Үҙҙәре килмәгәс...07.04.2017
Бер кеше сәсен рәтләтеү өсөн парикмахерға килгән. Һөйләшеп киткәндәр. Һүҙ Аллаһ Тәғәләгә барып терәлгәс, оҫта:
– Ә мин Хоҙайҙың барлығына ышанмайым, – тип белдергән.
– Ниңә?
– Юҡ икәне билдәле бит инде. Бына әйтегеҙ әле: Аллаһ бар икән, ниңә ауырыу кешеләр шул ҡәҙәр күп? Яҙмыш ҡосағына ташланған балалар ни өсөн артҡандан-арта? Хоҙай, ысынлап та, булһа, бындай ыҙаланыуҙарға, зар-хәсрәткә юл ҡуйылмаҫ ине.
Ир уйға ҡалған, әммә бәхәскә инмәгән. Урамға сыҡҡас, уға сәс-башы туҙған, ҡырынмаған ир осраған. Ҡарап тороуы имәнес, ти. Башына тиҙ арала бер уй килгән ир кире баяғы урынға ингән дә:
– Беләһегеҙме, беҙҙә парикмахерҙар юҡ ул! – тип белдергән.
– Нисек инде? Ә мин?..
– Әгәр парикмахерҙар булһа, арабыҙҙа сәс-башы туҙғандар йөрөмәҫ ине. Анау кеше кеүек...
– Һуң ул бит үҙе беҙгә килмәй...
– Шулай шул – эш тап шунда. Аллаһ бар. Тик бәғзеләр үҙҙәре Уға килмәй. Донъяла шуға ла аһ-зар, бәлә-хәсрәт бихисап.