“Урал батыр” һәм тирә-яҡ мөхит11.04.2017
“Оло Урал батыр” эпосын бөртөкләп йыйған мәшһүр ғалим Әхмәт Сөләймәнов иҫтәлегенә
“Урал батыр” һәм тирә-яҡ мөхит 2014 йылда Ишембайҙа башҡорт һәм бер өлөшө рус телдәрендә нефтсе-инженер Ю. Ваһапов үҙ нәшриәтендә “Урал батыр” ҡобайырында тәбиғәт” исемле китап сығарҙы. Үҙе тураһында автор тулы ғына мәғлүмәт тә бирә. Ҡыҫҡаһы, ул — башҡорт халҡының яҙмышына, уның борон замандан әхлаҡи үҫешенә битараф булмаған тынғыһыҙ шәхес. Үҙенең профессиональ карьераһының бөтә баҫҡыстарын үткән һәм туған тәбиғәтен яҡшы белгән сәмле һунарсы һәм балыҡсы булараҡ, Ю. Ваһапов Урал батырҙың героик һәм үтә кешелекле хәрәкәттәре үткән ҡайһы бер тәбиғи күренештәрҙе үҙенсә асыҡлап ҡарай. Һәүәҫкәр-энтузиаст автор башланғысына туған халҡының тарихына битараф булмаған ғалимдары һәм белгестәре ҡолаҡ һалыр, был һөйләшеүгә ҡушылыр, тәнҡит һүҙҙәрен булһа ла ишетермен, бәлки, тип тә өмөтләнгән ул. Әммә ләм-мим, бына шулай эскерһеҙ, бер ниндәй матди ярҙам көтмәгән автор кеше иғтибарынан мәхрүм ҡала. Тик ул баҡыйлыҡҡа күскәс кенә, туғандары һәм коллегалары беҙгә башланған һөйләшеүҙе артабан дауам итеү маҡсатында мөрәжәғәт итте.
Уҡыусыларымды шул уҡ ваҡытта иҫкәртәм, был мәҡәләм күренекле тәбиғәтселәрҙең хеҙмәтенә нигеҙләнеп яҙылды һәм башлыса компилятив төҫ алды. Хәҙер бигерәк тә йәштәр араһында киң таралған “Урал батыр” ҡобайырын яттан һөйләүселәргә ярҙамға геология, хайуандар донъяһы һәм кешелек тарихының үҫеше тураһында элементар мәғлүмәттәр килтерәбеҙ.


Ерҙәге геологик тетрәнеүҙәр һәм “Урал батыр” эпосы

Мәҡәләнең был өлөшө Геология энциклопедияһы (2000) һәм ике томлы Геология һүҙлеген (1975) ҡулланып яҙылды.
Ер планетаһы 4,6 млрд. йыл элек барлыҡҡа килә. Беренсе ултырма тау тоҡомдары 3,9 млрд. йылдан билдәле. Тап шуларында тереклектең барлыҡҡа килеүенең тәүге эҙҙәре табылған. Башта ҡыҫҡаса геологик ваҡыттың һәм Ерҙәге тау тоҡомдары ҡатламдарының бүленеше тураһында. Был русса геохронологик һәм стратиграфик бүленештәр шкалаһы тип атала (таблицала).
Геохронологик шкаланың нигеҙенә тереклек донъяһы үҫешенең палеонтология тарафынан асыҡланған этаптары һалынған. Бында эралар осорҙарға, осорҙар дәүерҙәргә, дәүерҙәр ярустарға бүленә.

Стратиграфик (геохронологик) шкала
“Урал батыр” һәм тирә-яҡ мөхит
Иҫкәрмә: (Палеоген + Неоген) икенсе исеме — өсөнсөл осор.
Бүлектәр ярустарҙан (йәше — 100 йыл) — бер быуат дауамында тупланған ҡатламдарҙан тора (таблицала күрһәтелмәгән).
Антропоген осоро плейстоценда боҙлоҡ дәүере башлана. Планетала 2 млн. йыл эсендә үтә һалҡын һәм сағыштырмаса йылы ваҡыттар бер-береһен бер нисә ҡабат алмаштыра. 40 мең йыл дауам иткән һалҡын ваҡыт арауығында ҡитғалар боҙлоҡ менән ҡаплана. Ә йылы климат ваҡытында боҙлоҡтар иреү һөҙөмтәһендә диңгеҙҙәрҙә һыу кимәле күтәрелгән. Ана шул боҙ ҡаплау һәм йылыныуҙың алмашыныуы – антропоген осорона иң хас үҙенсәлек. Бөтәһе дүрт–алты, ә шуларҙың иң ҙур майҙанды ҡаплағаны боҙлоҡ осорҙоң уртаһына тура килә. Көнсығыш Европа биләмәһендә ул Днепр, Көнбайыш Европала – Рисс, Төньяҡ Америкала Иллиной боҙлоғо исемдәрен йөрөтә.
Төньяҡ Америка ҡитғаһы майҙанының 60 проценты ҡалын боҙ аҫтында ҡала. Рус уйһыулығында боҙ япмаһының арғы сиге Белоруссияның һәм Мәскәүҙең көньяғына барып етә һәм ике оҙон телдәй йылға үҙәндәре буйлап хәҙерге Днепропетровск (Украина) һәм Волгоградҡа тиклем һуҙыла. Урта диңгеҙҙең көньяғындағы Атлас тауының һырттары ла боҙ менән ҡаплана.
