Заман ҡәһәренә әүерелгән вирус11.04.2017
ВИЧ инфекцияһынан әхлаҡ ҡына аралай
Заман ҡәһәренә әүерелгән вирусВИЧ тураһында нимә беләбеҙ? Бәпес көткәндә барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙан тәүге сиратта ВИЧ вирусына анализ алалар, мәҫәлән. Был – ҡот осҡос ауырыу, әлегә унан дауа табылмаған икәнлеген, сирҙе көнкүреш шарттарында йоҡтороу мөмкин түгеллеген... Ошоларҙы ғына беләбеҙ буғай. Республиканың СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм уларға ҡаршы көрәш үҙәгенә журналист булараҡ китеп барғанда, баштан йөҙ уй сабып үтте. Бер аҙ шомландырған да кеүек – байрамға китеп бармайым да...
Быйылдан республика үҙәге Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы биләмәһенә күскән, элекке бала табыу йорто бинаһына урынлашҡан. Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та: ҡасандыр меңдәрсә сабыйҙарҙың ғүмер юлы башланған, әсәйҙәрҙең һәм бәпәйҙәрҙең тауышы яңғырап торған стеналарҙа хәҙер үлемесле сиргә дусар кешеләрҙең яҙмышын бәпләйҙәр, йәшәйештәрен аҙ ғына булһа ла еңеләйтеү һәм ғүмерҙәрен оҙайтыу өсөн көс түгәләр...

Тәртип булһа, ҡурҡыныс юҡ
Үҙәк 1989 йылдан алып эшләй, амбулатор-поликлиника учреждениеһы булараҡ, ВИЧ йөрөткән республика граждандарына махсус һәм квалификациялы ярҙам күрһәтә, сирҙе иҫкәртеү сараларын ойоштора, санэпидемнадзор органдары менән эпидемиологик хәлде анализлай, ошо йүнәлештә методик эш алып бара, мәғлүмәт туплай, республи­ка­ның башҡа медицина ойошмалары менән ВИЧ сирлеләргә бәйле хоҡуҡи, социаль, реабилитацион йәһәттән хеҙ­мәттәшлек итә, махсус йүнәлешле белгестәр әҙерләүҙә ярҙам күрһәтә. Өс ҡалала – Сибайҙа, Белоретта, Күмер­тауҙа – район-ара филиалдары эшләй. 140 хеҙмәткәрҙе берләштергән үҙәккә Рафаэль Ғәли улы ЯППАРОВ етәкселек итә.
Ҡәһәрле сир хаҡында тәүҙә республика үҙәгенең методик ойоштороу бүлеге мөдире, юғары квалификациялы табип Нурфиға Карам ҡыҙы ХАФИЗОВА менән әңгәмәләштек. Әйтеүенсә, яңы бинала бөтә шарттар ҙа бар, әлегә беренсе ҡат­та лаборатория һәм дауалау бүлеге урынлашҡан, икенсе ҡатта – ойоштороу-методик бүлек, етәкселек эшләй, өсөнсө ҡат, ремонт үткәрелгәндән һуң, ВИЧ инфекцияһын билдәләү, өйрәнеү йәһәтенән заманса йыһазландырылған ҙур лабораторияға әүереләсәк.
Нурфиға Карам ҡыҙы ошо йүнәлеш буйынса ун биш йылдан ашыу эшләй һәм ошоға бәйле үҙенең күҙәтеүҙәре менән уртаҡлашты:
– Илебеҙҙә ВИЧ инфекцияһына бәйле хәл, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, киҫкенләшә бара. Бынан ун биш йыл элек самаһы СПИД менән сирләүселәр күбеһенсә наркомандар булһа, бөгөн енси юл ме­нән йоҡтороусылар күберәк, һәм улар төрлө социаль ҡатламдарға ҡарай. Быға тиклем ВИЧ социаль йәһәттән түбән баҫҡыста тороусыларҙың (наркомандар, фәхишә­ләр, асарбаҡтар һ. б. ) мөһөрө тиһәләр, хәҙер иһә белемлеләр, төрлө даирәләрҙә уңышлы эшләүселәр, юғары­раҡ социаль ҡатламдарға ҡарағандар араһында ла сирлеләр бихисап.
Республикала ВИЧ инфекцияһын асыҡлау йәһәтенән 16 лаборатория эшләй, ә беҙҙең үҙәк был йәһәттән һуңғы инстанция булып тора – уның һөҙөмтәһе диагноз ҡуйыуҙа хәл иткес тип иҫәпләнә.
