Аҡ менән ҡара буталһа...11.04.2017
Аҡ менән ҡара буталһа... Шартлау яңғыраны. Был тауыш үҙе менән әллә күпме ғүмерҙе алып китте. Бары харабалар ғына тороп ҡалды. Яңылыҡтар теҙмәһе бының менән генә өҙөлмәй, әленән-әле сылбыры һуҙыла килә. Мәҫәлән, күптән түгел генә Рәсәйҙә тыйылған террористик ойошманың эттәргә бомба таға башлауы хаҡында йәнә бер хәүефле хәбәр ишетелде. Был йәһәттән халыҡ әүҙем рәүештә Интернетта үҙ фекерен еткерә. Берәүҙәр, саманан шашып, бар яуызлыҡты Исламға таға, икенселәр иһә бар ғәйепте мосолмандарҙың һаҡалында күрә. Тик быларҙы әйткәндәр ошо һүҙҙәре менән Ер шарындағы һәр дүртенсе кешене мыҫҡыллауын ғына аңламағандыр.
Әгәр беҙ мосолмандар йәшәгән ерҙәрҙе ҡараһаҡ, Алыҫ һәм Яҡын Көнсығыш, Төньяҡ Африка, Үҙәк Азия, Төньяҡ Кавказ һәм Үҙәк Рәсәй (Урал һәм Волга буйы) күҙ алдына баҫа. Шулай уҡ Ислам дине вәкилдәре Африканың башҡа өлөшөндә, Көнбайыш Европала, Америкала ла бихисап. 35 илдә күпселекте мосолмандар тәшкил итә, ә Мысыр, Иран, Ираҡ, Марокко, Сәғүд Ғәрәбстаны кеүек йәнә 28 илдә Ислам дәүләт нигеҙе һәм рәсми дин тип танылған. Һәм күпселек кеше экстремизмға бәйле донъялағы проблемалар шуларҙан сыға тип уйлай буламы?..
Дәүләт Думаһы депутаты Гаджимет Сәфәрвәлиев әйтеүенсә, Исламды терроризм менән бутарға ярамай, сөнки террорсылар бер милләткә лә, дингә лә ҡарамай. Ҡаҙағстан Президенты ла шундайыраҡ фекерҙә. “Ислам, киреһенсә, яҡшылыҡҡа өндәй”, – ти ул.
Өфөлә уҙған “Ислам экстремизмға ҡаршы” йәштәр форумында ла ошо хаҡта һүҙ барҙы. Был йәһәттән Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты йәштәр бүлеге етәксеһе Тимур Вәлитов әйтеүенсә, ҡайһы бер төшөнсәләрҙе бутарға ярамай. “Юҡһа, Ислам дине ҡурҡыныс бер күренеш булараҡ күҙ алдына баҫыуы ихтимал. Әммә был төптө хата, һәм телевизорҙан күрһәтелгән шартлатыусыларҙың мосолмандарға бер ҡағылышы ла юҡ. Улар – дингә тап төшөрөүсе вәхшиҙәр. Аллаһы Тәғәләнең һәм пәйғәмбәребеҙҙең әйтеүенсә, бер ғәйепһеҙ кешене үлтереү бар донъяны юҡ итеүгә тиң. Ислам шартлатырға саҡырмай. Был йәһәттән Чечняның башлығы Рамзан Ҡадировты миҫалға килтерергә була. Ул бит бер ҙә башкиҫәр булып йөрөмәй, киреһенсә, ысын мосолманға хас булғанса, үҙ халҡына, иленә үҫешеүҙә булышлыҡ итә”, – тине Тимур Вәлитов үҙенең телмәрендә.
Тик был таяҡтың бер генә осо. Берәүҙәр шулай Исламды ғәйепләүен дауам итһә, икенсенән, ошо уҡ форумда әйтелеүенсә, экстремистик ойошмалар дингә яңы аяҡ баҫҡандарҙы үҙҙәренә ылыҡтырыуын дауам итә. Был йәһәттән бигерәк тә йәштәр Ислам тураһында яңылыш фекер ишетеп, хаталы аҙымға бара. Ә диндең ҡайһы бер талаптарын яңылыш аңлаған кешегә, аҡ-ҡараны айырып та тормайынса, шул яуыз “изгелекте” атҡарырға ынтылыу бер ни тормаҫ. Шуға ла белгестәр айыҡ аҡыл менән уйларға саҡыра, аҡ менән ҡараны зиһендә лә асыҡ айырырға өндәй, сөнки аҡыллы кеше экстремизмдың ҙур хәүеф йөрөтөүен аңлаясаҡ.
Деструктив йоғонто яһау арҡаһында төрлө сәйәси, социаль, иҡтисади һәм башҡа факторҙар нәҡ йәштәр араһында негативҡа әүерелә, хәл киҫкенләшә.
