Әле республиканың педагогик йәмғиәте өсөн ҡыҙыу осор — башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса иң көслөләр асыҡланыуға “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2012” конкурсы “старт алды”.
Егерме икенсе тапҡыр үткәрелгән мәртәбәле бәйге, республика мәғариф министры урынбаҫары Артур Суринды иҫкә алып, бер минутҡа тын ҡалыуҙан башланды.
Конкурста 59 уҡытыусы һынау тота. Уларҙың араһында алты көслө зат вәкиле бар. Бәйгеселәрҙең йәш кимәле төрлөсә: иң өлкәне — Стәрлетамаҡ районынан Миңзифа Мөхәмәтшина — 33 йыллыҡ педагогик стажға эйә булһа, мәктәптә бишәр йыл эшләгән Юлиә Динисламова (Салауат районы), Эльза Сәләхетдинова (Архангел районы), Ольга Теплова (Иглин районы) ла үҙ көсөн һынап ҡарарға батырсылыҡ иткән.
— Беҙҙе йәш быуындың киләсәген яҡты итеп күреү теләге берләштерә, — тине республиканың мәғариф министры Әлфис Ғаязов. — Бәйгенең дә төп маҡсаты — уҡыусы менән һөҙөмтәле эшләүгә булышлыҡ иткән яңы алымдар эҙләү һәм артабан был тәжрибәне педагогик йәмғиәттә киң йәйелдереү.
Конкурсанттар өсөн көсөргәнешле аҙна башланды. Ике турҙағы һынауҙың тәүгеһендә педагогтар яңы педагогик проектын яҡлай, дәрес ойоштороп, уға анализ яһай, уҡыусылар һайлаған темаға класс сәғәте күрһәтә. Киләһе турға иң күп балл йыйған 15 уҡытыусы һайлап алынасаҡ. Уларҙың һөнәри маһирлығы оҫталыҡ класы үткәреү, лекция һөйләү һәм асыҡ фекер алышыу барышында М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Раил Әсәҙуллин етәкселегендәге жюри тарафынан баһаланасаҡ.
10 апрелдә “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2012” бәйгеһенең еңеүселәре менән бер рәттән иң яҡшы урыҫ теле һәм әҙәбиәте, татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ла билдәле буласаҡ.
Д. ИШМОРАТОВА.