Шуныһы яҡшы: үҙәктең яңы урыны Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы биләмәһендә урынлашҡан, был адресты республика халҡы яҡшы белә, барлыҡ юлдар ошонда алып килә, тип әйтергә мөмкин. Теләгәндәр беҙҙең үҙәктә ВИЧ инфекцияһына анализ тапшыра ала, быны паспорт ҡулланып йәки аноним рәүештә эшләргә мөмкин. Хәҙер экспресс-тест яһау бик популяр: ҡанды бармаҡтан алалар һәм 15 минуттан анализ һөҙөмтәһе әҙер. Ул 99 процентҡа ысын­барлыҡҡа тап килә. Кемдеңдер күңелендә шик йәшәй икән – рәхим итегеҙ, үҙәктә анализ яһау оҙаҡ түгел.
Әйткәндәй, ВИЧ инфекцияһына ҡаршы төрлө акциялар ойошторғанда, халыҡҡа экспресс-тест тәҡдим иткәнебеҙ бар. Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә, ВДНХ экспозициялар залында ойош­торолған сараларҙа кешеләр сиратҡа баҫып тикшерелде.
Бынан тиҫтә йыл самаһы элек, ВИЧ инфекцияһына ҡаршы көрәште йәйел­дергәндә, төп эш наркомандар араһында алып барылды. Ә эскеселәр, аҙғын тормошта йәшәүселәр, енси партнерҙарҙы йыш алмаштырыусылар иғтибарҙан ситтәрәк ҡалды. Ҡыҙғаныс, әммә хәҙер енси юл менән ВИЧ йоҡтороу осраҡтары беренсе урынға сыҡты – был йәмғиәттә әхлаҡи ҡиммәттәрҙең инҡар ителеүенән килә, тип иҫәпләйем. Телевидение һәм Интернет аша аҙғынлыҡты пропагандалаусы мәғлүмәттең бер сикләүһеҙ ағып тороуы тәртипһеҙ бәйләнештәрҙең артыуына булышлыҡ итә, һөҙөмтә булараҡ, ВИЧ йоҡтороу осраҡтары ла күбәйә. Икенсе яҡтан, хәҙер наркомандар һағыраҡ һәм мәғлүмәтлерәк тә: таблетка форма­һындағы синтетик наркотиктарҙы йәки стерилле шприцты үҙҙәре өсөн генә ҡулланалар. Күреүебеҙсә, ВИЧ – йәм­ғиәттәге социаль хәлдәргә бәйле аяуһыҙ күренеш.
Бында эшләгәндә ниндәй генә ос­раҡтарҙың шаһиты булырға тура килмәне! Миҫал өсөн бер ғаиләне алайыҡ. Йәштәр осрашҡан, ҡауышҡан, матур итеп туй үткәргән. Эштәре лә, фатирҙары ла бар. Шатлыҡтарын арттырып, кәләштең ауырлы икәнлеге асыҡланған. Ул ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһына иҫәпкә баҫҡанда ҡан тапшырған, анализдары ВИЧ-инфекцияға ыңғай һөҙөмтә күрһәткән. Бына шунда көтөлгән шатлыҡ ысын мәғәнәһендә оло ҡайғыға әүерелә лә инде... Шунан “ҡайҙа, нисек, ҡасан?” тип сәбәптәрҙе асыҡлай башлайҙар. Һөҙөмтәлә ирҙең йә ҡатын­дың ҡасандыр башҡа партнер менән енси бәйләнештә булғаны, һаулыҡ, ғаилә кеүек иң ҡиммәтле төшөнсәләрҙе ялған ләззәткә алмаштырғаны мәғлүм була... Бындай хәлдә иң бәхетһеҙе – гонаһһыҙ сабый, тип иҫәпләйем. Уның ғүмеренә тыуыр-тыумаҫтан сик ҡуйылған, ата йәки әсә үҙенең насар ҡылығы, хыянаты менән уны дауалап булмаған сиргә дусар иткән килеп сыға.
Шуныһын иҫтә тотоу фарыз! Организмда ВИЧ инфекцияһы барлығы асыҡланып, табиптар ҡушҡандарҙың барыһын да үтәгәндә, даими дауаланыу алған осраҡта сирле әсәнән дә һау бала тыуыу ихтималлығы ҙур!
Ә ВИЧ инфекцияһынан һаҡланыуҙың иң ябай ысулы – тәртипле, сәләмәт тормош алып барығыҙ! Эсмәгеҙ (кешеләр теләһә ниндәй мажараларға күпселек осраҡта эскән килеш тарый), наркотиктар ҡулланмағыҙ, зина ҡылмағыҙ, енси парт­нерығыҙ берәү һәм һыналған булһын!
