Эш хаҡы буйынса бурыс кәмей04.04.2012
Быйыл 1 мартҡа республиканың 26 ойошмаһында эш хаҡы буйынса бурыс күләме 74,3 миллион һум тәшкил иткән. Шуларҙың 48,1 миллион һумы, йәғни бурыстың 60 проценттан ашыуы, бөлгөнлөк һәм ябыу ғәмәлдәре ҡулланылған 15 предприятиеға тура килә.
Эш хаҡы буйынса бурысты түләү мәсьәләләре буйынса ведомство-ара координация советы ултырышында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов хәбәр итеүенсә, былтыр советта бурыслы 37 ойошма етәкселәренең сығышы тыңланған. Шуларҙың 20-һе хеҙмәткәрҙәренә бурысты түләгән.
— Йыл башында Башҡортостанда 5670 хеҙмәткәргә эш хаҡы буйынса бурыс күләме 111,5 миллион һум тәшкил иткән. Хеҙмәткә түләү фонды быйыл 300 миллиард һумдан ашыу булһа ла, был беҙҙе аҡламай. Эш хаҡы буйынса бурыслы төбәктәр күп түгел. Мәҫәлән, Волга буйы федераль округында Пермь крайы менән Киров өлкәһендә генә хәл насарыраҡ, — тине Фидус Ямалетдинов.
Башҡортостанда март айында 10 миллион һумлыҡ бурыс түләнгән. Территорияларға бүлеп ҡарағанда, 14 муниципаль райондың һәм дүрт ҡала округының эш хаҡы буйынса бурысы бар. Шуның 80 проценты тиерлек Бәләбәй, Благовар, Ғафури, Туймазы райондарына, Салауат һәм Өфө ҡалаларына тура килә.
Фидус Ямалетдинов әйтеүенсә, иҡтисади эшмәкәрлектең биш төрөндә эш хаҡы түләү буйынса бурыс түләтелә. Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, 14 ауыл хужалығы ойошмаһы
30,9 миллион һумды түләп еткермәгән. 1 ғинуар менән сағыштырғанда ул 2,2 миллион һумға, былтырғы 1 ғинуарға ҡарағанда 2,4 миллион һумға артҡан.
Эшкәртеү менән бәйле алты ойошмала эш хаҡы буйынса бурыс кәмегән һәм мартта 13,2 миллион һум тәшкил иткән.
Төҙөлөштә 1 мартҡа ҡарата дүрт ойошманың 29 миллион һумлыҡ бурысы булған. Былтырғы 1 ғинуар менән сағыштырғанда был күрһәткес ете тапҡырға артҡан. Йыл башына ҡарағанда әле эш хаҡы буйынса бурыс 4,9 миллион һумға кәмегән.
А. ХӘЛИЛОВ.


Вернуться назад