Эшлә генә! Дипломы ла кәрәкмәҫ...11.04.2017
Ҡанун, ҡарарҙарға ҡарата ла яңылыҡтар әленән-әле ишетелеп тора. Араларында хеҙмәт кешеләренә ҡағылышлылары ла күренеп ҡала. Мәҫәлән, шундайҙарҙың береһе хаҡында хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Максим Топилин һөйләгән.
Министр үҙенең телмәрендә “Квалификацияға ирекле баһа” тураһында әйтеп үтә. Был алым хеҙмәткәргә һөнәре буйынса үҫергә булышлыҡ итергә тейеш, йәғни хәҙер берәй вазифаға йәки эш урынына дәғүә итеүсе махсус белеме булмаһа ла үҙенең ошо эшкә яраҡлы икәнен иҫбатлай аласаҡ. Бының өсөн уға әле төҙөлә башлаған квалификацияны баһалау үҙәгендә имтихан ғына тапшырыу зарур.
Ыңғай баһа алған кешегә квалификация тураһында таныҡлыҡ тапшырыласаҡ. Тимәк, һөнәр һайлауҙа яңылышҡандарға был ҙур мөмкинлек бирәсәк, тиергә мөмкин. Шулай уҡ ниндәй ҙә булһа һөнәргә махсус уҡымағандарға ла ҡулайлы буласаҡ. Был йәһәттән хәҙер ҡараңғы тыҡрыҡта диплом йә таныҡлыҡ һатып алырға ла кәрәкмәҫ. Имтихандар иһә түләүле, әммә кешене предприятие йүнәлткән осраҡта эш биреүсе үҙенең аҡсаһын сығарып һаласаҡ.
Эш хаҡының артасағына ла ышана министр. Әйткәндәй, быйылдан алып хеҙмәте өсөн кешегә ике аҙна һайын түләнергә тейеш. Тулы эш хаҡын алғанға тиклем әле лә күптәргә аванс түләнә. Ә хеҙмәт хаҡын һуңлатҡаны өсөн етәкселәргә ҡарата яуаплылыҡ көсәйтелгән. Етәксегә штрафы ла күбәйтелгән.