Кәбеҫтә һурпаһы ялҡытты, бишбармаҡ ашағы килә12.04.2017
Кәбеҫтә һурпаһы ялҡытты, бишбармаҡ ашағы килә Әйтегеҙ әле, кемегеҙҙең ире, туғаны, танышы, күршеһе, ауылдашы сит яҡтарға китеп эшләмәй? Беҙҙең халыҡ аяҡ баҫмаған ер юҡ бөгөн: Силәбе, Екатеринбург, Мәскәү, Приморье, тотош Себер... Ауыр йөгөн артмаҡлап юлға сыға ла һағындырып ҡына ҡайтып инә. Хас та осар ҡош инде бына. Элек ата-бабалары һөргөнгә китһә, хәҙер үҙ теләге менән алыҫтарға юллана, сөнки үҙ төйәгендә эш юҡ.
Уҙған аҙнала төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов Иҡтисади үҫеш министрлығы коллегияһы ултырышында сығыш яһағайны. Ул әлеге көндә квалификациялы кадрҙарҙың республиканан ситкә ағылыуын иң көнүҙәк мәсьәлә тип атап, был күренештең сәбәбе йәшәү кимәленең түбән булыуындалығын белдерҙе.
Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа белгестәр һәм эшсе ҡулдар күпләп илдең башҡа төбәктәренә китә. “Башҡортостанстат” мәғлүмәттәренә күҙ һалғанда, 2016 йылда 101,2 мең кеше – Төмән өлкәһендә, туғыҙ меңе – Силәбелә, ете меңе Мәскәүҙә “кәбеҫтә һурпаһы һемергән”. Башҡортостан буйынса миграция кимәле лә күрше төбәктәргә ҡарағанда ике тапҡырға тиерлек юғары.
– Былтыр 148 мең гражданыбыҙ ситтә эшләгән, был хеҙмәттә мәшғүлдәрҙең һигеҙ проценты. Ә беҙгә эшкә һигеҙ мең кеше килгән. Иң борсоғаны – ауыл ере. Унда миллион ярым халыҡ йәшәй. Эш урындары етешмәй. Һөҙөмтәлә 120-130 мең кеше башҡа төбәктәргә йөрөп эшләргә мәжбүр, – тине Рөстәм Зәки улы.
Миграция процесына килгәндә, элекке йыл 56,9 мең граждан республиканан ситкә күсеп китеп, 51 мең кеше килһә, былтыр иһә был һандар 129 һәм 123 мең тәшкил иткән. Башҡортостан Башлығы белдереүенсә, Татарстанда һәм Һамар өлкәһендә ошо күрһәткестәр ике тапҡырға аҙыраҡ. Тимәк, беҙҙә килгән-киткән халыҡ ағымы көслөрәк, тотороҡлолоҡ юҡ. Был хафаға һалған проблемаларҙың сәбәбе ниҙә һуң?
Билдәле булыуынса, йәшәү кимәле иҡтисади хәл-торошҡа бәйләнгән. Үҙ сиратында уныһының үҫеше инвестиция йәлеп итеүҙәге, инновациялы мөхит тыуҙырыуҙағы, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙәге, кеше капиталын туплауҙағы уңыштарҙан ғибәрәт.
Инвестиция йәлеп итеү буйынса эш насар бармаған кеүек. 2015 йыл менән сағыштырғанда, 2016 йылда үҫеш 104,2 процент тәшкил иткән. Әммә уның күпселек өлөшө эре сәнәғәт предприятиеларына тура килгән. Дөйөм һандың тағы бер ни тиклемен бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ бирһә, ауыл ерендә бер ниндәй ҙә һиҙелерлек өлгәш юҡ.
Әйткәндәй, бәләкәй һәм уртаса бизнеста ла проблемалар быуа быуырлыҡ. Былтыр июнь айында республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Вадим Үтәшев Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары алдында тармаҡтағы үҫеште ҡыуаныслы итеп һүрәтләгәйне. Йәнәһе, Башҡортостанда был өлкәлә 470 мең кеше мәшғүл, ошо күрһәткес буйынса республика Волга буйы федераль округында – икенсе, Рәсәйҙә һигеҙенсе урында. Ләкин октябрҙә төбәктәге инвестиция мөхитен яҡшыртыу мәсьәләләре буйынса Республика йортонда уҙған кәңәшмәлә ошо уҡ дәүләт комитетының рәйесе Вячеслав Ғиләжетдинов бәләкәй эшҡыуарлыҡта 1000 кешенең 31-е генә мәшғүл булыуын белдерҙе. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан 85 ил төбәге араһында 75-се урында тора икән. Дәүләт тарафынан миллиард һумға яҡын финанс ярҙамы бүленеүенә ҡарамаҫтан, эш алға бармай. Тимәк, йүнселдәргә ҡыйыуыраҡ булырға, белемен камиллаштырырға, ә административ ресурсҡа үҙ эшен асҡандарға өҫтәмә “кәртәләр” булдырмаҫҡа кәрәк.