Ҡырағай кешеләргә йәшәү өсөн иң уңайлы булып көнбайышта Испаниянан алып көнсығышта Грецияға һәм Албанияға тиклемге Урта диңгеҙҙең төньяҡ яр буйы ҡала. Боҙ ҡаплауҙың иң үҙенсәлеклеһе Азияның төньяғында, йәғни Себерҙә күҙәтелә. Яуым-төшөмдөң әҙ булыуы һәм һалҡын һауаның ҡоролоғо арҡаһында бында тотороҡло һәм ҡеүәтле боҙ ҡатлауы барлыҡҡа килә алмай, шулай ҙа тупраҡ һәм тау тоҡомдары йөҙҙәрсә метр тәрәнлектә туңа. Мәңгелек туңлыҡ шулай барлыҡҡа килә.
Әгәр ҙә Төньяҡ ярымшарҙың күпселек ҡитғаларында 10 мең йыл элек боҙ ирегән икән, әлеге заманда ул фәҡәт Гренландия һәм Исландияла ғына һаҡлана, мәңгелек туңлыҡ Себерҙә иһә бик ҙур майҙанды биләп ҡала. Белоруссия, Днепропетровск һәм Волгоград көньяҡтараҡ т.к. 51,48, 5о урынлашҡан, ә Башҡортостан улар менән сағыштырғанда байтаҡҡа төньяҡта ята: т.к. 51,5 – 56,5о. Тимәк, ул мотлаҡ боҙ аҫтында ҡалған булыуы ихтимал. “Боҙлоҡ киңәйә килеп, төньяҡҡа табан аҡҡан йылғаларҙың боғаҙын ҡаплап, уларҙың кире яҡҡа ағыуына сәбәп булып, боҙлоҡ та иреп, Урал тауын утрау итеп ҡалдырып, тирә-йүнде тәрән һыу баҫа” тигән Ю. Ваһаповтың фаразы менән дә килешеп була.
Ысынбарлыҡты асыҡлау өсөн быуындан быуынға тапшырылып килгән Туфан тураһындағы халыҡ легендалары һәм риүәйәттәре ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Уларҙың күбеһендә Ергә ябырылған бәлә-ҡаза яҡынса 10-11 мең йыл элек булған хәл тип билдәләнә. Планеталағы трансгрессия һәм регрессияларҙың күп тапҡыр ҡабатланып тороуын раҫларға мөмкин. Шул иҫәптән Туфан исемен йөрөткән һуңғы тарихи трансгрессия, риүәйәттәргә ярашлы, үҙенән һуң диңгеҙ менән ҡапланған хаос ҡына ҡалдырған. Шулай уҡ Туфан, риүәйәттәрҙән күренеүенсә, алдағы быуындар тыуҙырған цивилизацияны юҡ иткән, быны археологтар ҙа дәлилләй. Уны яңынан тергеҙеү ҡитғаларҙың төпкөлөндә (беренсе сиратта, ҡалҡыу урындарҙа) һаҡланып ҡалған ҡәбиләләр иңенә төшә. Йәнбирҙе менән Йәнбикәне иҫебеҙгә төшөрәйек. Тәбиғи, боҙлауыҡтар ирегәндә океандың кимәле күтәрелеп, ҡитға платформаларын һыу аҫтында ҡалдырған трансгрессиялар башлана. Хатта әле ҡотоптарҙа тупланған 30 млн. км3 боҙлоҡтар иреһә, океан кимәле 60 метрға күтәрелер ине.
Ошо күҙәтеүҙәр нигеҙендә күренекле геолог, профессор К. Әширов (1992) планетар масштабтағы боҙланыуҙың өр-яңы гипотезаһын (теорияһын) тәҡдим итә. Уның фекеренсә, палеозой эраһы алдынан уҡ һанағанда Ер тарихында 20 боҙлоҡ осоро урын ала, һәм шуға ярашлы иң кәмендә планетаның “тәкмәсләүе” арҡаһында 20 ҡат ҡотоптар һәм экватор урындары алмашына. Был фажиғәләр Ерҙең тереклек донъяһының флораһы һәм фаунаһының бик күп вәкилдәренең һәләкәтенә килтерә.
Шуныһы иғтибарҙы йәлеп итә: геологияға хас ваҡыт масштабтарынан сығып ҡарағанда, климаттың бик тиҙ үҙгәреүсән булыуы сәбәпле, ерҙәге гигант кеҫәрткеләр, мамонттар, тропик үҫемлектәр, ә диңгеҙҙәрҙә — йылыла йәшәгән коралл һ.б. үлемгә дусар була, һәм уларҙың ташҡа әүерелгән һөлдәләре хәҙерге ваҡытта ҡотоптарҙа табыла. Бөтә ҡитғаларҙың тип әйтерлек бер-бер артлы экваторҙағы тропик һәм тропик яны өлкәләрҙә булып алыуы асыҡлана. Төньяҡ ярымшарҙа аҫҡы карбон, өҫкө аҡбур һәм эоцен осорҙарына ташкүмер ятҡылыҡтары барлыҡҡа килеүгә ярҙам иткән йылы климат хас була.
Ҡотопта был ваҡытта боҙ булмай, амфибиялар, рептилиялар һ.б. экваториаль хайуандар йәшәгән тропик урмандар үҫә. Эоценда — крокодилдар, таш баҡалар, маймылдар һ.б., ә Шпицберген утрауындағы ташкүмер шахтаһында күмерләнгән пальма олондары, абағалар һ.б. тропик үҫемлектәр осрай. Был ваҡытта, әлбиттә, яңы экваторҙа боҙ шәпкәһе ирегәндең һуңында океандарҙа һыу кимәленең күтәрелеүе арҡаһында ҡитғаларҙа трансгрессиялар башлана. Ләкин боҙлоҡтоң иреүенән генә (ул меңдәрсә йылға һуҙыла) “Урал батыр” эпосында һүрәтләнгән күренештәр үтә лә хәүефле булырға тейеш түгел.
