Өфөләге Салауат Юлаев майҙанында Санкт-Петербургтағы фажиғәгә бәйле халыҡ акцияһы үтте. Сараға ойошмалар, предприятиелар вәкилдәре, хаҡлы ялдағылар, йәштәр йыйылды. Акция фажиғә ҡорбандарын иҫкә алып, бер минутҡа тын ҡалыуҙан башланды. Артабан трибунаға дин әһелдәре, сәйәсмәндәр – төп партияларҙың төбәк бүлексәләре вәкилдәре, йәмәғәт ойошмалары ағзалары күтәрелде. Республика парламенты спикеры Константин Толкачев үҙенең сығышында, был ҡот осҡос фажиғә тураһында онотмаясаҡбыҙ, илебеҙ донъя терроризмына һәм экстремизмына ҡаршы торорға әҙер, тип белдерҙе.
Митингты ойошторған Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы резолюция менән таныштырҙы. “Ғүмерҙәрҙе өҙгән Санкт-Петербургтағы фажиғә Рәсәй халҡын тетрәтте. Беҙ, Башҡортостандың күп милләтле халҡы, бөтә ил менән бергә ҡайғы кисерәбеҙ. Әммә бөгөн теракттың ғәйепһеҙ ҡорбандарын иҫкә алырға ғына йыйылманыҡ. Ватаныбыҙҙың киләсәгенә битараф ҡалмағандар, кеше ғүмерен ҡыйғандарға ныҡлы ҡаршы торорға әҙер булғандар республиканың төп майҙанына сыҡты”, тиелә резолюцияла.