Ауыл хужалығында хәл бигерәк тә аяныслы. Былтырғы йыл һөҙөмтәләренә ҡарағанда, ҡайһы бер райондар халҡының 22 процентынаса юғалтҡан. Ыңғай миграция кимәле Өфө (плюс 3,1 процент) һәм Иглин (плюс 2,4 процент) райондарында ғына күҙәтелгән. Быныһы аңлашыла: баш ҡалаға яҡын тирәлә эшсе ҡулдарға даими мохтаж эре сауҙа үҙәктәре һәм төрлө предприятиелар урынлашҡан. Моноҡалалар исемлегенә индерелгән Күмертау һәм Бәләбәйҙә эш яңы башланып тора, шуға күрә был проекттарҙың файҙаһы бер ни тиклем ваҡыттан һуң ғына күренер.
Ә бына республиканың көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә халыҡтың мәшғүллек кимәле айырыуса мөшкөл. Унда эре сәнәғәт предприя­тиеларының аҙ булыуы, булғанының да ябылыуы йә кадрҙар ҡыҫҡартылыуы сәбәпле ир-егеттәр генә түгел, ҡатын-ҡыҙ ҙа эш эҙләп ситкә ағыла. Сибай ҡалаһын ғына алайыҡ. Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының филиалынан башҡа завод-фабрикалар сафта ҡалманы тиерлек. Ит-консерва, һөт-консерва, икмәк комбинаттары, араҡы, һыра заводтары ябылды, элеватор Силәбе өлкәһе йүнселдәре ҡанаты аҫтына күсте. Хәҙер ҡала халҡы көн дә кәрәк икмәк менән һөттө лә күрше райондарҙан йә Магнитогорск ҡалаһынан килтергәнде көтөп ала. Ваҡытында һөт-консерва комбинатында балалар ризығы ла етештерҙеләр. Бөгөн ул да кәрәкмәй булып сығамы? Ә бит сит илдәр Рәсәйгә ҡарата санкциялар индергәс, илебеҙ етәкселеге тарафынан яуап рәүешендә ҡабул ителгән санкциялар исемлегендә тап шул балалар аҙыҡ-түлеге юҡ ине бит. Тимәк, беҙҙә уға мохтажлыҡ ҙур әле.
– Хеҙмәт миграцияһы ағымын тәртипкә һалыу, бөгөнгө хәлде үҙгәртеү йүнәлешендә республикала 70-75 мең яңы эш урыны булдырырға кәрәк. Йәғни тағы бер “Башнефть”, “Өфө моторҙар эшләү производство берек­мәһе”, “Газпром нефтехим Салауат” ише предприятиелар төҙөү зарур. Бының өсөн бер триллион һум инвестиция йәлеп итеү талап ителә. Әлбиттә, бындай күләмгә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә өлгәшеп булмай. Төп проблемаларҙың ауыл ерендә икәнлеген күҙ уңында тотоп, ундағы иҡтисади моделде үҙгәртеү кәрәклеге аңлашыла. Кооперативтар, халыҡ предприятиелары төҙөү тураһында һүҙ алып барам, – тине республика Башлығы.
“Ҡайһы бер райондар халҡының 22 процентынаса юғалтҡан...” Ҡот осҡос һан бит. Ошолай барһа, биш-ун йылдан йәнһеҙ төбәккә әйләнгән ауыл ерҙәре менән ни булыр? Ире йә ҡатыны ситтә эшләгән ғаиләнең минең ҡәлғәм тиерлеге ҡалырмы, уларҙа ниндәй балалар үҫер? Элек-электән ауылға таянған дәүләтебеҙ нигеҙе ҡаҡшамаҫмы, милләтебеҙ тамыры ҡоромаҫмы?..


Вернуться назад