Һыу баҫыу менән бер үк ваҡытта йәшен ялтырай, күк күкрәй, ялҡын ҡотора, ҡоштар оса алмай, кеше ҡолаҡтан һәм күҙҙән яҙа, хайуандар үлә, ер дер һелкенә, һыуҙар ҡайнай һ.б. Был ниндәйҙер икенсе көстөң ҡушылыуына ишара. Ғәҙәттә, тәбиғәттәге ҙур һәләкәттәрҙе аңлау өсөн тышҡы (метеориттар) һәм ерҙең эске (мәҫәлән, вулкан урғылыуы, ер тетрәүе һ.б.) факторҙарын күҙ уңында тоталар. Ошо уңайҙан бер миҫал килтерәбеҙ.
Рәсәйҙең күренекле геологы М. Назаров Кара диңгеҙе ярындағы Кара йылғаһы тамағында боронғо гигант метеор кратерында тикшеренеү эштәре үткәрә. Ул тап ошо метеорит структураһы аҡбур осоро аҙағында күпселек ҡоро ер һәм диңгеҙ хайуандарын (динозаврҙар, аммониттар, блемниттар һ.б.) бөйөк һәләкәткә дусар иткән гигант метеориттың Ергә бәрелгән урыны булыу ихтималын иҫбат итә, метеориттың массаһын һәм үлсәмен, ергә бәрелеү көсөн һәм атмосфераға ырғытылған туҙандың миҡдарын иҫәпләүгә өлгәшә. Уның массаһы 2,8 – 15 трлн. тонна тәшкил итә (тимер йәки таш составына ҡарап). Ер өҫтөнә бәрелеү һәм көслө шартлау һөҙөмтәһендә тау тоҡомдары һәм метеориттың ватыҡтары 19 км бейеклеккә һибелә. Ҡот осҡос бәрелеү планетаны дер һелкетә, ер тетрәй, атмосфераны туҙанға батырған вулкан урғыла.
Ер ҡабығының базальт (ултырма һәм гранит ҡатламдарынан аҫтағыһы) ҡатламын тишеп, магманың ер өҫтөнә ағыуына юл асҡандыр, бәлки. Ҙур янғындарҙың ҡоромо стратосферағаса күтәрелә (20 км). Вулкан көлө һәм газдары, туҙан, ҡором ҡояш яҡтыһын ҡаплай һәм ярты йыл буйы ергә төшмәй. Ерҙәге ағастар, океандарҙағы микроскопик ылымыҡтар яҡтылыҡҡа мохтажлыҡтан беренселәрҙән һәләк була. Һөҙөмтәлә кислород етмәүе бөтә тереклеккә тәьҫир итә. Температура оҙайлы ваҡытҡа 0 градусҡа төшә. Ерҙең озон ҡатлауының емерелеүе арҡаһында азоттың әселәнеүе азот ямғырҙарын, ә метеорит составындағы һәм вулканлы газдарҙағы көкөрт парҙары көкөрт ямғырҙарын яуҙыра. Метеорит диңгеҙгә ауған осраҡта тулҡындың бейеклеге 5 метрғаса күтәрелә һәм бер тәүлектә тотош Ер шарын урай. Һәр хәлдә был ағым Евразияның тигеҙлектәрен тулыһынса ҡаплар ине.
Әлбиттә, был ваҡиға бик борон, аҡбур осороноң аҙағында булыуға ҡарамаҫтан, “Урал батыр”ҙағы тәбиғәт мажаралары менән күп яҡтан ауаздаш. Ю. Ваһапов та фажиғәнең йән-фарман үтеүенә икенсе сәбәп булыуын инҡар итмәй. Ул да булһа метеорит. Автор уның кратерының һыҙмаһын да килтерә. Ләкин эҙҙәре Урал тауҙарында әлегә табылмаған. Һуңынан ул икенсе метеорит Ер өҫтөнән осоп, имеш, теге кратерҙы йыуҙырып юҡ итә, ти.
Хәҙер иғтибарҙы Урал тауҙарына йүнәлтәйек. Әйтергә кәрәк, был ваҡытта, 250 млн. йыл элек һуңғы палеозойҙа барлыҡҡа килеп, ул тыныс “йоҡлай” бирә, әүҙем тектоник йә булмаһа вулканлы хәрәкәттәр артта ҡалған. Мезозойҙа ул тулыһынса ел-дауылда емерелә барып, яңынан формалаша башлай һәм олигоцендан яңынан тыуған ҙур киҫәкле тау иленә әйләнә. “Урал батыр” эпосында тасуирланған ваҡиғалар кайнозойға ҡарай. Альп орогенезы (тауҙар тыуыу) заманы 40 млн. йыл элек эоценда башланып, әлеге көндә лә дауам итә. Был күренеш, һис шикһеҙ, Ер шарында иң оҙон һәм әүҙем һанала: Альп – Гималай тау теҙмәһе, Кавказ һәм Иран тау сылбыры һ. б. барлыҡҡа килә. Тауҙар тыуыу импульсы емерелгеләгән Байкал, герцин (Урал), каледон тау ҡоролмаларында тау рельефын яңынан тергеҙә һәм элекке тотороҡло 1,5 мең км аралыҡтағы тигеҙ биләмәләргә барып етә. Аңлашылалыр, Урал тауҙарының Урал батыр фажиғәһендә ҡатнашмау алибиһы 100 процентҡа тиң.
