Экологик һәләкәт янаймы?07.04.2017
Экологик һәләкәт янаймы? Йәмәғәтселекте борсоған мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү, улар өҫтөндә эшләгән белгестәрҙе, ғалимдарҙы, йәмәғәтселәрҙе бер майҙанға йыйыу маҡсатында “Ватандаш” журналы редакцияһы янында асыҡ форум эшләй башланы. Тәүге һөйләшеү “Фән һәм Башҡортостан экологияһы” тигән темаға арналды. Уның эшендә министрлыҡтар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, Башҡорт дәүләт университеты ғалимдары ҡатнашты.
Форумды журналдың баш мөхәррире, филология фәндәре кандидаты Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙы Мәһәҙиева алып барҙы. Экологик мәсьәләләрҙең һәр кешене борсоуын һыҙыҡ өҫтөнә алып, ул һөйләшеүҙе республикалағы төп экологик проб­лемаларҙы һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен асыҡлап үтеүҙән башларға кәрәк тип билдәләне.
Экологик һәләкәт янаймы?Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәт­тән файҙаланыу һәм экология министр­лығы экологик хәүефһеҙлек бүлегенең геологик һәм экологик күҙәтеү секторы мөдире Рөстәм Кәримов әйтеүенсә, республикала, дөйөм алғанда, экологик хәл тотороҡло: “Һауаның бысраныу индексы түбәнәйә, – тине ул. – Өфөлә 2012 йылда был күрһәткес 10,1 булһа, 2013-тә – 9, 2014-тә – 5, 2015 йылда иһә 4-кә төшкән. Ләкин автотранспорттың күбәйеүе, махсус һыу таҙартыу ҡоролмаларының тулы ҡеүәткә эшләмәүе кеүек проблема тыуҙырған күренештәр бар. Сәнәғәт предприятиелары менән берлектә яңы технологиялар индереү, махсус ҡорамалдар ҡуйыу йәһәтенән аныҡ эш алып барыла”.
Уның сығышы тыңлаусыларҙа һорауҙар тыуҙырҙы. Мәҫәлән, БДУ доценты И.М. Яппаров, һауа бысраныу индекстары түбәнәйә барыуына шик белдереп, уны иҫәпләү системаһы үҙгәртелгәндер, тип фараз ҡылды.
Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһының экомәғариф бүлеге етәксеһе Гөлшат Мөхәмәтдинова эске туризмды үҫтереү мәсьәләләренә туҡталып, “Асылыкүл” тәбиғәт паркында яңы пляж урындары, “Ҡандракүл”дә уңайлы машина паркы, “Ирәмәл”дә элемтә селтәре булдырыласағы хаҡында хәбәр итте. “Төп маҡсатыбыҙ – туризм өсөн уңайлы шарттар булдырыу, яңы экологик-мәҙәни маршруттар асыу, биологик төрҙәрҙе тергеҙеү һәм һаҡлау. Бөгөнгө көндә “Алтын солоҡ” ҡурсаулығында Бөрйән бал ҡортон һаҡлап ҡалыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Шулай уҡ “Асылыкүл”, “Ҡандракүл” тәбиғәт парктарында кешеләрҙең күпләп ял итеүенең тәбиғәткә йоғонтоһон тикшереү буйынса ғалимдар менән берлектә эш алып барабыҙ”, – тине Гөлшат Әүхәҙи ҡыҙы.
“Рус география йәмғиәте”нең Башҡорт­остандағы төбәк бүлегенең башҡарыусы директоры Р.Т. Ғәлиева, ойошма эшмә­кәрлеге менән таныштырып, һуңғы йылдарҙа туристар һанының биш-алты тапҡырға артыуы хаҡында әйтте һәм тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡлау, үҫтереү зарурлығын билдәләне. Римма Талха ҡыҙы башҡорт балының Рәсәйҙә үҙ позицияһын юғалта барып, рейтингта 20-се урынға төшөүе, Алтай балы тарафынан ҡыҫырыҡланыуына борсолоуын белдерҙе. Әйткәндәй, форумда Бөрйән ҡортоноң яҙмышына бәйле һорауҙар ҙа, тәҡдимдәр ҙә бик күп булды. “Ни өсөн Башҡорт­останда һаман да балдың сифатын билдәләгән махсус лаборатория юҡ?” тигән һорау ҙа ҡуйылды.