Йәштәр ҙур социаль төркөмдө тәшкил итә. Уларҙың социаль һәм психологик һыҙаттары ла үҙенсәлекле һәм кешенең йәшенә ҡарап билдәләнә. Шулай уҡ йәмғиәттәге урындары, рухи донъялары саҡ нығына башлаған ғына ваҡыттары. Үҙҙәренең тормош юлын билдәләгәндә осраған сетерекле, ҡатмарлы шарттарҙы уларға үҙ белдеге менән хәл итергә тура килә. Әгәр инде йәшлектең психологик үҙенсәлектәрен иҫәпкә алһаң, тиҙ тәьҫирләнеүҙәре, тотанаҡһыҙлыҡтары арҡаһында уларға яңылыш аҙымға ла йыраҡ ҡалмай. Бигерәк тә хаталы фекерҙе үҙҙәре ишетергә теләгәнсә генә итеп еткерһәләр.
Йәнә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың “Әгәр беҙҙең миллиондарса йәштәребеҙ бар икән, был – бик ҙур энергия. Уға дөрөҫ һәм ыңғай йүнәлеш бирергә кәрәк” тигән һүҙҙәре иҫкә төшә. Ни генә тиһәң дә, экстремизм буш урында барлыҡҡа килмәй, ә күңелдәргә “дөрөҫ” тигән хаталы фекерҙә һалына. Хәйер, “экстремизм” тигән төшөнсәнең мәғәнәһе, йәғни нимә аңлатҡаны ла бер яҡлы ғына түгел. Төҫө, дине, милләте башҡа булыуынан ғына кешене күрә алмау ҙа был йүнәлештең бер факторы. Әйткәндәй, Рәсәйҙә экстремизм, ижтимағи күренеш булараҡ, үткән быуаттың туҡһанынсы йылдарына ҡайтып ҡала. Ул ваҡытта ярлы ғаиләлә тыуып үҫкән йәштәр “милләтте таҙартыу” өсөн тип сығыш яһай башлай. Ошо маҡсатта улар берләшеп, айырым төркөмдәргә туплана. Бөгөн дә ундайҙар бар, сит ил студенттарына ташланалар, баҙарҙарҙа ғауға ойошторалар, вандализм менән шөғөлләнәләр.
Ғалимдар билдәләүенсә, йәштәр араһындағы экстремизмдың нигеҙендә этноцентризм тигән төшөнсә ята. Бер-ике һүҙ менән уны ошолайыраҡ әйтергә мөмкин: төркөм-ара дошманлыҡ идео­логияһының, эмоциональ тойғоларҙың һәм төркөм-ара конфликтҡа ҡараш­тарының барлығы. Этноцентризмды йөрөткән төркөмдәр иһә үҙҙәрен этник, дини, социаль һәм башҡа билдәләр буйынса айыра. Үҙҙәрен – “беҙ”, башҡаларҙы “улар” тип ҡарарға өйрәнгән. Үҙ төркөм­дәренең характеристикаһы билдәләнә. Башҡаларҙы иһә шуның менән сағыштырып баһалай башлайҙар. Бында инде, теләйһеңме-юҡмы, үҙ-ара айырмалыҡтар, ситләшеү, дошманлашыу, бер-береңде күрә алмаусанлыҡ килеп сыға. Ғалимдар телендә ошо этноцентризм эргәһендә нацизм һәм терроризм төшөнсәләре лә йөрөй.
Мәктәптәрҙә, башҡа уҡыу йорттарында быларға ҡаршы профилактик эш алып барыла. Тик һорау тыуа: әгәр шул ваҡытта балаға Ислам тураһында дөрөҫ белем бирелмәһә, ул аҙаҡ башҡа “хәҡиҡәт”те үҙ итмәҫме? Тимәк, ҡасандыр балаларға дин дәрестәрен биреүҙе индереү был юҫыҡта ла файҙа килтерә алыр ине. Ни генә тиһәң дә, кешегә дини белем йәки уның тураһында дөрөҫ төшөнсә бала сағынан бирелһә, уны аҙаҡ хаталы юлдан аралап алып ҡалыр, моғайын. Йәнә шуны ла иҫтән сығармаҫҡа кәрәк: радикаль ҡараштары өсөн тыйылған ойошмаға ҡушылыу бер хата булһа, уның телдә сағылыуы ла күңелһеҙ һөҙөмтәгә килтереүе ихтимал. Шуға ла террорсылыҡта Исламды ғәйепләп ташлауҙа артыҡ тырышлыҡ күрһәтеү үҙеңде экстремистар рәтенә ҡуйыуы ихтимал.


Вернуться назад