Фән күгендә башҡа юрауҙар ҙа осрай. Ҡоро фекерләүгә нигеҙләнгән гипотеза, имеш, оҙонса эллиптик орбитала әйләнеп йөрөгән Ҡояштың йәшерен игеҙәге – ҡараңғы йондоҙо бар, ул кометалар һәм ҙур метеориттар менән яҡынлашҡанда уларҙың орбиталарын үҙгәртә ала икән, был космик есемдәрҙе Ергә табан йүнәлтә ала. Шулай итеп, күҙгә күренмәгән “уҫал” Ерҙәге тере донъяны күҙәтеп тора, ти. Беҙҙең Урал батырыбыҙ шул аламаны атып төшөрмәнеме икән. Былары мифтан ары китмәгәндер инде.
Ә хәҙер Башҡортостан Республикаһы урынлашҡан Көньяҡ Уралдың кайнозойҙағы геологияһына ентекләберәк иғтибар итәйек. Боронғо донъя тарихсылары Геродот (б.э.т. V б.) һәм Птолемей (б.э.т. I б.) үҙҙәренең хеҙмәттәрендә ярым сүлле Дөйөм Һыртты, Урал (Рифей) тауҙарын һәм Урал алдын телгә ала. Башҡорт геологтары Г. Турекешев, Г. Данукалова һ.б. мәғлүмәттәренә ярашлы, палеозой аҙағында, һуңғы аҡбур осороноң сеноман — турон ваҡытында, көньяҡтан Көньяҡ Урал алды сиктәренә диңгеҙ яҡынлаша. Урал йылғаһы үҙәненең ҙур өлөшөн һәм Каспий алды уйһыулығын тулыһынса һыу баҫа. Сантон-кампан ваҡытында хәҙерге Дөйөм Һырт һәм Һаҡмар түбәнлеге диңгеҙ һыуы аҫтында ҡала, ә Урал алды сик бөгөлө һәм Ҡариҙел йылғаһы Башҡорт исемендәге боғаҙ буйлап төньяҡҡа ағыла. Аҡбур осороноң һуңғы сигендә Көнсығыш — Европа платформаһының төньяҡ өлөшө күтәрелә. Башҡорт боғаҙы һыуҙары яҡынса Өфө ҡалаһы киңлегендә Урал алды бөгөлөнөң көньяғын һәм бөгөлгә сиктәш платформаның көнсығыш биләмәһен ҡаплай. Диңгеҙ бассейнының көньяҡ сиге тотороҡло булып ҡала. Палеоценда (кайнозойҙың башы) боғаҙ бер аҙ оҙонлоғон һәм киңлеген юғалта, ләкин хәл ғәҙәттәгесә ҡала.
Платформала ҡоро континенталь климат урынлаша, Башҡорт боғаҙы ярҙарында һәм платформаның көньяҡ сиктәрендә төрлө ултырмалар тупланған лагуналар һәм күлдәр үҫеш ала. Көньяҡта, Һаҡмар түбәнлегендә һәм Дөйөм Һыртта, Волга буйы — Урал алды — Манғышлаҡ диңгеҙе йәйрәп ята. Иртә эоценда диңгеҙ яры көньяҡҡа табан күсә, ә Башҡорт боғаҙының майҙаны ике тапҡырға кәмей. Диңгеҙ Дөйөм Һырттан һәм Һаҡмар түбәнлегенән сигенә, ләкин уларҙың көньяҡ өлөштәре һыу аҫтында ҡала. Олигоценда Көньяҡ Урал алдында тектоник хәлдең тотороҡлолоғо сағыштырмаса һаҡлана һәм бында континенталь шарттар урынлаша: бөтә ерҙә киң күлле, ваҡыты менән һыу һуғарған аллювиаль тигеҙлек һаҡлана. Миоценда Көньяҡ Урал алдының көньяҡ райондары түбәнәйә төшә һәм һаҙлыҡлана, был күмер ҡатлауҙарын туплауға килтерә.
Был дәүер рельефта ҙур үҙгәрештәр менән билдәле: көньяҡта Дөйөм Һырт, көнбайышта Бөгөлмә – Бәләбәй ҡалҡыулыҡтары, төньяҡта Өфө яҫы таулығы ҡалҡа. Бөтә ҙур түбәнлектәр: Йүрүҙән – Әй, Һаҡмар, Кама – Ағиҙел хәҙерге заман формаларына яҡын төҫ ала. Көньяҡ Урал алдының дөйөм күтәрелеше күҙәтелә, был иһә денудацияның көсәйеүенә һәм тау тоҡомдарының ашалып төшөүенә килтерә. Плиоценда элекке йылға селтәре төбөнән үҙгәрә һәм хәҙерге заман рельеф нигеҙҙәре һалына, Урал, Һаҡмар, Ағиҙел һ.б. үҙәндәре эшкәртелә.
