Башҡортостанда наркомандарҙы дауалауға иғтибар ҙа, сығымдар ҙа кәмемәй, киреһенсә, йылдан-йыл арта. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, иҫәптә тороусы наркомандар һаны былтырҙан алып өс процентҡа күбәйгән һәм 6 меңгә еткән.
Эксперттар әйтеүенсә, ысынбарлыҡта улар 60 меңдән ашыу. Республикала “аҡ үлем”дән ҡотолорға теләүселәрҙе реабилитациялау менән шөғөлләнеүсе 12 ойошмаға (икәүһе — дәүләт ҡарамағында, унауһы дәүләттеке түгел), билдәле, оҙон сират теҙелгән.
Һәр илле пациенттың береһенең генә тулыһынса дауаланыуы, ҡалғандарының бер йылда алты-ете тапҡыр “ысҡыныуы” хәлде тағы ла ҡатмарлаштыра. Күренеүенсә, дауалау сараларының һөҙөмтәлелеген арттырыу, наркотикка бәйлелеге булғандарға медицина ярҙамын ваҡытында күрһәтеү кеүек мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итеү зарур. Башҡортостан Республикаһының наркотиктарға ҡаршы комиссияһының сираттағы ултырышында был йәһәттән бойомға ашырылырҙай тәҡдимдәрҙең яңғырауы боҙҙоң ҡуҙғалырына өмөт уятты.
Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов сит илдәрҙәге ыңғай тәжрибә менән танышырға һәм ҡулланырға саҡырҙы.
— Беҙҙәге наркомандар һаны Рәсәй төбәктәре буйынса уртаса күрһәткестән түбән, шулай ҙа дәүләт бюджетынан бүленгән аҡсаны уларҙы дауалауға еткереп булмай. Йөрәк ҡушыуы буйынса ярҙамға ашығыусы йәмәғәт ойошмаларының иҫәбен арттырыу — мәсьәләне хәл итеүҙең бер ысулы, — тине Рөстәм Зәки улы.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев Күмертау, Нефтекама, Октябрьский, Сибай ҡалаларында өҫтәмә реабилитациялау бүлексәләренең талап ителеүен белдерҙе.
— Республика бюджетынан 12 миллион һум бүлеү шарты менән 20 миллион һумлыҡ дәүләт ярҙамы күрһәтелеүе көтөлә. Был аҡса әлеге ҡалаларҙа барлығы 300 урын булдырыу, ремонт яһау мөмкинлеген бирәсәк, — тине ул.
Н. ХӘСӘНОВА.