Уҡытыусының кондуктор булғаны11.04.2017
Уҡытыусының кондуктор булғаны Стәрлетамаҡ буйлап 16-сы троллейбус елдерә. Транспорт сараһы бер тегеләй, бер былай борғоланып кәүҙәне лә бәүелтмәй бит әле, әйтерһең, осоп ҡына бараһың. Билет һатыусы ла ипле генә (әсәйҙәрсә) өндәшә. Шул саҡ ирекһеҙҙән кәйеф күтәрелеп китә. Бындай троллейбуста төшмәй генә йөрө лә йөрө! Рулдә – Зинаида Спиридонова, билет һатыусы – Светлана Нурмөхәмәтова.
– Еңел автомобиль йөрөтөүсе­ләр рәтенән түгелмен, әммә ғүме­рем буйы рулгә тартылдым, – тип һүҙ башланы Зинаида. – Өс йыл элек троллейбуста эшләп ҡарарға тәҡдим булғас, башта, ҡалалағы хәрәкәтте күҙ алдына килтереп, ҡурҡып ҡалдым. Әммә әҙәм балаһы барыһына ла күнегә икән.

Әлбиттә, хәҙерге тормошта рулдә ултырған гүзәл зат – көндәлек бер матур күренеш кенә. Тик Зинаиданың үҙенең һәм ғаиләһенең генә түгел, тиҫтәләгән сит кешенең ғүмере өсөн яуаплы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып үткәндә, был ҡатынға ҡарата ихтирам бермә-бер арта. Бынан тыш, ул бит эштә – троллейбус йөрөтөүсе, ә тормошта – ҡатын, әсә кеше. Балаһын мәктәпкә, тормош иптәшен эшкә оҙатыу һымаҡ татлы мәшәҡәттәрҙән мәхрүм булып, таңғы сәғәт дүрттә тороп эшкә барыу, төн ҡаршыһында ғына хеҙмәт тамамлау еңел түгелдер.
Шулай ҙа, водитель ханым белдереүенсә, эштең ауырлығы бында ғына түгел, ә пассажирҙар, юлда йөрөүселәр менән мөнәсәбәттә сағыла. Кемдер, йылмайып, юл бирә, сәләмләй, юл ҡағиҙәһен боҙоп, ҡапыл “шыжлап” алға килеп туҡтаусылар, гүзәл зат тип тормай, һуғышырға әҙерҙәр, үкенескә ҡаршы, юҡ түгел. Ни ҡылаһың, бөгөнгө көн менән йәшәүселәр аҙмы ни?!
Пассажирҙарға килгәндә, был йәһәттән иһә һүҙ күберәк Светлана Юрьевнаға нығыраҡ ҡағыла.
– Рәхмәт әйтеп, һаулыҡ теләп төшөп ҡалыусылар бихисап, – тип эшенән ҡәнәғәтлек белдерә билет һатыусы апай һәм шунда уҡ йөҙөнән йылмайыу китә. – Тик араларында ҡаты һүгенеп, бушҡа йөрөтөүҙе талап итеп, тәү сиратта үҙен кәмһетеүселәр ҙә табылып тора.
Мин үҙ алдыма “Тимәк, юл ҡағиҙәләрен белеү артыҡ талап ителмәһә лә, кондуктор булып эшләү ҙә еңел түгел” тигән һығымта яһап ҡуйҙым. Эш тигәндән, Светлана ханым менән яҡындан танышыу бигерәк тә үҙенсәлекле килеп сыҡты. Әңгәмәләшеп, фотоға төшөрөү мәшәҡәте тамамланғас, ул миңә: “Беҙҙең фотоларҙы ошонда ла ебәрерһегеҙ инде”, – тип электрон адресы теркәлгән визиткаһын тотторҙо. Вәт заман, хәҙер кондукторҙарҙың да визиткалары бар, тигән уй килде шул саҡ. Әлбиттә, был мыҫҡыллы фекер түгел, ә бары тик тормошобоҙҙоң алға киткәненә һоҡланыу. Визитканың яҙыуын да ҡарап тормай, кеҫәгә һалдым. Әммә редакцияла фотоларҙы үҙенә ебәрергә йыйынғас, аптырап ҡалдым. Визиткала “башланғыс кластар уҡытыусыһы, уҡытыусы-логопед” тигән яҙыу тора. Шунда уҡ теркәлгән кеҫә телефоны һандарын йыйырға мәжбүр итте был мәғлүмәт.
– Ярты йыл автобуста кондуктор булып эшләнем, хәҙер троллейбуста билет һатам… – тип теҙеп алып китте апай. Баҡтиһәң, Светлана Юрьевна төп һөнәре буйынса эш таба алмай, йәнә яңы уҡыу йылы башланыуын көтә, ә әлегә… икмәк ашарға кәрәк бит. 300 мең кеше йәшәгән ҡалала был күренешкә аптырарғамы, әллә заман талабы тип ҡабул итергәме тип оҙаҡ һығымтаға килә алмай аҙапландым. Унан бигерәк шуныһына шатландым: әлеге көндә мәктәптә эшләмәһә лә, Светлана ханым троллейбуста ла уҡытыусылай балҡый ине. Тормоштоң ауырлығына ҡарамай, Кеше булып ҡала белеү ғилләһе был! Бына ошо хәҡиҡәткә тоғро педагог-кондуктор!
…16-сы троллейбус ҡуҙғалып китте. Артынса: “Имен йөрөгөҙ, ҡыҙҙар”, – тип теләп ҡалдым. Киләһе уҡыу йылының кем өсөн нисек башланып китеренә ҡарамаҫтан…


Вернуться назад