Иртә дүртенсел осоро ваҡытында Аҡсағыл диңгеҙ трасгрессияһы башлана. Йылға үҙәндәре буйлап диңгеҙ бассейны ҙур майҙандарҙы биләүгә өлгәшә. Төньяҡтан диңгеҙ һыуы Ағиҙел үҙәне буйлап йылғаның киңлек буйлап ағымына тиклем барып етә. Көньяҡта Һаҡмар, Урал йылғалары һәм ҡушылдыҡтары буйлап Аҡсағыл һыуҙары Көньяҡ Урал алды территорияһына тәрән үтеп инә. Ләкин Дөйөм Һырт ҡалҡыулығы (абс. бейеклеге 250-360 м) бер-береһенә ҡаршы аҡҡан диңгеҙ боғаҙҙарының ҡушылыуына юл бирмәй. Йәнә Каспий диңгеҙендә яңы Апшерон трансгрессияһы башлана. Әммә диңгеҙ бассейны һыуҙары Көньяҡ Урал алдына барып етмәй, климаттың дымланыуына килтерә, йылғаларҙа һыу массаһы арта, рельефтың түбән урындарында күлдәр һәм һаҙлыҡтар барлыҡҡа килә. Туҡтауһыҙ денудация процестары мезозой (триас, юра, аҡбур) ҡатламдарын юҡҡа сығара. Дүртенсел ултырмалар уйһыу­лыҡтарҙа, йылға үҙәндәрендә генә туплана. Литологик составын ҡом, балсыҡ, ҡомло-балсыҡлы тупраҡ тәшкил итә. Ә Ю. Ваһапов тапҡан “валундарға” килгәндә, улар ысынбарлыҡта коллюваль ҡатламдары — класлы тупаҫ һыныҡлы ултырмаларҙан барлыҡҡа килгән, ҡалҡыулыҡтарҙың текә битләүенән тәгәрәп төшкән һәм тау битендә һәм итәгендә ятҡан нәмәләр. Улар бигерәк тә Өфө яҫы таулығына (абс. бейеклеге 380-500 м) хас. Ҡаты эзбизташ, доломит, мергель, ҡомташтан һалынған, аҡтарылып төшкән 2 метрҙан артыҡ бик ҙур таш киҫәктәре Бөгөлмә-Бәләбәй, Дөйөм Һырт, Бәләкәй Наҡаҫ тауҙары, Ишембай шихандары итәктәрендә осрай.
Һүрәтләнгән диңгеҙ трасгрессияларының ҡеүәтле һыу ағымдарын Урал тауҙары икегә бүлеп, Урал аръяғында йәшәгән тереклеккә лә ҙур бәлә килтергәндер, тип һығымта яһарға була. Шул уҡ ваҡытта үрҙә һүрәтләнгән Көньяҡ Урал алдының кайнозойға ҡараған геологик тарихында беҙ боҙлоҡтарҙың, көслө ер тетрәүҙәр, вулкан урғылыу эҙҙәрен тапманыҡ. Урал тауы ла күршелә генә ятып, тыныс ҡына йоҡлай бирә, тигәйнек инде. Көньяҡ Уралда төрлө этностарҙың ойошоуы, уларҙың ауыҙ-тел ижадына бүтән урындарҙа кисерелгән фажиғәле ваҡиғалар ҙа, мифтар һәм риүәйәттәр ҙә инеп ҡалыуы мөмкин. Урал батыр эпосындағы катастрофик һыу баҫыу, кеше һәм бөтә тереклектең һәләкәтенә килтергән көстө Ю. Ваһапов менән бергә Һауанан эҙләргә тура киләлер.

Хайуандар донъяһы

Үкенескә ҡаршы, Ю. Ваһапов хеҙмәтендә арыҫлан һәм ҡылыс тешле юлбарыҫ төшөнсәләрендә буталыш күҙәтелә. Һуңғыһының йәшәйешендә төрлө яҡлы аспекттарҙы сисә: ҙур хайуандарҙы (мамонт) аулауы, һалҡын һәм йылы ваҡытта ҡорбаны иҫәбенә тамаҡ туйҙырыуы, ни өсөн “Урал батыр” эпосы һунарсылары һәм ҡобайырсылары уны арыҫлан тип атап, менеп тә йөрөгәндәре һ.б. Бәлки, автор тундра гиганты мамонтҡа хайуандар донъяһында уға торорлоҡ ҙур ҙа, иң ҡурҡыныс, ҡанһыҙ йыртҡыс йөҙөндә альтернатива табып, уларҙың икеһе араһында туҡланыу бәйләнеше (трофик бәйләнеш тип атала биологияла) булыуын күҙаллағандыр. Ләкин 600 күренекле палеонтологтың материалдары менән ентекле танышҡандан һуң (Т. Чейз, П. Чемберз, 2008 йыл) беҙ бөтөнләй икенсе һығымтаға килдек.
Неоген осороноң (65 млн. йыл – 1,8 млн. йыл элек) аҙағында Арктика ҡалын боҙ панциры менән ҡаплана. Төньяҡ океан Төньяҡ Боҙло океанға әүерелә, Төньяҡ Ҡотопта беренсе диңгеҙ боҙҙары, Исландияла һәм Гренландияла беренсе ҡитға боҙлоҡтары барлыҡҡа килә.
Гигант ялбыр мамонт – тундраның үҙенсәлекле боҙлоҡ осоро символы. Уның йәшәгән ваҡыты 2 млн. йыл – 6 мең йыл элек. Ҡасандыр мамонттар Европа, Себер, Төньяҡ Американың асыҡ һәм урманлы тигеҙлектәрендә йәшәгән. Был мөһабәт хайуан ваҡытының күберәк өлөшөн ашауға арнап үткәргән: бер туңып үлгән мамонттың ҡарынында ғалимдар 290 кг үлән таба. Уйһыуҙарҙа болан һәм ат көтөүҙәре туҡланып йөрөй, уларҙы мәмерйә арыҫландары һәм бүтән йыртҡыстар аулай.