Кеше, ғәҙәттә, шик тыуҙырған кеше менән ҡул биреп күрешергә ерәнә, ә бәғзеләр, романтик осрашыуҙан һуң, мәҫәлән, таныш булмаған, әммә күңеле­нә ятҡан кеше менән төн үткәрергә лә ҡурҡмай. Тағы ла: кемдер ҡулланған стакандан һыу эсеү килешмәй кеүек, ә ВИЧ был юл менән йоҡмай, ти медицина белгесе.
Нурфиға Карам ҡыҙының әйткәндәре­нә ҡолаҡ һалып, сир хронологияһына күҙ һалайыҡ.
Һандарға килгәндә...
Нисек кенә булмаһын, әлеге ваҡытта СПИД донъялағы иң ҡәһәрле сирҙәрҙең береһе булып ҡала. Кешеләр Айға ла осто, даръяларҙы ла арҡырыға-буйға иңләп сыҡты, хайран ҡалырлыҡ техник ҡаҙаныштарға өлгәште, мәгәр, кешелеккә янаған алама сирҙәргә ҡаршы һаман дауа табылмай, Ер шарында халыҡтың күләмен кәметеп торорлоҡ теге йәки был сырхауҙар сығып тора.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, ВИЧ-инфекция донъяла 35 миллиондан ашыу кешенең башына еткән, 2016 йылда ғына ошо вирусҡа бәйле проблемаларҙан 1,1 миллион кеше һәләк булған.
Шул уҡ ваҡытта донъяла вирусты йөрөтөүселәрҙең һаны яҡынса 39 миллион тирәһе, шул иҫәптән уларҙың 150 меңе – балалар.
Был сир бигерәк тә Африкала тарал­ған – Сахара сүллегенән көньяҡҡа табан урынлашҡан илдәрҙә яҡынса 26 миллион самаһы ВИЧ-лы кеше йәшәй (бөтә донъялағы сирлеләрҙең 70 проценты).
Көнсығыш Европа менән Урта Азияла, шул иҫәптән Рәсәйҙә 1,5 миллион сирле бар тип иҫәпләнә. Шуларҙың 21 проценты ғына даими дауаланыу ала. Былтыр ошо биләмәләрҙә СПИД-тан үлгәндәрҙең һаны 22 процентҡа артҡан.
Рәсәйҙә, һуңғы рәсми мәғлүмәттәр буйынса, 1 087 339 мең кеше ВИЧ инфекцияһын йөрөтә. Йыл һайын яҡынса 100 мең кеше вирусты эләктерә, 20 меңгә яҡын сирле үлеп ҡала. Дөйөм алғанда, Рәсәйҙә 100 мең кешегә уртаса 51,8 ВИЧ-лы кеше тура килә. Яман сир Кемерово, Свердловск, Иркутск, Силәбе, Төмән, Томск, Новосибирск, Һамар өлкәләрендә, Красноярск, Пермь, Алтай крайҙарында, Ханты-Манси автономиялы округында, Ырымбур, Омск, Ҡурған, Ульяновск, Тверь өлкәләрендә, Хакас, Ҡырым, Удмурт республикаларында киң таралған. Иң ҡыҙ­ғанысы – был исемлектә Рәсәйҙең алға киткән төбәк­тәре, уларҙа ил халҡының 44,6 проценты йәшәй.
Йоҡтороу ысулдарына килгәндә, кешеләрҙең 70 проценты уны енси юл менән, ҡалғандары стерилләнмәгән шприцтар аша наркотиктар ҡулланғанда йоҡтора. Әсәләре аша (ауырлы саҡта, тыуғанда йә иһә имеҙгәндә) вирус эләктергәндәр ҙә бихисап.
Унан тыш, медицина ярҙамы күрһәткән осраҡта пациенттарға ВИЧ инфекцияһын йоҡтороу осраҡтары ла юҡ түгел. Былтыр, мәҫәлән, илдә ошондай 12 осраҡ теркәлгән.
Дөйөм алғанда, Рәсәйҙә ВИЧ-ҡа бәйле хәл йылдан-йыл киҫкенләшә бара. Сирлеләрҙең артыуынан бигерәк, ул халыҡтың билдәле бер социаль төркөмдәре сигенән сығып, дөйөм популяция араһында киң тарала.
