Илһөйәрлек ҡайҙан башлана? Ғаиләнән, телдән, милли матбуғаттан!12.04.2017
Мөхтәрәм гәзит уҡыусыларыбыҙ!
2017 йылдың икенсе яртыһына матбуғатҡа яҙылыуҙың төп осоро бара. Бөгөн сағыштырыу өсөн беренсе ярты йыллыҡ һөҙөмтәләрен бирәбеҙ. Гәзитебеҙҙең тоғро дуҫтары — Ишембай, Баймаҡ, Илеш, Дүртөйлө, Мәләүез, Ҡырмыҫҡалы, Әлшәй, Шишмә, Салауат райондары — йылдағыса юғары күрһәткестәре менән һөйөндөрә. Афарин!
Беҙҙе иң ныҡ көйөндөргән төбәк — Благовещен. Унда гәзитебеҙҙе бер генә кеше алдыра. Мәктәп, китапхана, ойошмаларҙа башҡаса “Башҡортостан” гәзитен уҡыусылар юҡмы ни? Шулай уҡ Благовар (4), Бишбүләк (7), Йәрмәкәй (11), Өфө (13) райондары ла матбуғат һүҙенә битараф, күрәһең.
Бер быуатлыҡ тарихҡа эйә республика исемен йөрөткән һәм уның тиңдәше булған төп милли баҫмабыҙға яҙылыуға әүҙемерәк ҡушылайыҡ, ватандаштар. 100 йыллыҡҡа 100 “Башҡортостан” гәзитенә яҙылырға йөрьәт иткән ауылдар, ауыл биләмәләре, коллективтар табылырмы арағыҙҙа?
Илһөйәрлек ҡайҙан башлана? Ғаиләнән, телдән, милли матбуғаттан!

“Башҡортостан” гәзитенә яҙылыу йомғаҡтары


Вернуться назад