Ҡаҡланған ҡаҙ31.03.2017
Өләсәйҙәребеҙҙең ҡаҙ түшкәләрен соланда, сарлаҡта айҙар буйы елләтеп ҡаҡлауын онотоп бара инек, хәҙер уның ни тиклем затлы ризыҡ булыуын аңлап, хайран ҡалабыҙ. Уны әҙерләү ысулын башҡорт милли аш-һыуҙары буйынса китаптар авторы, Башҡортостандың атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының мастер-ашнаҡсыһы, хеҙмәт ветераны Индүсә Әмир ҡыҙы АРЫҪЛАНОВА аңлатты:
– Ҡаҡланған ҡаҙ элек-электән башҡорттарҙың яратҡан ризыҡтарының береһе һанала. Тәүҙә ҡошто яҡшылап таҙарталар, йыуалар, тыштан һәм эстән тоҙҙо йәлләмәйенсә ышҡыйҙар. Тоҙ яҡшылап һеңһен өсөн ҡаҙҙы бер нисә көн ҡараңғы һалҡын урында тоталар. Артабан уны марля кеүек йоҡа туҡыманан тегелгән моҡсайға һалалар һәм өйҙөң ҡыйыҡ аҫтына, йәғни еләҫ ергә эләләр. Шул килеш уны бер нисә айға ҡалдыралар. Ошолайтып әҙерләнгән ҡаҙҙы сей килеш тә, бешереп тә ашарға була.
Ҡаҙҙы ҡаҡлауҙың икенсе ысулы ла бар, уны “тоҙлап ҡаҡлау” тиеү дөрөҫөрәк булыр. Ҡоштоң тиреһен тоҙ менән яҡшылап ышҡыйҙар, эсенә тоҙташ һалалар йәки эре тоҙ тултыралар. Артабан пергаментҡа йәки ҡалын ҡағыҙға бер нисә ҡат төрәләр һәм һауа инмәҫлек итеп бәйләйҙәр. Ҡаҙҙы йәшниккә һалалар һәм тулыһынса тоҙ менән күмеп ҡуялар. Ошо рәүештә ҡошто бер йыл һәм унан да оҙағыраҡ һаҡларға була. Ваҡыт үтеү менән ул тәмләнә генә. Табынға ҡуйыр алдынан уны тоҙҙан таҙарталар, йыуалар һәм бер нисә сәғәткә һалҡын һыуға һалалар. Артабан тоҙло һыуын түгеп, өҫтөнә яңынан һыу ҡойоп, талғын утта бешерәләр. Әҙер булғас, һөйәкле ерҙәрен өлөштәргә бүләләр, ә түш тирәһен нәҙек һәм яҫы итеп турайҙар, йәшелсә, тәмләткес үләндәр менән биҙәйҙәр. Бешермәйенсә лә ашарға мөмкин.
Ҡаҡланған ҡаҙҙы сей килеш күп ашарға ярамай, йылына бер-ике тапҡыр ғына мөмкин, сөнки ашҡаҙан өсөн ауыр ризыҡ һанала.