Дауаламай булмай
Республиканың СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм уларға ҡаршы көрәш үҙәгенең баш табип урынбаҫары, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы, юғары категориялы табип-инфекционист, педиатр Сергей Владимирович Зайцев эшенең үҙенсәлеге буйынса ВИЧ инфекциялы кешеләр менән көн һайын аралаша, ҡәһәрле сир хаҡында ҡағыҙ аша уҡып түгел, ә үҙ күҙҙәре менән күреп белә. Ул үҙәктең диспансерлаштырыу һәм күҙәтеү бүлегенә етәкселек итә, яҙмыш юлы бында алып килгән кешеләрҙең барыһы ла уның ҡулдары аша үтә.
– Бүлектә 11 табип эшләй, улар араһында терапевт, инфекционист, педиатр, акушер-гинеколог, психотерапевт кеүек белгестәр бар, – ти Сергей Владимирович. – ВИЧ инфекцияһы кеше организмын төрлө яҡлап ҡаҡшата, иммунитет эшләмәү сәбәпле, кешеләрҙең төрлө хроник сирҙәре аҙа, нервы систе­маһы ла боҙола. Бынан тыш, күпселек кешеләр дауалап булмай торған сиргә дусар икәнлеген башына һеңдерә алмай – психикала ла үҙгәрештәр булыуы ихтимал. Ошонан сығып, үҙәктә төрлө йүнәлешле эш алып барыла, бында мөрәжәғәт иткән кешеләрҙең яҙмышы даими күҙәтеү аҫтында. Әйткәндәй, ВИЧ инфекцияһының аҙыуын тотҡарлаусы дарыуҙарҙы ҡәҙимге дарыуханаларҙа һатып алыу мөмкин түгел – сирлеләрҙе тулыһынса дәүләт бушлай тәьмин итә, уларҙы махсус учреждениела ғына алырға була (айына бер сирлене тәьмин итеү дәүләткә 10-50 мең һумға барып баҫа).
ВИЧ инфекцияһы пациенттың организмында тәүге тапҡыр асыҡланыу менән ул иҫәпкә ҡуйыла, билдәле бер ваҡыт арауығы һайын анализдар тапшыра, вирустың эшмәкәрлеге тикше­релә, индивидуаль дауалау тәртибе, дарыуҙар исемлеге аныҡлана.
Табиптарҙан был эш ҙур көсөргәнеш­лек, әүҙемлек талап итә, сөнки, аңлап тора­һығыҙ, һүҙ бер аҙнала дауалап бөтә торған тымау хаҡында бармай. ВИЧ-инфекциялы кеше үҙәктә иҫәпкә баҫҡан икән, ул – ғүмерлеккә беҙҙең пациент, республика­ның ҡайһы ғына төбәгендә йәшәмәһен, күҙәтеү аҫтында булырға тейеш.
Бында хеҙмәт итеүсе табиптарҙан икеләтә түҙемлек, әүҙемлек, хатта ҡаһар­манлыҡ талап ителә, сөнки, аңлауығыҙ­са, ВИЧ менән шаярырға ярамай, бында аныҡ ҡағиҙәләр, тәртип бар, көсөргәнеш ҙур. Ябай дауаханала йәки поликлиникала эшләгән хеҙмәттәш­тәренә ҡара­ғанда, улар бер башҡа юғарыраҡ тора, тиер инем хатта. Нисек кенә ауыр булыуға ҡарамаҫтан, үҙәктең табиптары эшен белеп һәм яратып башҡара, башҡаса бында эшләү мөмкин дә түгел.
Шәхсән үҙемә килгәндә, үҙҙәренең аңһыҙлығы, ғүмеренә ҡул һелтәп ҡарауы, аҙғынлығы арҡаһында ауырыу йоҡторған кешеләр, әлбиттә, йәлләү тойғоһо уята. Әммә миңә, тәүге сиратта, ата-әсәһенең мәғәнәһеҙлеге арҡаһында дауалап булмаған сиргә тарыған бер ғәйепһеҙ сабыйҙар йәл: ни өсөн улар тулы ҡанлы тормош менән йәшәй алмай, йәштәш­тәре менән аралашып уйнауҙан мәхрүм, йыш сирләй, көн һайын төрлө дарыу ашарға мәжбүр – ошоларҙы бәләкәстәргә аңлатыу бик ҡыйын.