Йөнтәҫ мөгөҙморон – боҙлоҡ осороноң мөгөҙлө бәһлеүәне. Йәшәгән ваҡыты 500 мең йыл – 10 мең йыл элек. Өсөнсөл дәүерҙең батшаһы тип ҡасан да булһа Ер йөҙөндә йәшәгән иң ҙур һөтимәрҙе – 5 метр бейеклектәге индрикатерий мөгөҙморондо атарға мөмкин. Күршелә ҡурҡыныс йыртҡыстар – ҡылыс тешле юлбарыҫтар (смилодондар), планеталағы иң ҙур ҡылыс тешле бесәйҙәр йөрөй. Уларҙың йәшәү ваҡыты 2,5 млн. йыл – 100 мең йыл элек. Тимәк, улар антропогенда ла йәшәгән. Смилодон бик уҫал йыртҡыс була, ләкин бик ҙур хәнйәр шикелле өҫкө 20 см оҙонлоғондағы ҡаҙыҡ тештәре менән хайуандарҙы үлтерһә лә, һөйәктән итте һыҙырып алыуға ҡамасаулаған. Ҡеүәтле алғы аяҡтары теләһә ниндәй хайуанды ла йыға һуҡҡан һәм йыртҡыс уның артерияһына һәм трахеяһына ташланған. Смилодонды йыш ҡына ҡылыс тешле юлбарыҫ тип йөрөтһәләр ҙә, юлбарыҫтарға яҡын туған-тейеш булмаған. Хәҙерге юлбарыҫтар һәм арыҫландар менән йыраҡ туғанлыҡта ғына тора, бөтә был хайуандар бесәйҙәр ғаиләһенә ҡарай. Смилодондар беренсе кешеләр килеп сыҡҡанға тиклем үк үлеп бөткән. Шулай итеп, ҡылыс тешле юлбарыҫты ҡулға эйәләштереү тураһында һүҙ ҙә булыуы мөмкин түгел.
Ә арыҫландың һәм юлбарыҫтың ниндәй һыҙаттары кешене ылыҡтырыуы мөмкин (А. Брэм буйынса, 1992)? Юлбарыҫ – бесәйҙәр ғаиләһенең иң типик вәкиле, бер яҡтан, хайуандар араһында иң гүзәле, икенсе яҡтан, бөтә йыртҡыс хайуандарҙың кешегә иң ҡурҡыныслыһы. Үҙе йәшәгән илдәрҙә ысын-ысындан хәүеф тыуҙыра, Һиндостанда меңләгән кешене ҡорбан итә. Азия халҡы был хайуанды тамуҡ киҫәүе тип иҫәпләй. Джунгли батшаһы кешене урап үтеү генә түгел, ҙур теләк менән уға һөжүм итә. Ут та, һыу ҙа, ҡорал да – Һиндостанда, Һинд Ҡыта­йында, Төркөстанда, Иранда, Амурҙа кешене бер ни ҙә ҡотҡара алмай. Уның йәшәгән ере т.к. 8 һәм 530 араһында ята (беҙ элегерәк Башҡортостан 51,5 һәм 56,50 араһында урынлаша тигәйнек). Уның уҫаллығына һәм ҡанһыҙлығына ҡарамаҫтан, беҙгә тиклем бер нисә йөҙ йыл элек Азия хакимдары юлбарыҫ­тарҙы ҡулға өйрәтеү мәҙәниәтен белгән һәм хатта һунарға йөрөткән. Теләһә ниндәй ҙур зоопаркта йыш ҡына ҡулға эйәләш­терелгән юлбарыҫтарҙы күрергә мөмкин (цирктарҙа ла, “Буйлы рейс” кинофильмында). Мәмерйә арыҫланы үлеп бөткәс, ерҙә әҙерәк һинд джунглиһы батшаһына оҡшашлыҡҡа дәғүә итерлек бер генә бесәй – пантера, йәғни төтөн төҫлө леопард ҡала.
“Арыҫлан – кешелекле януар, кешеләр араһында ла хайуандар булған кеүек”. Немец тәбиғәт белгесе Шейтлиндың был һүҙҙәре “хайуандар батшаһының” характерын бик дөрөҫ һүрәтләй. Ул – тоғро ғаилә башлығы һәм яғымлы атай, уның батырлығы һәм ғәйрәтлеге шик тыуҙырмай, уның холоҡ-фиғелендә тулы намыҫлылыҡ һәм бесәйҙәр ғаиләһенең ҡалған бөтә вәкилдәренә хас ҡанһыҙлығынан бөтөнләй ситтә тороуы һәм, ахырҙа, арыҫ­лан – иң юғары дәрәжәлә аҡыллы, аңлы һәм зирәк хайуан. Арыҫлан бер ваҡытта ла юлбарыҫ кеүек үлтереште яратҡандан үлтермәй, йә алышҡа саҡырылһа, йә асыҡһа ғына һөжүм итә, ул яҡшы мөғәмәләне онотмай, ҡайһы ваҡыт көсһөҙҙәрҙе яҡлай. Арыҫландың бөтөнләй тиерлек балаларға теймәүе мәғлүм.