Өфө хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ғилми-тикшеренеү инсти­тутының өлкән ғилми хеҙмәткәре, биология фәндәре кандидаты З.Б. Баҡтыбаева экологияға бәйле сирҙәрҙең артыуын билдәләне. Токсиканттар һыу, һауа, консерванттарға бай ризыҡ аша кеше организмына үтеп инә һәм мутация тыуҙыра, шул сәбәпле төрлө генетик ауырыуҙар хасил була, тине ул. Шулай уҡ экологик йәһәттән таҙа һәм бысраҡ райондар тураһында ла һүҙ булды.
Урман хужалығы министрлығының урман тергеҙеү һәм һаҡлағыс урмандарҙы үрсетеү бүлеге белгесе Л.М. Собханғолова экологияға дөрөҫ ҡараш тәрбиәләү кәрәклеге, шул йәһәттән махсус акциялар үткәреү зарурлығы тураһында һөйләне. БДУ-ның этика, эстетика, культурология һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш кафедраһы доценты, философия фәндәре кандидаты И.А. Шакиров, социаль селтәр­ҙәрҙәге сәйәхәткә арналған төркөмдәр тәжрибәһенә таянып, башҡорттарҙың боронғо күсеп йөрөү юлдары буйлап Каспий һәм Арал диңгеҙҙәренә дәүләт-ара сәфәрҙәр ойоштороу хаҡында фекерен белдерҙе.
БДУ-ның физик география, тыуған яҡты өйрәнеү һәм туризм кафедраһы доценты, география фәндәре кандидаты И.М. Яппаров һыу һәм һауаның үтә бысраҡлығы, урман­да­рыбыҙҙың таланыуы, экологик маршруттар буйынса карталар төҙөү кәрәклеге һ.б. көнүҙәк мәсьәләләр буйынса киң йәмәғәтселекте борсоған һорауҙарҙы күтәрҙе. БДУ-ның экология һәм ботаника кафедраһы профессоры, биология фәндәре докоры А.Р. Иш­бирҙин Башҡор­тостандың “Ҡыҙыл китабы”н үҙебеҙҙең ғалимдар түгел, ә бүтән төбәктекеләр төҙөүенә ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Урынлы борсолоу. Һирәк осрай торған һәм юғалыу ҡурҡынысы янаған үҫемлек һәм хайуандар тураһында республикабыҙҙа йәшәмәгән кешеләр ҡайҙан белә икән? Ғәҙәттә, уларҙың эшмәкәрлеге быға тиклем баҫылған китаптарҙағы мәғлүмәтте күсереп яҙыуҙан ғибәрәт, тине Айрат Рим улы. Әлбиттә, был – хаталы, хатта зарарлы алым.
Форумды йомғаҡлап, БДУ-ның журналистика кафедраһы профессоры, филология фәндәре докторы Ф.Т. Күзбәков: “Экология рухи экологияға бәйле. Рухи яҡтан сәләмәт булһаҡ, тәбиғәтте лә ҡайғыртасаҡбыҙ, сөнки тәрбиәле кеше тәбиғәткә зыян килтермәй”, – тигән бик тә урынлы һәм хаҡ һүҙҙәр әйтте. Үҙебеҙҙең тәбиғәт балалары булыуыбыҙҙы онотмай, уны һаҡлауға өлөшөбөҙҙө индерһәк, тирә-яҡ мөхит өсөн яуаплы дәүләт органдары һәм башҡа ведомстволар эшмәкәрлеген күҙ уңынан ысҡындырмай, тейешле баһабыҙҙы һәм тәҡдим-иҫкәрмәләребеҙҙе ваҡытында еткереп торһаҡ, йәмә­ғәтселекте борсоған проблемаларҙы хәл итеү юлдарын табыу мөмкинлеге бар.

(Форум материалдары менән тулыраҡ “Ватандаш” журналының апрель һанында танышырға мөмкин буласаҡ. Фото­һү­рәттәр – “Бәйләнештә” селтәрендә).


Вернуться назад