Почтальондар һәм гәзитебеҙҙе таратыусыларҙы дәртләндереү тураһындағы положениеға ярашлы, баҫманы 2012 йылдың тәүге яртыһына кәмендә 50 кешегә яҙҙырған тиҫтәләгән почтальон һәм әүҙем йәмәғәтсе аҡсалата премия менән бүләкләнде. Был бәйге дауам итәсәк. Редакция әүҙем почтальондарға һәм йәмәғәтселәргә ҡиммәтле бүләктәр әҙерләне.
Гәзиткә яҙылыу хаҡтары һәр йомала телепрограмма битендә баҫыла. Улар менән шулай уҡ сайтта ла танышырға мөмкин: https://bash.bashgazet.ru/blog/archives/13042.
Почтальондар һәм дуҫтарыбыҙ халыҡ араһында “Башҡортостан” гәзитенең әһәмиәтен аңлатыуға һәм таратыуға ҙур көс һалыр тигән өмөттәбеҙ.
Күмәкләгән — яу ҡайтарған, тиҙәр бит. Әйҙәгеҙ, туғандар, быйыл 95 йыллығын билдәләйәсәк гәзитебеҙҙең таралыу даирәһен бергәләп киңәйтәйек — ул бар тарафта, һәр өйҙә ҡәҙерле ҡунаҡ, рухи хазина булһын!
Мөхәрририәт.