Шулай ҙа беҙҙең эш ни тиклем ҡат­марлы булмаһын, уның бик ҡыуаныслы ыңғай бер яғы ла бар. Мәғлүм булыуынса, ВИЧ инфекциялы буласаҡ әсәйҙәр беҙҙә иҫәптә тора. Улар тейешле күҙәтеү аҫтында дөрөҫ дауа алған ос­раҡта, донъяға һау бала тыуыу ихти­маллығы ҙур. Тәртип буйынса, бындай әсәнән тыуған һәр бала автоматик рәүештә иҫәпкә ҡуйыла, уға 1,5 йәш тулғансы орга­низмдағы үҙгәрештәр, ҡәһәрле вирустың бармы-юҡмы икәнлеге даими тикшерелә. Ғәҙәттә, ВИЧ әсәнән күскән икән, ул бер йәшкә тиклем балала ла беленә. Әгәр ҙә юҡ икән, был – ҙур еңеү! Баланы иҫәптән алған, тимәк, уның һау-сәләмәт икәнлеген билдәләгән көн беҙҙең өсөн ҙур байрамға әүерелә, шатлыҡ йәштәрен сабыйҙың яҡындары ғына түгел, табиптар ҙа тыя алмай. Был – ҙур һөҙөмтә, кеше ғүмерен һаҡлап ҡалдыҡ тигән һүҙ!
ВИЧ инфекцияһын, әлбиттә, дауа­лау­ҙан бигерәк, иҫкәртеү отошлораҡ. Табип күҙлегенән сығып әйткәндә, бының бер нисә этабы бар. Беренсеһе һау-сәләмәт кешеләргә ҡағыла. Ауырымаҫ өсөн сәләмәт тормош рәүеше алып барыу, һыналмаған партнер менән енси бәй­ләнеш ваҡытында мотлаҡ һаҡланыу сараларын ҡулланыу талап ителә. Ул ваҡытта һеҙгә ВИЧ ҡурҡыныс түгел!
Икенсе этап – социаль йәһәттән ҡур­ҡыныс алдында торған төркөм араһында иҫкәртеү эше алып барыу. Исемлеккә наркомандар, гомосексуалистар, фәхи­шәләр, асарбаҡтар, ҡарауһыҙ үҫмерҙәр, хөкөм ителгәндәр инә.
Өсөнсөһө – ВИЧ инфекциялылар араһында аңлатыу эштәре ойоштороу, уларҙың йәшәү сифатын яҡшыртыу, башҡалар алдында яуаплылыҡ тойғоһо тыуҙырыу (белә тороп ВИЧ йоҡторған кеше енәйәтсе тип иҫәпләнә, һәм ул яуаплылыҡҡа тарттырыла).
Һығымта урынына
Шулай итеп, ябай тел менән аңла­тып үтәйек. Һәр кешенең уникаль һаҡ­лау системаһы – иммунитеты бар. Кеше ҡанында был ролде лимфоциттар үтәй, ошо бәләкәй генә күҙәнәк­тәрҙе организм­дың “һалдат­тары” тип атарға мөмкин.
Вирустар донъяла бик күп, шулай ҙа улар араһында иң ҡанһыҙы тип ВИЧ-ты – иммунодефицит вирусын атарға кәрәк. Кеше уны йоҡторған осраҡта ҡәһәрле дошман ҡандағы “һалдат­тарҙы” – лим­фоциттарҙы юҡҡа сығара башлай, һөҙөмтә булараҡ, кешенең иммунитеты юғала, организм бер сиргә лә, хатта иң ябайына ла ҡаршы тора алмай.
ВИЧ-тың йоғоу юлдарына килгәндә, кеше организмына ул ҡан һәм лайлалы тышса аша эләгә. Шуның өсөн башҡа кеше ҡаны тейгән әйберҙәрҙән һаҡ булығыҙ! Бигерәк тә тәнегеҙҙә асыҡ яра булһа.
Енси партнерығыҙ берәү һәм һы­налған булһын. Улай килеп сыҡмай икән, мотлаҡ презерватив ҡулланығыҙ! ВИЧ инфекциялы ҡатын-ҡыҙҙарҙың 80 проценты сирҙе һаҡланыуһыҙ енси бәйләнеш аша йоҡторған.
Наркотиктарҙы бер ваҡытта ла ҡулланмағыҙ! Илдәге наркомандарҙың 90 проценты самаһы ВИЧ инфекциялы.
Һәр ваҡыт шәхси теш щеткаһы, маникюр ҡайсыһы, ҡырыныу кәрәк-ярағы менән генә ҡулланығыҙ!
Ҡолаҡ тиштерергә, пирсинг һәм тату эшләтергә теләһәгеҙ, сертификатлы махсус салондарға ғына мөрәжәғәт итегеҙ!
ВИЧ инфекциялы кешеләр менән дуҫ булыу, аралашыу, бергә уҡыу, эшләү, бассейнда йөҙөү хәүефле түгел – тирә-йүндәгеләргә иғтибарлы булығыҙ!


Вернуться назад