшләп һыуыҡ алдырып, аяҡтан йығыла. Дауаханаға алып баралар, тейешле бер укол да булмай, ул ваҡыттағы табип: “Аяғыңды тоҙло һыуға тыҡ”, – ти ҙә ҡайтара. Был ваҡытта ата-әсәһе Муллаҡай ауылы янындағы урманда ағас ҡырҡыу эшендә була. Өйҙә шыуышып тигәндәй йөрөгән ҡыҙының хәлен ишетеп, атаһы иптәштәре аша алып килеүҙәрен үтенә. Ул Мәрзиәне көн һайын иртәнге ысыҡҡа баҫтыра. Бер нисә көндән ҡыҙыҡай аяғына баҫа, урман ҡырҡыусыларға тәүҙәрәк сәй ҡайнатһа, артабан ботаҡтар йыйырға ярҙамлаша.
1945 йылда Мәрзиә Сибай ҡалаһына эшкә килә. Резина итектә эшләү ҡыҙҙы йәнә аяҡтан йыға. Атлай алмаған ҡыҙын атай кеше тағы ла әҙәм итергә тырыша.
26 июлдән һуң бөтә урман һәм яланда төрлө шифалы үләндәр сәскә ата икән. Уларҙы тап ошо ваҡытта йыйырға кәрәк. Атаһы тоҡлап сәскә алып ҡайтып, шулар өҫтөнә ҡыҙын һалып, балаҫҡа урап ҡуя. Был юлы ла атаһының име килешә ҡыҙына: Мәрзиә аяғына баҫа. Бала саҡтағы дауалау ғәләмәтеме, әллә үҙенең күңеле ҡушыуымы, Мәрзиә Фәхрислам ҡыҙы әле лә төрлө шифалы үләндәр йыя, уларҙы файҙалана.
Тормош юлдашы Хәсән Усманов менән ни бары 18 йыл йәшәп өлгөрә, әммә бик бәхетле ғүмер кисерә улар. Алты бала үҫтерәләр, бөгөн барыһы ла иҫән-һау, һәр береһенең үҙ ғаиләһе бар. Ун дүрт ейән-ейәнсәр һөйөп, уларҙың 13 бүлә-бүләсәрен ҡосоп ултыра бәхетле, хәстәрлекле өләсәй.
– Ҡартым менән аҙ йәшәһәк тә, бәхетле булдым. Ул сирләгәс, дауаханаға яҡыныраҡ булайыҡ тип, 1973 йылда ауылдан Сибайға күсеп килдек. Үҙемә ашханала, ит комбинатында ла эшләргә тура килде, балалар ҡалала белем алды, артабан ғаилә ҡорҙо. Эштән ҡайтҡас, алты баланы үҫтерергә кәрәк бит, тегеү машинкаһына тотондом. Үҙемә лә, балаларға ла тегеп кейҙерҙем. Бер аҙ аҡса ла эшләй инем. Артабан ҡыҙҙарым кейәүгә сығыр мәл еткәс, уларға бирнәлек өсөн ҡорама ҡораным, юрғандар эшләнем. Аҙаҡ ейәнсәрҙәремә ҡомартҡы, минән иҫтәлек булыр тип, һәр береһенә инселәп, әсәйҙәренә тапшырып ҡуйҙым. Күңелем бер аҙ бошоноп китһә, теген машинаһына ҡулым тейеүе була, күңел күтәрелә, эшләгеләр килеп кенә тора. Үҙ эшеңдең емешен күреп, зауыҡланып китәһең, дәртләнеп машинаның тотҡаһын йылдамыраҡ әйләндерәһең, – ти Мәрзиә инәй.
Миңә ҡалһа, тормоштан йәм табып, туҡһанда ла бирешмәй, матурлыҡҡа ғашиҡ булып, уны үҙ ҡулдары менән тыуҙыра алғанға күрә, үҙенең олпат йәшендә лә гүзәл, көләс, иң мөһиме – зиһенле, ихлас, дәртле ул. Йортонан ҡот, ҡул эштәренән – нур, йөҙөнән иман һәм ихласлыҡ бөркөлөп тора. Йөҙгәсә йәшәгеҙ, имен-һау булығыҙ, ағинәй!



Вернуться назад