Бар тәбиғәт ҡышҡы йоҡонан уянған, урамдарҙа йырлап гөрләүектәр йүгергән апрель айында һеңлебеҙ Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы БҮЛӘКОВА матур ғүмер байрамын билдәләй.Бөрйән районының Ҡыпсаҡ ауылында икеһе лә ғүмере буйы уҡытыусы булып эшләгән Рәхилә Ирназарова менән Мөҙәрис Ғәликәевтәрҙең ишле, татыу ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килгән Ғәҙилә һеңлебеҙ бәләкәй сағынан бик зирәк, тырыш, үҙ һүҙен һүҙ итә торған сәмсел, ғәрсел, шул уҡ ваҡытта ғәмсел ҡыҙыҡай булды. Тәүҙә тыуған ауылыбыҙҙа 8-се, унан Байназарҙа урта мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡыны. Бында ла һынатманы ул. Яҡшы уҡыу менән бергә, төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнергә лә ваҡыт тапты. Университетты уңышлы тамамлағас, уға СССР Фәндәр академияһының Өфөләге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына йүнәлтмә бирҙеләр. Унда уҡып йөрөгәндә кейәүебеҙ, шулай уҡ фән кешеһе Илдус Ҡасим улы Бүләков менән ғаилә ҡороп, 35 йылға яҡын иңгә-иң терәп, бер-береһенә терәк-таяныс булып, матур тормош юлы үттеләр, улдары Илнурҙы тәрбиәләп үҫтерҙеләр.
Аспирантуранан һуң һеңлебеҙ тәүҙә Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында, унан һуң БДПУ-ның башланғыс кластар факультетында эшләне. Ә инде 90-сы йылдар башында Сибай ҡалаһында юғары уҡыу йорто асылғас, ҡала хакимиәтенең һәм институт етәкселегенең саҡырыуы буйынса, Бүләковтар ғаиләһе Сибайға күсенде. Кейәүебеҙ Илдус Ҡасим улы институттың педагогика факультетында оҙаҡ йылдар декан булып эшләһә, Ғәҙилә 17 йылға яҡын башҡорт филологияһы кафедраһының алыштырғыһыҙ мөдире булды. Эшендәге уңыштары өсөн “БР-ҙың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.
Ғүмеренең төрлө осоронда бик ҡаты ауырыуҙар үткәрергә лә, юғалтыуҙар кисерергә лә тура килде ҡәҙерле кешебеҙгә. Үткән йәй, бынан 10 йыл элек көслө инфаркт үткәргән кейәүебеҙҙең һаулығы ныҡ насарайғас, ҡасандыр уға операция яһалған Республика кардиоүҙәгенә яҡын булыу маҡсатында, яңынан Өфөгә күсенгәйнеләр. Тик Илдус кейәүҙең ғүмере һанаулы ғына ҡалған булып сыҡты... Бына шундай ауыр ваҡыттарында Ғәҙилә һеңлебеҙ ҡайғыһын Илнур улының ғаиләһенә, ейәне Айнурға һәм туғандарына – өс апаһына, ағай-ҡустыларына һәм уларҙың ҡасандыр үҙе уҡырға индергән, кеше булырға ярҙам итешкән бала-сағаларына баҫты.
Ҡәҙерле һеңлебеҙҙе, апайыбыҙҙы 60 йәшлек юбилейы менән ҡотлап, уға ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, йән тыныслығы, яҡындарының ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, оҙон-оҙаҡ ғүмер кисерергә насип булыуын теләйбеҙ.
Әбйәлил районының Асҡар ауылында йәшәгән иң өлкән апаһы Ғәлиә һәм уның балалары – Гөлнара, Азамат Яхиндар, Айһылыу һәм Наил Мәғәфүровтар ғаиләһе.