Яңы бейеклектәргә үрләгәндә...11.04.2017
Яңы бейеклектәргә үрләгәндә...Өфөнөң үҙәгендә эшҡыуарҙарға төрлө уй-ниәттәрҙе бойомға ашырыуҙы, шул уҡ ваҡытта ғаилә менән бергә ялды үткәреүҙе күҙ уңында тотҡан заманса комплекс төҙөү идеяһы бынан өс йыл элек барлыҡҡа килгәйне. Уникаль проект әҙерләнә – изге маҡсатты күҙ уңында тотоп, БЭТО асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең ер участкаһын иркен келәте менән бергә һатып алалар. Заманса елләтеү ҡоролмаһы беркетелә, коммуникация тулыһынса алмаштырыла, өр-яңы газ ҡаҙанлығы төҙөлә, ҡыҫҡаһы, баштан-аяҡ реконструкция үткәрелгәс, ни бары йыл ярым эсендә бынамын тигән бина ҡалҡып сыға.
Яңы бейеклектәргә үрләгәндә...“Территория 3000”-дең төп концепцияһы – киләсәкле территория. Шул иғтибарға лайыҡ: ҡаланың нәҡ үҙәгендә шундай шәп биләмә үҫеш алды – бында бер ҡыйыҡ аҫтында “ай-ти” йүнәлешендә эшмәкәрлеген киң йәйелдергән йәш эшҡыуарҙар менән бергә эшләү, ял итеү, дауаланыу, спорт менән шөғөлләнеү өсөн һәр яҡлап та уңайлы шарттар тыуҙырылған. Офис үҙәктәре, конференция залдары, фитнес-үҙәк, ашхана, мунса, поликлиника менән реабилитация үҙәге һәм башҡалар – шуға асыҡ миҫал. Бынан тыш сәс алдырырға, массаж яһатырға, тырнаҡты тәртипкә килтерергә һәм керпек менән ҡашты төҙәтергә лә мөмкин.
200 тирәһе кешегә эш урыны булдырыу күпте һөйләй. Киләсәктә иһә бассейн төҙөү, футбол һәм еңел атлетика комплексы булдырыу һәм мәктәп төҙөү ҙә күҙ уңында тотола.
Рөстәм Зәки улы “Фитнес-арена 3000” фитнес үҙәгендә булып, күнекмә, аэробика, өҫтәл теннисы, йога һәм ҡаяға үрмәләүселәр залдарын ҡараны. Бында 700 спорт һөйөүсе бер юлы шөғөлләнә ала, үҙәккә йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә теләп йөрөй, киләһе йылдарҙа балалар өсөн программа эшләү ҡараласаҡ.
Республика етәксеһе спортсылар менән аралашты, һәр береһенең уй-тәьҫораттары менән ҡыҙыҡһынды. Шулай уҡ ул Программа төҙөү үҙәгенә һуғылды, “Business FM Өфө” радиостанцияһы редакцияһында журналистар менән осрашты.
Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, әле күргәндәр илһамландыра, бөтәһе лә һәйбәт, быларҙың барыһы ла кәрәк һәм уларға ихтыяж ҙур.
– Был – уникаль комплекс, айырыуса уның спорт өлөшө ҡайнап тора, – тине Рөстәм Хәмитов. – Күнекмә залдары иҫ киткес матур, эш мәлендә халыҡтың күплеге хайран ҡалдырҙы. Бүтән эре компаниялар һәм объекттар менән сағыштырғанда күпкә арзанға төҙөлгән, хәҙер беҙ социаль объекттар ҡалҡытҡанда үҙебеҙҙең төҙөүселәрҙән хаҡты кәметеүҙәрен талап итә алабыҙ. Эшҡыуар­ҙарҙың эше шәп көйләнгән, ошо үҙе үк бизнестың дөрөҫ моделе һайланғанлығы хаҡында туранан-тура һөйләй. Йәш быуынға йөҙ менән боролоу һәр йәһәттән дә отошло. Ошондай территориялар йәштәрҙе республикала ҡалдырыу өсөн якорь булып тора. Яңыса эш алымының тормошҡа ашырылыуы шатландыра.
Башҡортостандың илебеҙҙең бүтән субъекттарына лидер һаналыуын, Өфөнө күптәр заманса һәм яҡшы үҫешкән ҡала тип белеүен, власть менән бизнес араһында ныҡлы күпер һалыныуын, киләһе йылдарҙа айырыуса дауахана, поликлиника, шулай уҡ мәктәптәр төҙөләсәген, ғөмүмән, әле иҫкенән яңыға күсеү осоро барыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Зәки улы.



Вернуться назад