Һанап үткән әхлаҡи өҫтөнлөктәрҙән башҡа “януарҙар батшаһы” хайуандар араһында аҡылдың иң юғары сифаттарына эйә, ул дөрөҫ фекер йөрөтә, аңлайышлы һәм аҡыллы, уға ваҡыт һәм киңлек төшөнсәләре ят түгел. Был сифаттар бигерәк тә ҡулға эйәләшкән арыҫландарҙа асыҡ күренә. Элекке ваҡытта арыҫландар Иҫке донъяның бөтә яҡтарында ла таралған булған. Грецияның ҡул көрәшендә арыҫланды еңгән антик геройҙары үҙҙәрен уның тиреһе менән биҙәргә хаҡлы булған. Шундай һығымта яһай алабыҙҙыр: Урал батыр һәм уның ырыуҙаштары хайуандар донъяһының иң намыҫлыһын, арыҫланды, ҡулға эйәләштерә алған. Уның, шул иҫәптән мәмерйә арыҫланының, ылыҡтырғыс сифаттарын Р. Вахитов “Башҡортостан” гәзитендә (2017 йыл, 24-25 ғинуар) баҫылған ҙур мәҡәләһендә билдәләй. Бер аҙна үтеүгә, гәзиттә тағы бер шатландырғыс ваҡиғаға тап булдыҡ: унда скульптор Х. Ғариповтың Өфөлә ҡуйыласаҡ Урал батыр һәйкәленең проект эскизы бирелә. Урал батырыбыҙ, ниһайәт, арыҫланда һыбай тасуирлана. Афарин!

Кешелек цивилизацияһының эволюцияһы

Кешелек тармағының маймылдар араһынан айырылып сығы­уы хәҙерге көндә 4 – 4,1 млн. йыл элек булған тип һанала. Кешелек шәжәрәһенә килгәндә, ул австралопитек – питекантроп – неандерталец – аҡыллы кешенән (Homo sapiens) тора. Иң боронғо кеше мәйетенең йәше 2,3 млн. йыл (һуңғы плиоцен). Дүртенсел (антропоген) осорондағы тормош тарихы ул баш­лыса кеше тарихы тип әйтеп була. 10 мең йыл элек голоценда боҙлоҡ осоро тамамлана, һәм ерҙә климат сағыштырмаса йылы һәм дымлы була. Был кеше популяцияһының үҫешенә һәм тиҙ арала бөтә Ер шары буйлап кешеләрҙең таралыуына килтерә. Дүртенсел осорҙоң башында Африка кешеһе Индонезия утрауҙарына барып етә. Уның тоҡомо 0,8 млн. йыл элек Гибрал­тарҙы аша сыға, ә 0,5 млн. йыл элек Бөйөк Британия ярҙарына барып ултыра. Һуңғыһының тоҡомо, неандерталец, 50 мең йыл элек Яңы донъя биләмәһенә барып етә. 40 мең йыл элек аҡыллы кеше пәйҙә була. Шул замандан аҡыллы кешеләр беҙҙең планетала иң ғәҙәти күренеш булып ҡала.
Палеонтология һәм археология эҙләнеүҙәре нигеҙендә кешелек мәҙәниәтенең бер нисә этабы айырыла.
Таш быуат – кеше тарихындағы үҙенең ҡоралдарын таштан яһаған осоро. Европала б.э.т. 4500 йыл элек тамамлана. Палеолит һәм неолитҡа бүленә.
Палеолит – кешенең мәҙәниәт тарихында таш быуаттың иң боронғоһо. Уға ҡоралдарҙы тупаҫ, шымартмай эшләү хас. Уны па­леолиттың аҫҡы, урта һәм өҫкө бүлектәре мәҙәниәтенә бүләләр. Антропоген осороноң башынан һуңғы боҙлауыҡтың аҙағына һуҙылған дәүерҙе үҙ эсенә ала (1,8 млн. йыл – 10 мең йыл элек).
Мезолит – уртансы таш быуат (синонимы эпипалеолит), кеше мәҙәниәтенең урта таш быуат стадияһы, палеолит менән неолиттың араһында ( 13 мең – 7 мең йыл элек). Был ваҡытҡа саҡматаштан эшләнгән ваҡ ҡоралдар булыуы хас.
Неолит – яңы таш быуат, палеолит эҙенән барған һәм бронза быуаты алдындағы кешелек мәҙәниәтенең иң һуңғы осоро. Уға шымартылған таштан эшләнгән ҡоралдар, балсыҡ һауыт-һаба, хайуандарҙы ҡулға эйәләштереү хас. Һуңғы плестоценға һәм голоцендың башланыуына тура килә.
Бронза быуаты – кешелек мәҙәниәте тарихында ҡоралдарын бронзанан эшләгән осор. Неолиттан һуң, Европала б.э.т. 3 мең йыл, Мысырҙа һәм Месопотамияла 4-4,5 мең йыл элек башлана.
Тимер быуат – кешелек мәҙәниәтендә бронзанан һуң барған бы­уат. Европала – б.э.т. 1 мең, ә Египетта 1,3 мең йыл элек башлана.
Артабан ғалимдарыбыҙҙың ниндәй ваҡытҡа (быуатҡа) һылтаныуын аңлар өсөн өҫтәге мәғлүмәттәрҙе килтереү урынлы булыр тип таптыҡ.

