Күҙҙәреңә ҡарар – шул да етер11.04.2017
Күҙҙәреңә ҡарар – шул да етер Ваҡыт менән цивилизация ла алға табан бара. Мәҫәлән, күптән түгел төшкә лә инмәгән мобиль телефондар хәҙер һәр кемебеҙҙә бар, береһенән-береһе бейек заманса йорттар ҡалҡып тора... Һанай китһәң, осона ла сыға алмаҫһың, ләкин үҫеш бының менән туҡтап ҡалмай. Киноларҙа ғына күргән әйберҙәр ҙә көнкүрешебеҙҙә урын ала башланы. Эштәр былай барһа, әкиәт донъяһындағылай йәшәрбеҙ...
Рәсәйҙең ҙур банктарында “аҡыллы” банкоматтар ҡуйыла башлаған. Кешенең һорауына яуап биреүҙән тыш, улар аҡсаны ла картаһыҙ сығарып һала. Бының өсөн бармаҡ эҙҙәре генә кәрәк йәки күҙҙәреңде сканер аша үткәреү ҙә етә. Яңы төрлө банкоматтың тағы ла әллә нисә функцияһы ҡаралған.
Әлегә тиклем дә ҡайһы бер банкоматтарҙа картаһыҙ аҡса алыу мөмкинлеге булған. Бының өсөн бары телефон һәм QR-код ҡына кәрәккән. Был осраҡта логин һәм серһүҙ ярҙамында үҙеңдең шәхси кабинетыңа инеү талап ителгән. Ошондай алым картаһын юғалтҡан кешегә ярҙамсы ғына булып торған.
Бөгөнгө банкоматтарҙы алмаштырыу күптән кәрәк, тип белдерә белгестәр, сөнки улар әллә ҡасан инде иҫкергән, араларында хатта башҡа илдәрҙә иҫәптән сығарылып, беҙгә ҡуйылғандары ла бар икән.
Яңы төр банкоматтар мутлашыуға сик ҡуйырға булышлыҡ итәсәк, ләкин иң тәүҙә банктар кешеләрҙең ризалығын алырға бурыслы, йәғни бындай ысул менән ҡулланырға теләүсегә банк офисына барып, махсус килешеү төҙөргә һәм бармағының эҙҙәрен ҡалдырырға талап ителәсәк.
Яңы алымдар киң тарала. Унһыҙ ҙа компьютер йә смартфон аша төрлө әйбер һатып алырға, аҡсаны бер иҫәптән икенсеһенә күсерергә мөмкин. Яңы банкоматтар Башҡортостанға килеп етһә, оҙаҡламай банк картаһына бөтөнләй мохтажлыҡ бөтөр. Бары күҙең менән бармағыңды ғына нығыраҡ һаҡларға кәрәк булыр.


Вернуться назад