Эпосты ижад итеү ваҡыты

Көньяҡ Урал ҡәбиләләре тураһында Көнсығышты өйрәнеүсе атаҡлы ғалим, академик В. Бартольд Яйыҡ йылғаһы исеме (һүҙ ыңғайында әйтәйек, Екатерина II ихтыяры менән Е. Пуга­чёвтың Яйыҡ казактарын онотторор өсөн Урал исеменә алмаштырыла) Рим авторы Птоломейҙың картаһында (я.э. П б.) – иң боронғо теп-теүәл даталы төрки һүҙе, тип яҙа. Был фекерҙе икенсе арҙаҡлы тюрколог С. Малов хуплай. Ул мәғәнәләш Көньяҡ Урал ҡәбиләләре иртә тимер быуатта боронғо башҡорт телендә һөйләшкәндәрен иҫбат итә. Шул уҡ фекергә Ҡазан тюркологтары академик М. Зәкиев һәм профессор Ф. Ғарипова ла ҡушыла. Дала Евразияһының боронғо тарихын һәм мәҙәниәтен иң ҙур тикшереүсе С. Руденко (“Башҡорттар” монографияһының авторы) Көньяҡ Уралдағы иртә тимер быуатта йәшәгән ырыуҙар башҡорттарҙың туранан-тура боронғо бабалары булғанлығын фаразлай. Уның фекеренсә, ырыуҙарҙың бергә ойошҡаны яңы эраның беренсе быуаттарында берҙәм боронғо башҡорт (төрки) теле, хужалыҡ рәүеше нигеҙендә беҙҙең эраның беренсе быуаттарында тамамлана.
Артабанғы Көньяҡ Уралда үткән ҡатмарлы миграция һәм башҡа процестар башҡорттарҙың физик тибын да, телен дә, көнкүрешен дә үҙгәртә алмаған. Н. Мәжитов фекеренсә (2013), башҡорттар этногенезының иң боронғо этаптары иртә тимер осорона барып тоташа. “Урал батыр” һәм “Аҡбуҙат” классик башҡорт героик эпостарында яҡынса шул дәүерҙәге ырыуҙарҙың көнкүреше һәм холҡо кәүҙәләндерелә. Шул саҡ Көньяҡ Уралда күсмә халыҡ тормошо һалына башлай. Яңы эраның беренсе меңйыллығының икенсе яртыһында тарихта туранан-тура башҡорттар барлыҡҡа килә. Ғалимдарҙың берҙәм фекере буйынса, “Урал батыр” эпосы рәсми рәүештә борон замандан VIII быуат аҙағына тиклем Урта Азия, Иран, Афғанстан илдәрендә йәшәп килгән зороастрий диненең көслө йоғонтоһонда ижад ителә. Тасуирланған ваҡиғалар ваҡыты һәм урынының, эпостағы һәм Авесталағы персонаждарҙың (беренсе нәүбәттә, Урал батырҙың һәм уның “прототибы” Гильгамештың ҡыйыу эштәрен­дә) тап килеүе һөҙөмтәһендә “Урал батыр” эпосын ижад итеү ваҡыты – беҙҙең эраның башы, тип иҫәпләргә була. Көньяҡ Уралдың шул ваҡыттағы Евразия далаһы ырыуҙарының тормошонда иҡтисади, мәҙәни-сәйәси үҙәктәренең береһе булыуына тарихи-археология һәм фольклор әйберҙәр шаһит. Урал (Яйыҡ, Ырымбур өлкәһе) йылғаһы урта ағымы бассейнындағы б.э.т. VI – V быуаттарҙағы Филиппов ҡурғандарында бөтә донъяға билдәле Урал алтынынан эшләнгән боландар табышын иҫкә төшөрөү ҙә етә. С. Ғәлләмов (2007) 10 -12 мең йыл элек Уралдан алып көньяҡ Каспий алдына һәм төньяҡ Месопотамияға тиклемге территорияла туғандаш ырыуҙар төркөмө йәшәгән, һәм улар бер телдең төрлө диалектында һөйләшкән, ул тел протоиран теле булғандыр тип фаразлай, сөнки бөгөнгә тиклем был территорияла йәшәгәндәрҙең телендә һәм атамаларҙа Иран теле элементтары һаҡланған.
Ирандың көньяғындағы Сакстан өлкәһендә әле лә Көньяҡ Уралдан күсеп килгән башҡард Иран халҡы йәшәй.
Өфө археологы В. Котов “Урал батыр” эпосының мифологик нигеҙен ижад итеү ваҡыты һуңғы палеолит осорона тап килә тип иҫәпләй. Әммә эпостың тексында һыбайлының тимер, оҙон хәнйәрле (1 – 1,2 м), дошманды тураҡлай торған ҡылыс тураһында һүҙ бара. Ундай ҡылыстар Көньяҡ Уралда тик б.э.т. V–IV бб. ғына йөрөй башлай. Әлеге фекер менән үрҙә телгә алынған Р. Вахитов та килешә. Шуны ла әй­тә­йек: беҙ уның “Урал батыр” эпосы һуңғы палеолитта, 15 мең йыл элек, неандерталец тарафынан ижад ителгән тигән фекере менән килешә алмайбыҙ. Беренсенән, неандерталец бит әле аҡыллы кешегә барып етмәгән, икенсенән, уның мәйете тикшерелгән мәмерйәлә әлегә табылмаған.
Тарихсы Л. Ямаева (2013) текстағы тағы бер фактҡа иғтибарҙы йүнәлтә. “Урал батыр” эпосында б.э.т. IV – б.э. IV быуаттарҙағы әхлаҡи принциптары сағылған: Урал батырҙың Ҡатил илендәге ҡаһарманлығы деспотизмды, йәберләүҙе, үлтереүҙәрҙе хөкөм итеү­гә арнала. Был бронза быуаттың әхлаҡи мөхитенә тура килмәй.
Беҙҙең ҡарашҡа, “Урал батыр” эпосы үткән эраның аҙағы – яңы эраның башында ижад ителгән, тип һығымта яһай алабыҙ.


Вернуться назад